НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Йондоҙнамә (22-28 ғинуар)

Йондоҙнамә (22-28 ғинуар)


Йондоҙнамә (22-28 ғинуар)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Ғаилә һәм йорт мәсьәләләре тәүге урында булыр. Аҡса яғынан тотороҡлоҡ һиҙелер. Өйҙәгеләр менән бергә күмәк эш һәйбәт барыр. Шаршамбыла кеше аҡсаһы менән бәйле мәсьәлә килеп сығыуы бар. Эске тауышығыҙға таянып эш итегеҙ

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Үткән көсөргәнешле осорҙан һуң бер аҙ еңеллек тойорһоғоҙ. Ҡайһы бер эштәрегеҙҙе яйға һалырһығыҙ, бәғзеләрен тәртипкә килтерерһегеҙ. Кесе йомалағы эштәрҙең бигерәк тә сауаплы булыуы көтөлә.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Тормошоғоҙҙо бер аҙ яңыса ҡорорға хәлегеҙҙән килер. Ғөмүмән, был яҡшыға булыр. Был арала һеҙҙе өмөтлө осрашыуҙар ҙа көтә. Күп кенә файҙалы эш башҡара алырһығыҙ. Тик бының емештәрен байтаҡ ваҡыт үткәс кенә татырһығыҙ.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Аҙна аралашыуҙарға бай булмаҡсы. Шулай ҙа шәхси өлкәләге ваҡиғалар бер аҙ борсолорға ла мәжбүр итер. Был бигерәк тә шишәмбелә асыҡ һиҙелер. Кесе йомала йондоҙҙар бер кем менән дә дәғүәгә инмәҫкә ҡуша. Бер генә яңылыш һүҙ ҙә хәлде боҙоуы ихтимал.

Буға (21.04 – 21.05)
Көс-хәлегеҙ артҡанын асыҡ тойорһоғоҙ. Ситтәге ярҙамға өмөт итмәйенсә, үҙ аллы эш итегеҙ. Оҡшамаған кешеләрҙән ары тороғоҙ, кәрәкмәгән файҙаһыҙ мөнәсәбәттәр­ҙе йәлләмәйенсә өҙөгөҙ. Мәл яңы ҙур эштәрҙе башлар өсөн уңайлы.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Матди мәсьәләләр һаман да көн үҙәгендә булыр. Үкенескә күрә, уларҙың шәхси мөнәсәбәткә кире йоғонто яһауы ихтимал. Аҙна аҙағында яңы өмөтлө бәйләнештәр булды­рыр­һығыҙ кеүек. Йомала тәжрибәле кешенән аҡыллы кәңәш алырһығыҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Ҡайһы бер эштәрегеҙ ваҡытлыса туҡтағандай тойолор. Бер аҙ түҙергә тура килер, моғайын. Ҡайһы бер мөнәсәбәттәр ҡәнәғәтләндермәҫ. Икенсе яҡтан, үҙҙәрен дуҫ булып һанаған кешеләрҙең ысын йөҙөн күрерһегеҙ. Ышанысһыҙҙар ҡасып бөтөр.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Ҡәҙимге осор. Айырым уңыштарға ла өлгәшерһегеҙ, бик ҙур булмаған юғалтыуҙар ҙа кисерерһегеҙ. Шишәмбелә саҡырған урынға бармауығыҙ хәйерле, барыбер бер ниндәй ҙә файҙаһы теймәҫ. Аҡса менән бәйле мәсьәләләр йыш ҡына борсоп торор.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Был арала үҙегеҙгә өҫтәмә эш һәм йөкләмәләр алырға ҡурҡмағыҙ. Барыһын да булдырырһығыҙ. Фекерегеҙ, һүҙегеҙ үтемле булыр. Мәл ҙур эштәрҙе башлап ебәреү өсөн уңайлы. Йома бигерәк тә өмөтлө көтөлә.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Аҙна барышындағы осрашыуҙар-һөйләшеүҙәр артабанғы тормошоғоҙ өсөн мөһим булыр. Ғөмүмән, был арала аралашыуҙар күбәйер. Шаршамбылағыһы кәйефегеҙҙе боҙоуы ла мөмкин. Ҡайһы саҡ ҡыйынлыҡтар кисерергә тура килер. Яңы тәртипкә өйрәнергә мәжбүр булырһығыҙ.

Саян (24.10 – 22.11)
Үҙ көсөгөҙгә булған ышанысығыҙ мотлаҡ артыр. Бындай саҡта рух көсәйә, сирҙәр онотола. Төп эшегеҙҙә лә хәл һәйбәт. Шулай ҙа яҡын араға маҡсаттарығыҙ тураһында күп һөйләмәүегеҙ хәйерле. Күберәк башҡалар һүҙен тыңлағыҙ. Шаршамбыла яҡшы хәбәр ишетерһегеҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Һеҙҙе төрлө ваҡиғаға бай аҙна көтә. Дөйөм алғанда, ыңғайҙары күберәк булыр. Шаршамбыла ҡатмарлы хәлдәргә тап булыр­һығыҙ. Тик улар һеҙҙең файҙаға тамамланыр. Йомала һауыт-һаба, быяла ватылыуҙы яҡшыға юрағыҙ.

Сығыу ваҡыты 22-01-2018, 11:09 | Ҡаранылар: 450
|
  • Йондоҙнамә (13-19 ноябрь)
  • Йондоҙнамә (3-9 апрель)
  • Йондоҙнамә (11 - 17 июль)
  • Йондоҙнамә (4 - 10 июль)
  • Йондоҙнамә (30 май - 5 июнь)
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Монафиҡ (Хикәйә)
  • Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
  • Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
  • Вниманию зарегестрированнх кандидатов, избирательных объединений, на выборах депутатов Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.07.2018)
  • Ҡартлыҡ бәхеттәре кемгә насип?
  • Хәниә Фәрхиҙең вафатына бер йыл...



  • Радио Юлдаш FM