НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Йондоҙнамә (1-7 ғинуар)

Йондоҙнамә (1-7 ғинуар)


Йондоҙнамә (1-7 ғинуар)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Ғөмүмән, көс-ғәйрәтегеҙ артҡанын асыҡ тойорһоғоҙ. Шулай ҙа байрам көндәрендә етди эштәрҙе ваҡытлыса ситкә ҡуйып тороғоҙ. Уларға сират етер. Алда һеҙҙе оло эштәр көтә, әлегә көс-хәл йыйығыҙ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Яңы йылдың тәүге көндәре бик һәйбәт үтер. Яҡшы яңылыҡтар, ыңғай хәбәрҙәр килеп торор. Тап ошо көндәрҙә шәхси тормошоғоҙға ҡағылған ниндәйҙер мөһим мәсьәләгә тулыһынса асыҡлыҡ индерерһегеҙ, моғайын. Был хәл һеҙҙе ҡыуандырыр, дәрт һәм кәйеф өҫтәр.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Аҙна ҡыуаныслы ваҡиғаларға бай булмаҡсы. Бер туҡтауһыҙ һәйбәт яңылыҡтар, ыңғай хәбәрҙәр килеп торор. Йыл йомғаҡтары менән тулыһынса ҡәнәғәт булырһығыҙ. Мөмкин булғандың барыһын да эшләнегеҙ. Бер аҙ күңел асырға ла мөмкин.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Үткән йыл үҙегеҙҙе йәлләмәй эшләнегеҙ, хәлегеҙҙе һиҙелерлек ыңғай яҡҡа үҙгәртә алдығыҙ һымаҡ. Башланған йылда ла ҙур уңыштар, еңеүҙәр буласаҡ. Алдағы ҡаршылыҡтарҙы ла асыҡ күрәһегеҙ кеүек. Киләсәккә уй-маҡсатығыҙҙы әлегә иң яҡын кешеләрҙән дә сер итеп һаҡлағыҙ.

Буға (21.04 – 21.05)
Алыҫ һәм яҡын сәфәрҙәрегеҙ мотлаҡ уңышлы буласаҡ. Был арала танышҡан кешеләрҙең бәғзеләренең аҙаҡ ышаныслы дуҫ­тар­ға әйләнеүе мөмкин. Йондоҙҙар иҫ­кергән һәм кәрәкмәгән әйберҙәрҙән, кейемдән ҡотолорға кәңәш итә. Улар байтаҡ йыйылып та киткән һымаҡ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Байрам көндәре ҡайһы бер шәхси мөнәсәбәттәрҙе тергеҙеү мөмкинлеге бирер. Тиҙҙән тормошоғоҙға яңы кеше инер. Был хәлгә иғтибар бирегеҙ һәм уны яҡшыға юрағыҙ. Элек башлаған дауаланыу сараларын өҙмәй дауам итегеҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Аҙна һеҙҙең өсөн үтә өмөтлө буласаҡ. Бәғзеләр элек аңламаған ниндәйҙер сер­ҙәр­ҙе төшөнә башлар. Кемдер, байрам көндәре булыуына ҡарамаҫтан, бер аҙ аҡса эшләй алыр, бәлки. Был арала күптәнге дуҫтарығыҙҙан ярҙам йәки урынлы кәңәш алыуығыҙ бар.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Осор барышында ыңғай, иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар, кисерештәр күп булмаҡсы. Матди хәлегеҙ генә ҡайһы ваҡыт бер аҙ күңелегеҙҙе төшөрөр. Бигүк борсолмағыҙ, башлан­ған йылда аҡса менән бәйле мәсьәләләр һәйбәт хәл ителер. Май айында һиҙелерлек байып та китерһегеҙ хатта.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Аҙнаны файҙалы үткәрерһегеҙ. Күптәр өй-йортонда тәртип урынлаштырыу менән булышыр. Был эш һеҙгә оҡшап китер. Оло йәштәге туғандарығыҙ, күптән күрмәгән дуҫтарығыҙ менән осрашыу күңелегеҙҙе мотлаҡ күтәрер. Һатып алған әйберҙәрегеҙ бәрәкәтле булыр.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Йыл йомғаҡтары менән ҡәнәғәтһегеҙ һымаҡ. Күберәкте лә эшләй алыр инегеҙ, ләкин юлығыҙҙа төрлө ҡаршылыҡ та күп булды. Төптән уйлағанда, уларҙың ҡайһыларын урап та үтергә була ине. Яңы йыл һеҙҙең өсөн һәйбәт килә. Һәр саҡ үҙ көсөгөҙгә ышанығыҙ.

Саян (24.10 – 22.11)
Ыңғай яңылыҡтар даими килеп торор. Башланған йыл да һеҙҙең өсөн яҡшы үҙгәрештәр вәғәҙә итә. Тырышлығығыҙ арҡаһында матди хәлегеҙҙе һиҙелерлек нығыта алырһығыҙ. Булған һәләтегеҙҙе, белемегеҙҙе һәр саҡ үҫтерергә тырышығыҙ. Йондоҙҙар иң ауыр саҡтарҙа ла ярҙам итеп торор.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Үткән ваҡиғаларҙан тейешле һабаҡ алырға тырышығыҙ. Шунһыҙ алға китеүегеҙ бик икеле. Ғөмүмән, етди үҙгәрештәргә әҙер булырға кәрәк. Ниндәйҙер һынауҙар аша ла үтергә мәжбүр булырһығыҙ, бәлки. Йылдың икенсе яртыһында тормошоғоҙ тотороҡланыр.

Сығыу ваҡыты 1-01-2018, 07:00 | Ҡаранылар: 376
|
  • Йондоҙнамә (18-24 декабрь)
  • Йондоҙнамә (29 май - 4 июнь)
  • Йондоҙнамә (20 июнь - 26 июнь)
  • Йондоҙнамә (6 июнь - 12 июнь)
  • Йондоҙнамә (4 – 10 ғинуар)
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Хужабикәгә кәңәш (15.12.2017)
  • Бисмилла көсө
  • "Ғашиҡ булдым еҙнәйемә"
  • Ҡыҙҙарҙың һылыуҙарын, уңғандарын билдәләнек, “Йәшлек” гүзәле – 2017” конкурсын тамамланыҡ!
  • Яңы йыл ҡаласыҡтары, боҙ һындары... Аҡъяр биҙәге
  • Ҡыш бабай бүләге (хикәйә)
  • Ҡәйнәмә түҙер әмәлем ҡалманы
  • Яңы йылға бүләкле булдылар
  • Иғтибар! Өр-яңы әҙәби конкурс! Ҡәләмеңде ал ҡулыңа! 50 мең һумлыҡ бүләк һине көтә!
  • Йондоҙнамә (8-14 ғинуар)



  • Радио Юлдаш FM