НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » "Тормош үҙе сюжет бирә"

"Тормош үҙе сюжет бирә"


"Тормош үҙе сюжет бирә"
йәки Билдәле сатирикка кешеләрҙе көлдөрөүе еңелме?

Яңы ғына “мейестән сыҡҡан” китабы – “Өй эйәһе” менән яҙыусы Венер ИСХАҠОВ үҙен өлгөрөп еткән, ҡәләмен шымартҡан сатирик итеп танытты. Береһенән-береһе ҡыҙыҡлы, шул уҡ ваҡытта тормошсан хикәйәләр авторы менән сатира һәм юмор жанры тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Кешене көлдөрөү еңел кеүек күренә. Ә сатира әҫәре яҙыу ауырмы?

– Ысынлап та, кешене көлдөрөү анһат ҡына кеүек. Арабыҙҙа мәрәкәсел кешеләр бихисап. Бер ҡараһаң, улар күргән-ишеткәндәрен бүтәндәрҙе көлдөрәм тип тә һөйләмәй, булмышы менән шулай. Ә уны тыңлаусылар рәхәтләнеп көлә. Сатирик һәм юмористик хикәйәләр яҙыуға килгәндә, шәхсән әллә ни ауырлыҡ кисермәйем. Теге йәки был күренеште күңелгә һеңдереп ҡуям да, мәле еткәс, ҡағыҙға төшөрәм. Шулай ҙа, бар теләгәнемде яҙам, тип тә әйтә алмайым. Хикәйәңдең гәзиттә, журналда донъя күреүен дә теләйһең. Ошо йәһәттән әсе генә фекерҙәрҙе барыбер үҙеңдә ҡалдырырға тура килә.

– Әҫәрҙәрегеҙгә хәл-ваҡиға­ларҙы ҡайҙан алаһығыҙ?

– Тормош ғәжәп үҙенсәлекле һәм күп яҡлы. Атлаған һайын ҡәләмгә эләгерҙәй хәлдәр осрап тора. Ижадсыға шуларҙы күҙәтә белергә, күңелеңдән анализларға ғына кәрәк. Йәнә сатирикка күберәк кеше менән аралашырға, янындағыларҙың үҙен тотошона, холоҡ-фиғеленә иғтибарлы булыу ҙа етә.
Әйткәндәй, беҙҙең халыҡ ғәжәп күҙәтеүсән. Күптәр теге йәки был күренеште үҙенсә күреп, һығымта яһап, бына шуны яҙырға кәрәк ине, тигән уй кисерә. Әммә уны тейешле тәртиптә ҡағыҙ битенә төшөрә алмай. Шундай кешеләр ҙә йыш ҡына миңә юморескаға сюжет бирә. Ҡайһы берәүҙәр редакцияға килеп, үҙҙәре лә аңламаҫтан һиңә образ бүләк итеп китә. Мәҫәлән, бер егет хаҡында матур ғына мәҡәлә яҙҙым. Яҙмамда уны етәксе, йыр-моңға маһир, талантлы шәхес булараҡ күрһәтергә тырыштым. Ғаиләһе менән юлдары айырылыуы ла мәғлүм ине. Мәҡәлә гәзиттә донъя күргәс, уның ҡәйнәһе редакцияға шылтыратып, рәхәтләнеп кейәүен яманланы. Республикаға билдәле генә ханымдың шундай түбәнлеккә төшөүенә иҫем китте. Бының менән ул кейәүенең түгел, ә үҙенең ысын йөҙөн асты. Был ваҡиға миңә йәнә яҙырға “ем” бирҙе. Тиҙҙән “Профессор дәресе” тигән юмореска яҙылды.

– Бөгөн тормош ауыр, тип зарланабыҙ. Уҡыусыларҙа көлкө ҡайғыһы бармы?

– Халыҡ ауыр, ҡайғылы мәлендә лә күңелен һәр ваҡыт йыр-моң, йор һүҙ менән күтәрергә тырышҡан. Гәзиттә баҫылған хикәйәләремде “Бәйләнештәр” сайтындағы битемә ҡуйып барам һәм үҙемә бөтөнләй таныш булмаған кешеләрҙең уҡып, баһа биреүенән, көлкөлө әҫәрҙәр­ҙе халыҡ уҡый, тигән ҡарарға киләм. Күптән түгел “Өй эйәһе” тигән китабым сыҡҡайны. “Уҡыйбыҙ, оҡшаны”, – тиҙәр. Тик бына китапты уҡыусыларға еткереү тарафынан ҡытыршылыҡтар бар. Нимә генә тимә, совет осоронда үҙәкләштерелгән китап һатыу системаһы эшләне, ҙур ауылдар­ҙың бөтәһендә лә китап магазиндары булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер район үҙәктәрендә лә бындай магазиндар юҡ тиерлек. Бөтә кеше лә Өфөгә килеп йөрөй алмай бит.

– Йәш ижадсылар араһында сатириктар бармы?

– Беҙ сатира һәм юмор менән дуҫ булған әҙиптәрҙең әҫәрҙәрен мәктәптән үк өйрәнеп үҫтек. Аҡмулла ижадында ла сатира ярылып ята. Мәжит Ғафури, Шәйехзада Бабич үҙе генә ни тора! Үҙ заманының һәр кире күренешенә, ҙур дәрәжәле һәр тибына ҡарата үткер, әсе шиғырҙар, эпиграммалар яҙған Бабич был өлкәлә һаман да алдына бер кемде лә сығармаған әҙип булып ҡалалыр, моғайын. Сатира, юмор хаҡында һүҙ алып барғанда, әлбиттә, һүҙ оҫтаһы Сәғит Агишты күҙ алдына килтерәбеҙ. Уның “Мәхмүтов” повесын, “Шартына килһен”, “Ялағай”, “Эш самауырҙа түгел”, “Мәзин йортонда”, “Мин һыйыр түгел” кеүек бик күп хикәйәһен уҡыған һайын уҡығы килә. Уларҙан һуң Тимер Арыҫлан, Марат Кәримов, Марсель Сәлимов, Рәдиф Тимершин – был жанрҙы тулыландырыуға ҙур көс һалған әҙиптәр. Бына ошо шәхестәр осоро менән сағыштырғанда, ниндәйҙер һүлпәнлек күҙәтелә. Шулай ҙа мин шәхсән Мөнир Вафин, Рәзилә Ырыҫҡужинаны ошо көстө дауам иткән ижадсылар төркөмөнә индерер инем.
Нисек кенә булмаһын, халыҡ сатираны, юморҙы яратып уҡый. Аҙаҡ уҡығанын бүтәндәргә көлөп һөйләй, оҡшаш кешеләргә шул образ исемен ҡушамат итеп тә таға. Беҙ башлыса ҡыҫҡа хикәйәләр яҙыу менән мәшғүлбеҙ. Халыҡ кинәнеп уҡырҙай ҙурыраҡ хикәйәләр, повестар ижад итеү хаҡында уйларға кәрәк. Кеше сатира һәм юморға ниндәйҙер арауыҡ ваҡыт үткәс киләлер, тип уйлайым. Бының өсөн тормошто күҙәтеү, кешеләрҙе өйрәнеү, тормош тәжрибәһе туплау мөһим.

– Бөгөн күп осраҡта юмор билдән түбән төшөп китә. Был сит илгә эйәреүме әллә халыҡ ихтыяжымы?

– Концерттарға йыш йөрөйөм. Кеше көлдөрәбеҙ тип, туҙға яҙмаған әҫәрҙәрҙе уҡығандарын ишетеп, бының менән нимә әйтергә теләне икән, тип уйлайһың. Үҙәк телевидениенан йыш ҡына ауыҙына нимә тура килә шуны һөйләгән, бушҡа ауыҙ йырған кешеләрҙе, сатирик, тип ебәрәләр. Ә бит юмор буштан-бушҡа көлөү түгел, ә ауыҙыңдан сыҡҡан һүҙгә ниндәй­ҙер мәғәнә һалыу, халыҡты уйландырыу. Ысынлап көлөү өсөн тормошобоҙҙа миҫалдар бөтәһе түгел. Мәҫәлән, ҡулайлаштырыу сәйәсәте менән бәйле, бөгөн мәктәптәрҙә физика, тел һәм әҙәбиәт, йыр кеүек бер нисә фәнде бергә алып барған уҡытыусылар бар. Башҡорт теле уҡытыусыһының теүәл фәндәрҙән тейешле кимәлдә белем биреүенә шикләнәм.
Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа Башҡортостан юлдаш телеви­дение­һында “Күңелле йәшәйбеҙ” тигән тапшырыу бара. Стәрле­тамаҡ башҡорт дәүләт драма театры артистары уйнаған тапшырыу күптәргә оҡшай. Ҡыҫҡа ғына көләмәстәрҙән эшләнгән тамашаны ҡарап ултырыуы кинәнес. Тимәк, халыҡтың күңелен күрер өсөн билдән түбән темаға төшөү мотлаҡ түгел. Бары был юҫыҡта уйланырға, эҙләнергә кәрәк.

– Башҡорт халыҡ ижады мәҙәктәргә, йор һүҙгә бай. Ул тармаҡ ныҡлы өйрәнелгәнме? Ғилми эш кеүек өйрәнеүселәр бармы?

– Ысынлап та, беҙ барыбыҙ ҙа – халыҡ ижады өлгөләрен уҡып, ундағы батырҙарға, уларҙың тапҡырлығына, зирәклегенә һоҡланып, зиһенебеҙҙе байытып тәрбиәләнеп үҫкән быуын. Бөгөнгө күҙлектән, әҙәбиәтебеҙҙең сатирик тамыр­ҙары алыҫ үткәндәргә барып тоташа, тип әйтер инем. Башҡорт халҡының бай фольклорында, башҡа жанрҙар менән бер рәттән, байҙарҙы һәр саҡ төп башына ултырта килгән тапҡыр һүҙле, әсе телле Ерәнсә сәсән, халыҡты йәберләүсе залимдарҙы ғына алдаған Алдар батыр хаҡында фәһемле әкиәттәр, хандарҙы, ҡомһоҙҙарҙы, байҙарҙы, ялҡауҙар­ҙы һәр саҡ көлкөгә ҡалдырған көнкүреш әкиәттәре, көләмәстәр ҙур урын алып тора. Халыҡ элек-электән хакимдарҙан, ахмаҡтарҙан көлә белгән. Шулай ҙа был тармаҡ етди өйрәнелгән тип әйтеп булмай. Әлеге өлкәне ғилми эш булараҡ өйрәнгән кеше тойолмай.

– Һеҙ тормошта ниндәй кеше? Ғәҙәттә, кеше көлдөрөүселәр етди була тиҙәр. Шаяртыуығыҙға үпкәләүселәр йыш буламы?
– Бындай һорауҙы йыш бирәләр. Тормошта ла шаян кешемен, тип уйлайым. Әммә ҡайһы саҡ үҙемде эстән генә, етдиерәк булырға кәрәк, тип тәнҡитләп алһам да, был ниәтем килеп сыҡмай ҙа ҡуя. Мәҫәлән, балаларым менән дә йыш ҡына шаярып, көлөп һөйләшәм. Ҡайһы ваҡыт ирештереп тә алам. Атай кешенең балалары менән аралашыуы улай булырға тейеш түгеллеген аңлап, хатамды төҙәтергә хыялланам. Тик тәбиғәттән һалынған холоҡтан теләп кенә ҡотолоп булмайҙыр.
Ә үпкәләүгә килгәндә, ысынлап та, бар ундайҙар. Берәүҙәр әҫәрҙәремдә үҙҙәрен таный. Шулай бит әле, тип төбәп кенә әйтмәһә лә, уңайы сыҡҡанда төрттөрөп булһа ла үпкәһен белдерә. Бәғзеләре асыуын башҡалар аша еткерә.

– Бөгөн һүҙ оҫталары, сәхнәгә сығарырлыҡ сатирик әҫәрҙәргә ҡытлыҡ кисерәбеҙ, ти...
– Беҙҙең халыҡ юмор һөйә, көлкө ярата. Үкенескә күрә, һуңғы йылдар­ҙа халыҡтың ошо жанрға булған ихтыяжы ҡәнәғәтләндерелә, тип әйтеп булмай. Әүәл, уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарында артистар ҡатнашлығында йыл һайын 1 апрелдә Көлкө кисәләре гөрләп үтә ине. Уларға халыҡ эркелеп йөрөнө, хатта тамаша залдарына һыймаған саҡтарын хәтерләйем. Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаев менән Салауат Әбүзәрҙең “Нефтселәр” мәҙәниәт һарайында үткән шиғриәт кисәһендә халыҡ шығырым тулы булды. Икеһе лә сатирик шиғырҙарын уҡып, тамашасыларҙы көлдөрҙө, уйға һалды. Вәхит Хызыров, 23 февралгә арнап, “Һалдат мәҙәктәре” тигән көлкөлө тамаша әҙерләгәйне. Халыҡ бик оҡшатты, күпләп йөрөнө.
Ысынлап та, был юҫыҡта ниндәй­ҙер ҡытлыҡ барҙыр, тим. Әммә ошо өлкәлә эшләгән артистар гәзит-журналдар менән дуҫ булып, даими ҡарап барһындар ине. Матбуғат биттәрендә көн ҡаҙағына һуҡҡан юморескалар, монологтар донъя күреп тора бит. Ундайҙарҙы үҙем уҡыйым да, бына ошоно рәхәтләнеп сәхнәлә уҡырға була бит, тип уйлайым. Икенсенән, сәхнәлә монологтар, юморескалар ғына уҡырға тимәгән бит. Минең тартмамда атаҡлы сатирик Тимер Арыҫландың бер китабы ята. Унда ғәжәп шәп юмористик шиғырҙар тупланған. Ундағы һәр шиғырҙы сәхнәнән уҡып, халыҡтың күңелен күрергә була. Әйткәндәй, был юҫыҡта үҙемдең бер нисә монологым бар. Осрашыуҙарға йөрөгәндә уҡыһам, халыҡ оҡшата.

– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! “Йәшлек” уҡыусылары киләсәктә яңы әҫәрҙәрегеҙҙе уҡып ҡыуаныр, тип өмөтләнәбеҙ!


Гөлнур ЮЛДАШЕВА
әңгәмәләште.

Сығыу ваҡыты 18-05-2017, 09:30 | Ҡаранылар: 94
|
  • “Өй эйәһе”нең шифаһы тейһен
  • "Әҙәбиәт әҙәпкә хеҙмәт итә"
  • “Аҡсаһыҙлыҡ ижадҡа кәртә түгел”
  • Әлегә атым туғарылмаған
  • Әҙәбиәт – мәҙәниәттең нигеҙе
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • «Башҡортостандың 100 шәхесе»
  • Аҙашҡан хыял (тулыһынса)
  • Ҡайтыу (хикәйә) тулыһынса
  • “Тиҙерәк үлһәм ине…”
  • Беренсе мөхәббәт юҡ ул!
  • “Үҙебеҙҙеке йәл”
  • Юрамал ҡағыҙ (булған хәл)
  • Йома ни өсөн изге көн?
  • «Самауыр янында» йыйылайыҡ
  • Танышыу (булған хәл)



  • Радио Юлдаш FM