RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Халҡым йолалары

27.09.2018 Халҡым йолалары

Халҡым йолалары
Атайымдар ауылдағы бер туған тейешле кешенең туйында ҡатнашты. Туйға барыу өсөн бер күршенән – дебет шәл, икенсеһенән толоп һорап алып, кашауай санала (атайым уны үҙе эшләй ине) күрше ауылға туйға китте былар. Элек туйҙар бер аҙна була торғайны.
Беҙ, алты бала, үҙебеҙ донъя көтәбеҙ (ике ҙуры интернатта уҡый ине). Ут яғыуы бигерәк үҙәккә үтте. Тоҡанмай ыҙалата. Иҙәнгә ятып өргән булабыҙ. Өҫтәребеҙ ҡарайып, үҙебеҙ ҡором булып, күҙҙәребеҙ саҡ күренеп ултыра инек. Һарай тултырып мал көткән саҡтары, мал аҫтын алабыҙ, бесән һалабыҙ, Ҡыҙыл буйына алып барып һуғарабыҙ... Эш муйындан.
Әсәйҙәр арышып, хәлһеҙ булып ҡайтып инә торғайны. Эй, һағына инек беҙ уларҙы! Әйтерһең дә, йыл буйы күрмәгәнбеҙ!
Ә уларҙың күңелдәре көр. Ундағы ҡыҙыҡ хәлдәрҙе һөйләп, йыл буйы көлөшөрҙәр ине.
– Анау ҡоҙаның боронғо йыры-ы-ы-ы һаман онотолмай!
– Ҡоҙағыйҙың бейеүен әйт әле, арымай ҙа, талмай ҙа!
– Ҡымыҙҙары былай-алаймы! Ыҫланған көбөлә әсеткәндәр икән.Телеңде йоторлоҡ!
– Ҡаҙыһын әйт әле, биллаһи, дүрт иле ине!
– Ҡоҙасаның таҡмаҡтары һаман ҡолаҡта сыңлай...
– Гармунсының арымауын әйт, ауыл һайын гармунсы тиһәләр ҙә быға еткәне юҡтыр ул!
– Ә теге өсөнсө өйҙә ҡунаҡ булғанда ашаған тултырманың тәме әле лә телемдә тора!
– Һин уны әйтәһең, бишенсе ҡоҙаларҙың, кем әле исеме, онотоп та барамсы, буҙалары шәп ине. Һолоно ҡыҙҙырып тартҡандар икән. һарыҡтың эс майын иретеп ҡуштыҡ, тине ҡоҙағый миңә, вәт... Ә беҙ һыйыр майы ҡушҡан булабыҙ.
...Ошондай һөйләшеүҙәр һаман да ҡолаҡта сыңлай, күңелдәрҙә һаҡлана.
Башҡортома ғына хас йола булғанғалыр, моғайын. Туй йолаһы,туй байрамдары, һебә сабыштары! Иҫегеҙҙәме, ҡорҙаштар?! Уларҙы оноторға хаҡыбыҙ бармы һуң?!

Нуриҙә ИЛҺАМОВА.
Әбйәлил районы.
Асҡар ауылы.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Йондоҙнамә (10-16 декабрь)

09.12.2018 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (10-16 декабрь)


Телеңде йоторлоҡ! Кәбеҫтә тоҙлау

06.12.2018 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ! Кәбеҫтә тоҙлау


Барыһы ла һыуытҡысҡа түгел

04.12.2018 - Махсус биттәр Барыһы ла һыуытҡысҡа түгел


Йондоҙнамә (3-9 декабрь)

03.12.2018 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (3-9 декабрь)


Әсе ҡамырҙан итле самса

03.12.2018 - Махсус биттәр Әсе ҡамырҙан итле самса


Гөлдәрегеҙ гөрләп сәскә атһын

02.12.2018 - Махсус биттәр Гөлдәрегеҙ гөрләп сәскә атһын


Хужабикәләргә кәңәш

30.11.2018 - Махсус биттәр Хужабикәләргә кәңәш


Ҡасан тоҙ һалырға?

28.11.2018 - Махсус биттәр Ҡасан тоҙ һалырға?


Йондоҙнамә (26 ноябрь - 2 декабрь)

26.11.2018 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (26 ноябрь - 2 декабрь)


Бәхеттең ҡәҙерен белеп йәшәй

25.11.2018 - Махсус биттәр Бәхеттең ҡәҙерен белеп йәшәй