RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Юғалттым бәхетемде

17.12.2017 Юғалттым бәхетемде

Юғалттым бәхетемде
Минеңсә, мөхәббәт – ул бер кешенең икенсе кешегә ҡарата ныҡлы бәйләнеше, тәрән хисе. Уны инәлеп, үтенеп, ялбарып, көс менән алып булмай. Ваҡыты етһә, көтмәгәндә, һинән һорап тормайынса, үҙе килә. Тәнзилә исемле танышым бәхетен ҡулынан нисек ысҡындырыуы хаҡында һөйләгәйне.
– Бер нисә йыл элек Илнур менән таныштым. Тора-бара ул миңә ныҡлап эҫенеп китте, яратыуын да әйтте. Ә мин етди мөнәсәбәттәрҙән ҡурҡтым. Шулай дуҫлашып йөрөгәндән һуң ниңәлер арабыҙ һыуынды, мин осрашыуҙы туҡтаттым. Ул, миңә үпкәләптер, ахыры, башҡа яҙманы ла, шылтыратманы ла. Шулай ҙа Илнурҙың нисек йәшәгәне менән ҡыҙыҡһынып торҙом. Тик элекке һөйгәнемдең башҡа ҡыҙ менән осрашыуын ишеткәс, көнләшеү тойғоһо уянды, унһыҙ йәшәй алмағанымды аңланым.
Үҙем уға смс-хәбәрҙәр ебәрҙем, яратыуымды яҙҙым. Ул ваҡытта миңә нисек ауыр булғанын белһәгеҙ ине?! Һәр минут һайын Илнурымдан шылтыратыу, яуап хаттары көттөм. Юлда, урамда ул күҙ алдыма баҫа, беҙҙең бергә үткән һуҡмаҡтар уны иҫләтә, күңел тик уны эҙләй. Бындай хәлгә төшөрмөн тип уйлағаным да юҡ ине. Онот, егеттәр бөткәнме, тип әйтеүселәр ҙә булды. Эйе, артымдан йөрөүселәр әҙ түгел. Тик береһенә лә күңел ятмай, үҙемде унһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмауымды һуңлап аңланым. Бер заман ул ҡайтыр, барыһы ла элеккесә булыр, тип йәшәнем.
Был донъяла мөхәббәт бармы ул? Ни өсөн яратҡан кешең менән ҡауышып булмай?
Бер аҙҙан ул кәләш ала тигән хәбәрҙе ишеттем. Дөрөҫөн генә әйткәндә, хәҙер йәшәгем дә килмәй. Барыһына ла мин ғәйепле, мөхәббәтемде үҙем юғалттым. Хәҙер инде бергә булған парҙарҙы күрһәм, ҡыйын, йөрәк әрней...
Ысынлап та, бәхет ҡошон ҡулдан ысҡындырырға ярамай икән. Ғүмер бер генә. Аҙаҡ үкенерлек булмаһын.
Альбина апайығыҙ.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Һаҡсыл булғың килһә...

11.12.2018 - Махсус биттәр Һаҡсыл булғың килһә...


Йондоҙнамә (10-16 декабрь)

09.12.2018 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (10-16 декабрь)


Телеңде йоторлоҡ! Кәбеҫтә тоҙлау

06.12.2018 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ! Кәбеҫтә тоҙлау


Барыһы ла һыуытҡысҡа түгел

04.12.2018 - Махсус биттәр Барыһы ла һыуытҡысҡа түгел


Йондоҙнамә (3-9 декабрь)

03.12.2018 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (3-9 декабрь)


Әсе ҡамырҙан итле самса

03.12.2018 - Махсус биттәр Әсе ҡамырҙан итле самса


Гөлдәрегеҙ гөрләп сәскә атһын

02.12.2018 - Махсус биттәр Гөлдәрегеҙ гөрләп сәскә атһын


Хужабикәләргә кәңәш

30.11.2018 - Махсус биттәр Хужабикәләргә кәңәш


Ҡасан тоҙ һалырға?

28.11.2018 - Махсус биттәр Ҡасан тоҙ һалырға?


Йондоҙнамә (26 ноябрь - 2 декабрь)

26.11.2018 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (26 ноябрь - 2 декабрь)