RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Айыу ниңә һөжүм итә?

13.12.2017 Айыу ниңә һөжүм итә?

Айыу ниңә һөжүм итә?
Ауыл халҡының айыуҙарҙың малға тейеүе тураһында күтәргән проблемалары ҡулға ҡәләм алырға, тәбиғәтебеҙҙең бер өлөшө булған урман хужаһын яҡлап, үҙемдең фекеремде яҙырға мәжбүр итте. Әлбиттә, улар ҙур зыян килтерә: кемдеңдер берҙән-бер һыйырын йәки атын йыға, күҙ терәп торған малынан яҙҙыра. Былай ҙа көскә йәшәп ятҡан ауыл кешеһе өсөн был матди яҡтан оло бәлә инде. Ләкин ни өсөн һуң айыуҙар малға һөжүм итә йәки ауылға килеп инә? Яуап бик ябай: бахыр януарҡайҙар бик астар!
Ә был хәлгә тайыш табандарҙы кем дусар иткән? Беҙ – кешеләр! Уларҙың биләмәһенә барып ингәнбеҙ! Бер асыҡ ерҙе лә ҡалдырмай, һөрөп бөтөргәнбеҙ, урман-туғайҙарҙа үҫкән барлыҡ еләк-емештәрҙе йыйып алабыҙ. Һәр бер өйҙә тиерлек машина, кеше йөрөмәгән бер генә төбәк тә ҡалмаған. Беҙҙең урмандарыбыҙ йәме – айыуҙар нимә ашап йәшәргә тейеш һуң?! Ана шул турала хәстәрлек күрергә кәрәктер. Был бигерәк тә урман хужалығында эшләгән белгестәргә ҡағыла. Шәкәрме, онмо йәки башҡа төрлө аҙыҡ-түлек алып барып ҡалдырырға кәрәктер. Беҙ үҙебеҙ көнөнә нисәмә тапҡыр ултырып ашайбыҙ, шул тәмле-татлы ризыҡтарыбыҙҙың күбеһе айыуҙарҙың тамағынан тартып алынған бит! Ә ул бахырҙар бер генә тапҡыр туйғансы ашар өсөн генә лә күрәләтә үлемгә – ауылға килә!
Уларҙы атырға рөхсәт тә бирелде, ти. Тик юҡҡа сыҡҡан януарҙар исемлегендә бер заман айыуҙар ҙа булмаҫмы? Беҙ «Ай, Уралым, Уралым» ҡобайырын өйрәнгәндә, алпан-толпан атлаған айыуы күп Уралтау, тип беләйек тә, бер көн килеп шуларҙан береһе лә ҡалмаһын әле. Ҡулыбыҙҙан ҙур эш килде: әкиәттәребеҙҙән, йәнһүрәттәребеҙҙән яҡшы таныш тайыш табандарыбыҙҙы ла бөтөрҙөк, тиербеҙме?
Тәбиғәтебеҙ ҡороп, бөтөп барған өсөн дә Экология йылы тип иғлан ителде бит быйыл. Тимәк, айыуҙар ҙа яҡлауға мохтаж. Күренекле рус яҙыу­сыһы Михаил Пришвин да: «Тәбиғәтте һаҡлау – ул тыуған илде һаҡлау», – тигән. Беҙҙең милләтебеҙ өсөн был ҡанатлы һүҙҙәр айырыуса мөһим. Үҙебеҙ бит, башҡорт – тәбиғәт балаһы, тип әйтергә яратабыҙ. Мөмкин булған бөтә урында уны һаҡларға өйрәнергә кәрәк. Беҙгә яраҡлаша алмаған һәр бер тере йәнде бөтөрөү, үлтереү тураһында һөйләү – ҙур хата. Киреһенсә, үҙебеҙгә тәбиғәткә яраҡлашырға өйрәнергә кәрәк. Ҡоштар, йәнлектәр, ғөмүмән, бөтә тереклек беҙҙең яҡлауға мохтаж. Айыуҙарға ла йәшәү өсөн шарттар булдырайыҡ. Ҡыҫҡаһы, тәбиғәтебеҙҙе һаҡлау үҙебеҙҙән тора. Бөтәбеҙ ҙә уның дуҫы булырға тырышайыҡ.

А. МӨНИРОВА.
Мәсетле районы.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Калифорнияға сәйәхәт

21.04.2019 - Махсус биттәр Калифорнияға сәйәхәт


Телеңде йоторлоҡ! (12.04.2019)

20.04.2019 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ! (12.04.2019)


Йондоҙнамә (15-21 апрель)

15.04.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (15-21 апрель)


Малайға тәрбиә биреп – ил тәрбиәләйһең, Ҡыҙға тәрбиә биреп – милләт тәрбиәләйһең

Телеңде йоторлоҡ! (15.03.2019)

13.04.2019 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ! (15.03.2019)


«Атайым – оло шәхес»

09.04.2019 - Махсус биттәр «Атайым – оло шәхес»


Йондоҙнамә (8-14 апрель)

08.04.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (8-14 апрель)


Үҙаллылыҡ емеше

08.04.2019 - Махсус биттәр Үҙаллылыҡ емеше


Мин һинһеҙ йәшәй алмайым

05.04.2019 - Махсус биттәр Мин һинһеҙ йәшәй алмайым


Миҙалһыҙ ҡалған батыр

04.04.2019 - Махсус биттәр Миҙалһыҙ ҡалған батыр


«Йола аша кешеләрҙә  йылға-күлдәргә,  тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш уятырға тырышам»

Табиптың да төрлөһө була

03.04.2019 - Махсус биттәр Табиптың да төрлөһө була