RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙнамә (25 июнь - 1 июль)

25.06.2018 Йондоҙнамә (25 июнь - 1 июль)

Йондоҙнамә (25 июнь - 1 июль)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Әүҙемлек күрһәтергә теләгегеҙ көсәйер. Ләкин ҡайһы саҡ унан буш мәшәҡәт һәм зыян ғына күреүегеҙ ихтимал. Был арала һеҙҙең тирәләге хәлдәрҙең сәбәптәрен төптәнерәк аңлай башлар­һығыҙ. Яңы кешеләрҙән өмөтлө фекерҙәр ҙә ишетерһегеҙ кеүек.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Ҡәҙимге аҙна. Төп эш урынығыҙҙа тәнҡит һүҙҙәрен дә ишетерһегеҙ. Уларҙан тейешле һығымталар яһарға тырышығыҙ, ул һүҙҙәрҙә дөрөҫлөк тә барҙыр. Бәғзеләргә был арала ниндәйҙер яңы эш йүнәлешен өйрәнергә тура килер. Аҙаҡ бының кәрәге тейәсәк.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Ғаилә хәлегеҙ бик һәйбәт буласаҡ. Буйҙаҡтар яңы таныштар табыр, бәғзеләр өйләнеү тураһында уйлай башлар. Йондоҙҙар был арала сығымдарығыҙға ҡарата иғтибарлыраҡ булыу кәрәклеге тураһында иҫкәртә. Шаршамбыла һәм йомала аҡсағыҙҙы юҡҡа түгеүегеҙ бар. Иң өмөтлө көндәрегеҙ – дүшәмбе һәм шәмбе.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Ҡәҙимге һәм өйрәнелгән эшегеҙҙе тейешле яуаплылыҡ менән башҡарығыҙ. Мөмкин тиклем үҙегеҙгә ялҡауланырға бирмәгеҙ. Һәр саҡтағыса, көн һәм эш тәртибен боҙмағыҙ. Кесе йомала кемдер башығыҙҙы бутарға маташыр һымаҡ – дөрөҫ юлдан тайпылмағыҙ.

Буға (21.04 – 21.05)
Икеле осор. Төп эш урынында төрлө мәшәҡәт күбәйеп киткәндәй булыр. Бәғзеләр менән уртаҡ тел табыу ҙа ҡыйынлашыр. Бындай саҡта йондоҙҙар ваҡытты күберәк өйөгөҙҙә үткәрергә, алыҫ сәфәргә сыҡмаҫҡа кәңәш итә. Ҡайһы бер донъяуи мәсьәләләргә ҡарашығыҙ ҙа ҡырҡа үҙгәрер.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Матди хәлегеҙ бер аҙ борсоп торор. Был арала яҡын кешеләр менән дә үпкәләшеүегеҙ бар. Ҡайһы бер маҡсаттарығыҙҙың ваҡытлыса онотолоп тороуы ихтимал. Бәғзеләренән бөтөнләй баш тартырға ла тура килер. Йомалағы хәл кәйефегеҙҙе күтәрер.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Был көндәр аралашыу өсөн уңайлы. Күптәр күңеле тартҡан кешене осратыр. Кеше араһында күберәк булығыҙ. Осор ҡайһы бер кәрәкмәгән ғәҙәттәрҙән ҡотолорға ла булышлыҡ итер. Йондоҙҙар өйрәнелгән көн һәм эш тәртибен бер аҙ үҙгәртергә кәңәш итә.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Оло кешеләрҙең кәңәштәренән сыҡмаҫҡа тырышығыҙ. Ҡатмарлы саҡта улар һеҙгә юл күрһәтәсәк. Ижади кешеләр был арала дәрте артҡанын асыҡ тойор. Шулай ҙа йондоҙҙар артыҡ шәбәйеп китмәй, эшегеҙҙе ҡәҙимгесә дауам итергә ҡуша. Ғөмүмән, таныш юлдарҙан ғына йөрөгөҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Аҙна барышында ҡайһы бер күптәнге бәйләнештәр юҡҡа сығыр. Был хәлгә артыҡ көймәгеҙ, ул тәбиғи. Икенсе яҡтан, яҡын арала яңы танышлыҡтар ҙа булдырырһығыҙ. Бәғзеләре өмөтлө генә көтөлә.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Ҡатмарлы осор. Үҙ фекерегеҙҙе һәм ҡарашығыҙҙы йыш яҡларға тура килер. Ҡайһы саҡ бигүк еңел булмауы ла мөмкин. Бәғзеләр өйрәнелгән тәртиптәрҙе боҙор. Шулай ҙа бар үҙгәрештәр файҙаға булыр. Иң һәйбәт көнөгөҙ – йома.

Саян (24.10 – 22.11)
Аҙна башында бер ҙә уйламаған мәсьәләләр килеп сығыр. Ҡайһы бер күптән белгән кешеләр ҙә үҙҙәренең ышанысһыҙ булғанын күрһәтер. Йондоҙҙар ҡәҙимге эш һәм көн тәртибен барлап сығыр­ға кәңәш итә. Ваҡытығыҙҙы бушҡа уҙғармағыҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Был арала башҡа кешеләр йоғонтоһона артыҡ бирелеүсән булырһығыҙ. Шул сәбәпле һеҙҙе алдау, яңылыш юлға этәреү еңел буласаҡ. Быға юл ҡуймаҫҡа тырышығыҙ. Аҡса яғы ла бер аҙ наҡыҫыраҡ булыр. Шаршамбыла уны һис тә кәрәкмәгәнгә тотоноуығыҙ ихтимал.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»