НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Микротулҡынлы мейес

Микротулҡынлы мейес


Микротулҡынлы мейесМикротулҡынлы мейесе булмаған кешеләр һирәктер. Тиҙ генә һыуынған ризығыңды, бәлештәреңде йылытып алыу өсөн бик уңайлы замана техникаһы ул. «Микроволновка»ның зыяны тураһындағы уйҙырмалар һәм дөрөҫлөккә тап килгән факттар менән танышып сығайыҡ.
Микротулҡындар зарарлы тиҙәр. Маг­нетрон тарафынан таратылыусы тулҡындар ионлаштырылмай. Шуға күрә уларҙың ри­зыҡҡа ла, кешеләргә лә кире йоғонтоһо юҡ.
Икенсе уйҙырма – микротулҡынлы мейестә ризыҡтың молекуляр структураһы үҙгәрә һәм ундағы әйберҙәр канцероген хәлгә инә. Әммә әлегә был фекерҙе дәлилләүсе бер генә факт та юҡ. Ризыҡты рентген нурланышы ғына бындай хәлгә килтерә ала. Микротулҡындарҙа аҙыҡты май һалмайынса ғына бешерергә йәки йылытырға мөмкин. Ул тиҙ арала әҙер була, температура 100 градус­тан артмай – духовкала, миҫал өсөн, 180 градуста бешерәбеҙ.
Өсөнсө уйҙырма – микротулҡынлы мейестән сыҡҡан нурланыш кеше сәләмәтлеге өсөн ҡурҡыныс, тиҙәр. «Вай-фай» роутеры йәки заманса телевизор ҙа шундай нурланыш бирә. Эшләп торғанда ул мейестә көслөрәк була, шулай ҙа тышҡа сыҡмайынса, йыһаз эсендә ҡала. Магнетрон туҡтауға, микротулҡындар һүнә һәм ризыҡта һаҡланмай.
Шулай ҙа, әлеге мейесте ҡулланғанда, ҡайһы бер ҡағиҙәләр үтәлергә тейеш.
– «микроволновка» эшләгәндә, быялаһына текәлеп, тәрилкәнең әйләнеп тороуын ҡарарға кәрәкмәй. Был ваҡытта унан бер метр алыҫлыҡта булыу яҡшыраҡ.
– балалар өсөн алынған ризыҡты йылытмағыҙ, зыяны теймәй, әммә файҙалы матдәләре ҡалмай.
– Бешергәндә ризығығыҙҙы махсус ҡапҡас менән ҡаплағыҙ.
– Мейес эшләгәндә йөрәгендә кардиостимулятор йөрөткәндәр уға яҡын килмәһен.
– Ризыҡты пластик, тимер, сатнаған һауыт-һабаға һалмағыҙ.
– Әйләнә торған тәрилкәһен ике аҙнаға бер мәртәбә һеркә менән йыуығыҙ.

Сығыу ваҡыты 26-07-2017, 12:06 | Ҡаранылар: 235
|
  • Өйҙә эшләнгән хот-дог
  • Ҡолаҡ һал!
  • Мультиварка - уңайлы әйбер
  • Дуҫтарға тағы бер көтөлмәгән бүләк
  • Донъя яңылыҡтары
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)



  • Радио Юлдаш FM