НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Йондоҙнамә (17 – 23 июль)

Йондоҙнамә (17 – 23 июль)


Йондоҙнамә (17 – 23 июль)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Осор аралашыуға бай булмаҡсы. Осрашыуҙар, яңы танышлыҡтар, алыҫ булмаған сәфәрҙәр күбәйер. Ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәр ҙә артыр. Шаршамбыла ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәләне ыңғай хәл итерһегеҙ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Аҙна һәйбәт башланыр. Тик йомалағы ваҡиғаларҙың һеҙҙең өсөн бер аҙ көтөлмәгәнерәк булыуы ла ихтимал. Шулай ҙа артыҡ борсолор өсөн етди сәбәп юҡ кеүек. Ярҙам кәрәк булһа, уны һорауҙан тартынмағыҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Дошманығыҙ был арала «теш»тәрен күрһәтер. Быға әҙер тороғоҙ, уяулыҡ тураһында берүк онотмағыҙ. Күптәр ниндәйҙер оло маҡсаттан әлегә баш тартырға мәжбүр булыр.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Тормошоғоҙҙа көсөргәнешлек ныҡ һиҙелер. Төрлө уйланмаған хәл өйрәнелгән көн тәртибегеҙҙе боҙор. Ғөмүмән, осор ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән тулы булыр. Әйткәндәй, улар оҙаҡҡа бармаҫ.

Буға (21.04 – 21.05)
Еңел көндәргә өмөт итмәгеҙ. Күпселек ваҡыт юҡ-бар мәшәҡәттәр, ваҡ-төйәк эш менән үтер. Тырышыуға ҡарамаҫтан, һиҙелерлек бер ниндәй ҙә эш башҡара алмаҫһығыҙ. Күптәр был арала насар ғәҙәттәргә ҡаршы тора алмаҫ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Тормошоғоҙҙа ниндәйҙер яңырыу төҫмөрләнә кеүек. Үткән ваҡиғалар, ҡылған эштәр һәм хаталарығыҙ әкренләп онотола башлар. Шаршамбылағы хәлдәр һеҙҙең өсөн көтөлмәгән, ләкин ыңғай һәм өмөтлө буласаҡ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Аҙна барышында аҡсағыҙҙы бик ипләп, самалап ҡына тотоноғоҙ. һаран булып күренергә бер ҙә оялмағыҙ. Күптәр был арала етәкселәр, оло йәштәге кешеләр менән аралашҡанда ҡытыршылыҡтарға осрар.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Юлығыҙҙа ҡыйынлыҡтар күбәйеп китер. Төрлө сәбәптәр арҡаһында башҡарған эштәрегеҙ тотҡарланыр һымаҡ. Йондоҙҙар сәбәләнмәҫкә, бөтә хәлгә лә тыныс ҡарарға кәңәш итә. Тормош был юлы һеҙҙе һынай ғына, сабыр булығыҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Әгәр алдан уйлап маҡсаттар ҡуйһағыҙ, ҡайһы бер уңыштарға өлгәшә алырһығыҙ. Иң өмөтлө көндәрегеҙ – шишәмбе һәм шәмбе. Бәғзеләрҙең матди хәле бер аҙ һәйбәтләнер. Осор уҡыған һәм белем алғандар өсөн яҡшы килер.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Был арала үҙегеҙгә күберәк иғтибар бирегеҙ. Бәләкәй генә сәбәп менән булһа ла табиптарға күренергә йыбанмағыҙ. Буйҙаҡтарҙы өмөтлө танышыу көтә. Бының өсөн шаршамбы һәм йомала мөмкинлектәр булыр.

Саян (24.10 – 22.11)
Файҙаһыҙ һөйләшеүҙәр көс-ваҡытығыҙҙы күп алыр. Ҡайһы ваҡыт төшөнкөлөккә бирелерһегеҙ. Бошонмағыҙ, бик тиҙҙән тормошоғоҙға ыңғай үҙгәрештәр инер. Был арала элек боҙолған араларҙы яңынан тергеҙерһегеҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Матди хәлегеҙ бер аҙ борсоп торор. Аҙна барышында яҡын туғандарығыҙ менән араны яйға һалыр өсөн дә тырышырға тура килер. Бурысҡа аҡса алыуҙан һәм биреүҙән әлегә тыйылырға ҡушыла.


Сығыу ваҡыты 18-07-2017, 09:53 | Ҡаранылар: 322
|
  • Йондоҙнамә (29 май - 4 июнь)
  • Йондоҙнамә (15-21 май)
  • Йондоҙнамә (13-19 февраль)
  • Йондоҙнамә (19 - 25 сентябрь)
  • Йондоҙнамә (8 – 14 февраль)
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM