НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Игеҙәктәр – игеҙ бәхет!

Игеҙәктәр – игеҙ бәхет!


Игеҙәктәр – игеҙ бәхет!
Салауат районынан Ғибаҙуллиндар – бер түгел, ике пар игеҙәктең ата-әсәһе

Игеҙ бала ата-әсә өсөн оло шатлыҡ та, икеләтә яуаплылыҡ та. Игеҙәк тәрбиәләүселәр икеләтә тәрбиәле булырға тейеш. Таныш булығыҙ – был татыу, матур, бәхетле ғаилә Салауат районынан Ғибаҙуллиндар булыр. Ун ике йыл ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәгән Алһыу Тимерйән ҡыҙы менән Вадим Фәхрәзи улы бер түгел, ике пар игеҙәк тәрбиәләй. Ата-әсәнең оло бәхете булған Айһылыу менән Айгүзәлгә – ун бер, Илназ менән Алмасҡа өсәр йәш.
Ҡарынында игеҙәктәр йөрөткәнен белгәс, буласаҡ әсәнең түбәһе күккә тейә. Тормош иптәше лә был хәбәрҙе ҡыуанып ҡабул итә. Тиҙҙән бер-береһенә ике тамсы һыу кеүек оҡшаш күркәм ҡыҙҙар донъяға тәүге ауазын һала. Бер юлы икеләтә бәпес тыуыу шатлығын кисергән Ғибаҙуллиндар ең һыҙғанып ҡыуаныслы мәшәҡәттәргә сума. Ғаилә йәмле Йүрүҙән буйында урынлашҡан Комсомол ауылында йорт һалып инә, ҡош-ҡорт тота, емеш-еләк үҫтерә. Ә ҡыҙҙар, ай үҫәһен көн үҫеп, тиҙ үк ҡул аҫтына инә. Айһылыу менән Айгүзәл уҡыуҙа ла алдынғы, өйҙә лә ҙур ярҙамсы, шул уҡ ваҡытта футбол секцияһында шөғөлләнеп, ярыштарҙа призлы урындар ғына яулай. Ир менән ҡатын ҡыҙҙарға һеңле йәки ҡусты алып ҡайтыу хаҡында уйлана башлай.

Ҡатын икенсе тапҡыр яралғының икәү булыуын ишеткәс, аптырашта ҡала. Ни тиһәң дә, игеҙәк тәрбиәләү, ай-һай, еңел эш түгел. Беренсенән, игеҙ йәндәр бер-береһенең дауамы булмаһын өсөн уларҙы тулы ҡанлы шәхес итеп тәрбиәләй белеү мотлаҡ. Икенсенән, игеҙәктәр һәр ваҡыт кешеләрҙең ҡарашын яулап ала, улар, теләйме, теләмәйме, һәр саҡ иғтибар үҙәгендә ҡала. Өсөнсөнән, кейемен дә, уйынсығын да бер юлы парлап һатып алыу бурысы тора. Ә бөгөн бала әйберҙәре өсөн кибеттә хаҡтар һис тә арзан түгел. «Эй-й, урын­һыҙ борсолоп ни, игеҙ тәрбиәләүҙә тәжрибәбеҙ бар, быларын да үҫтерербеҙ», – тип көлөп ебәрә Алһыу һәм ирен һөйөнсөләй һала. Вадим да ҡатынын хуплай: «Тағы игеҙәк булһа ни, иң мөһиме, игелекле булһындар! Имен-һау ғына донъяға килһендәр!»
Бөгөн Илназ менән Алмас балалар баҡсаһына йөрөй. Алһыу Тимерйән ҡыҙы – ошо уҡ баҡсала тәрбиәсе булып, ә Вадим Фәхрәзи улы «Янғантау» шифаханаһында эшләй. Тормош көтөргә бик уңған, булдыҡлы йорт хужаһының ҡулынан килмәгән эше юҡ. Ҡатыны ла төшөп ҡалғандарҙан түгел, ҡул эше тиһеңме, аш-һыумы, телгә оҫталыҡмы – бөтмөр, рухлы хужабикә дүрт бала менән ситтән тороп уҡыу йортон тамамлаған хатта. «Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән» тигән мәҡәл Ғибаҙуллиндар ғаиләһенә тап килә.
– Ҡыҙҙарым, минән күреп, ҡул эштәренә маһир, ә малайҙар иһә, бәләкәй генә булыуҙарына ҡарамаҫтан, аталарына ярҙамсы булып үҫеп килә. Район һәм ауылда үткән бөтә сарала ла әүҙем ҡатнашабыҙ. «Ғаилә – туған тел һаҡсыһы» конкурсында «Халҡым теле – хаҡлыҡ теле» йүнәлешендә еңеү яуланыҡ. Ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ, өләсәләре лә ейән-ейәнсәрҙәре менән туған телендә генә һөйләшә. Балаларыбыҙ менән бергәләп «Сәңгелдәк» һәм башҡа тапшырыуҙарҙы үҙ итәбеҙ, әкиәттәр уҡыйбыҙ. Әле балалар баҡсаһында Мәрйәм инәй Бураҡаеваның «Өләсәйҙәр мәктәбе» программаһын индереү буйынса кәңәшләшәбеҙ. Минең төп маҡсатым – олоно – оло, кесене кесе иткән, үҙ телен һәм йолаларын белгән шәхес тәрбиәләү. Ғаилә усағын һүндермәйенсә, бер-беребеҙгә терәк булып, иҫән-һау, игеҙәктәребеҙҙең шатлыҡ-һөйөнөстәренә күмелеп йәшәргә яҙһын, – ти Алһыу Тимерйән ҡыҙы.
Амин, шулай булһын!

Лилиә ХӘЛИТОВА.
Лиана ВӘЛИУЛЛИНА фотоһы.

Сығыу ваҡыты 1-06-2018, 15:47 | Ҡаранылар: 334
|
  • Атайлы булһын балалар!
  • Бөтә йыуанысы – балалары, ейән-ейәнсәрҙәре
  • Әсә бәхете
  • Матур йәшәлгән ғүмер
  • Хәстәрлекле әсәй ҡулдары
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Ҡорбанлыҡ урлыҡ менән килмәгәнме? Тикшерегеҙ
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Күп балалы бәхет
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә



  • Радио Юлдаш FM