НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Йондоҙнамә (21 – 27 август)

Йондоҙнамә (21 – 27 август)


Йондоҙнамә (21 – 27 август)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Әүҙем осор. Йондоҙҙар был арала йорт-хужалыҡҡа иғтибарҙы күберәк бирергә ҡуша. Бында күптән тәртип урынлаштырырға ваҡыт, әле бының өсөн уңайлы мәл. Уйламаған ерҙән килем алырһығыҙ. Яҡшы хәбәрҙәр төрлө яҡтан килеп торор.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Һүҙегеҙ, фекерегеҙ һәр саҡ үтемле булыр. Яҡындағылар менән дә һәр саҡ уртаҡ тел табырһығыҙ. Ләкин был тәү ҡарашҡа ғына шулай күренә кеүек. Һәр хәлдә, ҡатыраҡ булырға кәңәш ителә. Иң өмөтлө көнөгөҙ – шаршамбы.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Ижади һәләттәрегеҙ асылған мәл. Ҡыйынлыҡтарға бирешмәй, осраған хәлдәрҙе үҙ файҙағыҙға еңел бора алырһығыҙ. Шаршамбыға ҡаршы төндә күргән төшөгөҙҙө киреһенсә юрағыҙ. Йомала өмөтлө һөйләшеү булыуы бик ихтимал.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Һеҙҙе ҡәҙимге аҙна көтә. Көтөлмәгән хәлдәр булмаясаҡ. Шишәмбе әйбер йәки кейем һатып алыу өсөн уңайлы. Кесе йомала уйламағанда ниндәйҙер тәҡдим алырһығыҙ. Уның һеҙҙең өсөн файҙаһы булмаҫ кеүек.

Буға (21.04 – 21.05)
Шәхси тормошоғоҙҙа ыңғай үҙгәрештәр көтөлә. Йондоҙҙар был турала артыҡ һөйләмәҫкә кәңәш итә. Шаршамбылағы ваҡ уңышһыҙлыҡтар кәйефегеҙҙе һис тә төшөрмәҫ. Улар ваҡытлыса ғына булыр, моғайын.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Аҙна бер аҙ ҡатмарлы килергә оҡшай. Элек тамамланмаған эшегеҙ үҙе хаҡында йыш һиҙҙереп торор. Ҡайтарылмаған бурыстарығыҙ тураһында ла иҫегеҙгә төшөрөп тороусылар табылыр. Кесе йомалағы тырышлығығыҙ көткән һөҙөмтәне бирмәҫ кеүек.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Аралар һәм мөнәсәбәттәрҙең һәйбәтләнә барыуын асыҡ тойорһоғоҙ. Шулай ҙа яҡындарығыҙға артыҡ юғары талаптар ҡуймаҫҡа тырышығыҙ. Төп эшегеҙҙә мотлаҡ уңырһығыҙ. Тик иң етди мәсьәләләрҙе, бер кемгә лә тапшырмай, үҙегеҙ башҡарығыҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Ғөмүмән, сит кешеләр биргән кәңәштәргә ҡарата үтә иғтибарлы булығыҙ. Был арала кемдер һеҙҙе ниндәйҙер икеле эшкә йәлеп итергә маташыр. Һис икеләнмәйенсә, унан баш тартығыҙ. Йомала ыңғай яңылыҡ ишетерһегеҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Еңел аҙнаға өмөт итмәгеҙ. Был көндәрҙе йондоҙҙар тынысыраҡ, кеше күҙенә артыҡ салынмай үткәрергә кәңәш итә. Иң ҡатмарлы саҡ­тарҙа ниндәйҙер илаһи көстөң ярҙамын асыҡ һиҙемләрһегеҙ. Был арала ҡайһы бер эштәрҙе ҡабаттан башҡарырға тура килер, бәлки.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Осор барышында ҡәҙимгенән күберәк эшләр­һегеҙ, моғайын. Башланған эштәрегеҙҙе тиҙерәк ослап ҡуйыуығыҙ яҡшы булыр. Туғандарығыҙ ҙа әленән-әле төрлө мәшәҡәт өҫтәп торор. Уларҙы хәл итмәйенсә булмаҫ. Иң өмөтлө көнөгөҙ – шаршамбы.

Саян (24.10 – 22.11)
Һәйбәт мәл. Ҡулығыҙҙан бар эш тә килер. Бер юлы бер нисә мөһим эште уңышлы алып бара алырһығыҙ. Шаршамбыла ярҙам эҙләп мөрәжәғәт иткәндәрҙе иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ. Йәмәғәт эштәре күп ваҡытығыҙҙы алыр.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Көс-дәртегеҙ артҡан ваҡыт. Иң ауыр, күптән борсоп торған мәсьәләгә тотонһағыҙ ҙа була. Был арала кешеләр менән уртаҡ тел табыу күпкә еңеләйер. Аҡсағыҙҙы бик самалап ҡына тотоноғоҙ. Тиҙҙән һеҙҙе ҙур сығым көтә.

Сығыу ваҡыты 21-08-2017, 14:06 | Ҡаранылар: 358
|
  • Йондоҙнамә (6-12 март)
  • Йондоҙнамә (12-18 декабрь)
  • Йондоҙнамә (11 - 17 июль)
  • Йондоҙнамә (4 - 10 июль)
  • Йондоҙнамә (11-17 апрель)
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM