НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Фатир мәсьәләләрендә иғтибарлы булыу мотлаҡ

Фатир мәсьәләләрендә иғтибарлы булыу мотлаҡ


Фатир мәсьәләләрендә  иғтибарлы булыу мотлаҡ
Һорауҙарға “Росреестр”ҙың БР буйынса идаралығы етәксеһе ярҙамсыһы Н. ШАҺИЕВА яуап бирә.
– Фатир һатып алырға уйлайбыҙ. Мутлашыусылар тоҙағына эләкмәҫ өсөн иң тәүҙә нимәгә иғтибар итергә кәрәк?
Барлыҡ күсемһеҙ мөлкәтте һатып алыр алдынан иң тәүҙә уның тарихын өйрәнеү мөһим. Уны Күсемһеҙ милектең берҙәм дәүләт реестрынан алынған күсермә ярҙамында белергә мөмкин. Документта бинаның барлыҡ мәғлүмәте бирелә: кадастр һаны, күсемһеҙ милектең төрө, адресы, уның эйәләре.
Күсемһеҙ милеккә хоҡуҡты теркәү датаһы ҙур әһәмиәткә эйә. Уны белгәндә, судҡа дәғүә ғаризаһын тапшырыу һәм килешеүҙе тарҡатыу тураһында ваҡытында асыҡларға мөмкин.
– Фатир һатып алдым. Ремонт эшләр алдынан уның планировкаһын үҙгәртергә булдыҡ. Бының өсөн тәүҙә рөхсәт алыр­ға кәрәк икән. Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
Һәр торлаҡ бинаһының планировкаһын үҙгәртеү ҡала хакимиәте йәки үҙегеҙ йәшәгән урындағы төбәк етәкселегенең рөхсәтенә ярашлы башҡарылырға тейеш. Бының өсөн мөлкәт документтарын, ғариза, планировка проектын тапшырырға кәрәк. Фатирҙағы үҙгәртеү эштәре тамамланғас, ҡабул итеү комиссияһы уны акт менән раҫлай. Һуңынан уны һәм яңы техник документты электрон формала йәки үҙеңә Күп функциялы үҙәккә (МФЦ) тапшырырға кәрәк.

Сығыу ваҡыты 13-07-2018, 11:14 | Ҡаранылар: 66
|
  • Һорау - яуап
  • Ерҙең сиге бар. Билдәләгеҙ!
  • Һорауға - яуап
  • Был… байыраҡтарға ҡағыла!
  • Өй төҙөргә тип алған ағасты һатып булмаясаҡ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай



  • Радио Юлдаш FM