НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » “Башһырт тауҙары IX быуатта уҡ билдәле булған”

“Башһырт тауҙары IX быуатта уҡ билдәле булған”


“Башһырт тауҙары IX быуатта уҡ билдәле булған”
йәки Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы Бөрйәндең уникаль тәбиғәтен һаҡлауға тос өлөш индерә
Ҡурсаулыҡтар – тәбиғәтебеҙҙең тейелгеһеҙ, һаҡланған урындары, антропоген йоғонто булмаған утрауҙар. Кеше аяғы баҫмаған, ҡурсыулы урындарҙа үҫемлектәргә лә зыян килмәй, йәнлектәр, ҡоштар ҙа үрсей.
Тәбиғәтте һаҡлау һағында тороусыларҙы бөгөн ниндәй мәсьәләләр борсой? Ҡурсаулыҡтар туристарҙы ҡыҙыҡһындырамы?
Айырыуса һаҡланылыусы тәбиғәт биләмәһендә башҡарыл­ған эштәр, тәбиғи үҫеште һаҡлауға ҡоролған саралар тураһында Бөрйән районында урынлашҡан Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы директоры, биология фәндәре кандидаты Вәсилә Әхәт ҡыҙы ЯНЫБАЕВА менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы – Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып ойошторолған ҡурсаулыҡ­тар­ҙың береһе. Ул илебеҙҙең ҡурсаулыҡтар системаһында үҙенең ҡаҙаныштары, күрһәткестәре ме­нән ниндәй урынды биләй?
– Уралтау һырты сигендә урын­лаш­ҡан Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы – Рәсәйҙәге иң оло ҡур­сау­лыҡтарҙың береһе. Беҙҙе “ал­тын уртаҡлыҡ” тип атап йөрөтәләр. Үҙенең ойошторолоу тарихында һынылышлы осорҙарҙы, күпте күргән. Бер ниндәй ҙә яңылыҡ индермәгәнбеҙ: электән килгән фәнни традицияларҙы дауам итәбеҙ, байытабыҙ. Маҡсатыбыҙ – тәбиғәт процестарының һәм күренештәренең тәбиғи әйләнешен, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһының генетик фондын, айырым төрҙәрен, типик һәм уникаль экология системаһын өйрәнеү һәм һаҡлау. Беҙҙең ҡаҙаныштарыбыҙҙы, өлгөлө тәжрибәбеҙҙе илебеҙҙең айырыуса һаҡланылыусы тәбиғәт биләмәләре хеҙмәткәрҙәре өйрәнә.
Сер түгел, ҡасандыр территориябыҙҙы кәметергә лә теләнеләр. Ошо биләмәләрҙе һаҡлап алып ҡалыуыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Ҡурсаулыҡта көн торошон тикшереү өсөн метеостанция эшләй. Уны ябырға ҡушһалар ҙа, беҙ ҡалдыр­ҙыҡ. Сөнки көн торошон күҙәтеү – фән өсөн мөһим компонент. Тә­биғәт миҙгелдәрендәге температураны анализлау өсөн мәғлүмәттәр­ҙе бөтә Рәсәйгә ебәрәбеҙ.
Ҡурсаулыҡтың төп байлығы – урманлы тауҙар. Ошо урындарҙа дым күпләп туплана, был бөтә төбәккә лә йоғонто яһай. Билә­мәләребеҙ геологик тарихы менән дә уникаль. Палеозой осорона тиклем барлыҡҡа килгән, ерҙәге ҡаҙылма байлыҡтарҙың боронғо ҡатламы урынлашҡан Ҡыраҡа, Башһырт тауҙарын хатта бөтә донъя геологик һәйкәле итеү тураһында халыҡ-ара консилиумда ла һүҙ булды. Урта быуаттың күренекле ғалим-географы Әл-Бируни IX быуатта уҡ Башһырт тауҙары тураһында яҙып ҡалдырған. Үҙе­беҙҙең маршруттарҙы ла тарихи-этнографик картаға нигеҙләнеп төҙөнөк. Башһырт шарьяжын (тектоник ҡатлам) турис­тик бренд итеп ҡарайбыҙ.
– Ҡурсаулыҡтың фәнни бүлеге ундағы хайуандарҙың һәм үҫемлектәрҙең торошон күҙәтеүсе, иң дөрөҫ мәғлүмәт үҙәге һанала. Һуңғы йылдарҙа флора һәм фауна үҫешендә ниндәй үҙгәрештәр күҙәтелде?
– Ҡурсаулыҡтың флораһы һәм фаунаһы бик бай. 317 төрлө таш мүге,12 төрлө ағас мүге, 747 төрлө көпшәле үҫемлек, шул иҫәптән “Ҡыҙыл китап”ҡа ингән 105 төрлө үҫемлек үҫә. Мүк төрҙәренең 85 проценты беҙҙә генә осрай. Орхидея ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәрҙе Башҡортостанда бик һирәк осратырға була. Беҙҙә улар­ҙың күп төрө үҫә һәм өйрәнелә. 80 йыл буйы ҡурсаулыҡта ҡайһы бер йәнлектәр юҡҡа сығып, башҡалары үҙҙәренә урын тапты. Бында хәҙер ҡабан сусҡаһы, марал, ондатра, Америка шәшкеһе лә бар.
– Билдәле булыуынса, 1940 йылда тәжрибә үткәреү маҡсатында Алтайҙан 30 марал килтерелә. Был хайуандар һуңғы йылдарҙа үрсенеме әллә кәменеме? Быйыл ҡар ҙа ҡалын булды…
– Төрлө ваҡыттары була. Ярты быуат эсендә уларҙың һаны 1500-гә тиклем барып етә. 90-сы йылдарҙа улар кәмене. Былтыр беҙҙең биләмәлә 30 – 40 баш йөрөйҙөр тип уйлағайныҡ, һуңғы иҫәптә 80-ләп һананыҡ. Ҡояшлы, дымлы урындар­ҙы яраталар. Браконьерҙар теймәһә, төрлө сирҙәргә юлығып үлгәндәре юҡ. Ҡурсаулыҡ биләмәһендә үҙҙәрен иркен тоталар, тыныс урын, яҡлаулы икәнлектәрен беләләр. Былтыр популяцияны тергеҙеү маҡсатында Алтайҙан тағы туғыҙ марал алып ҡайттыҡ. Ҡурсаулыҡта уларҙың вольеры ла бар.
– Янғындар ҡурсаулыҡтарға ҙур зыян килтерә. Таулы-урманлы зонала күп осраҡта йәшен арҡаһында ут сыға. Уларҙы һүндереү өсөн матди-техник базағыҙ ниндәй торошта?
– Янғындарҙың күпселегенең сәбәбе, ысынлап та, йәшендән ут сығыу. Былтыр 16 янғын осрағы теркәлеп, 33 гектар ер янды. Хатта бер көндә дүрт урында яна ине. Техника үтеп инә алмаған урындар­ҙа ут ҡул көсө менән һүндерелә. Күберәк һыу һиптергестәр ярҙамға килә. Элекке алымдарҙы ҡулланабыҙ. Вертолеттар менән һыу һибеп кенә һүндереп булмай. Улар янғынды еле менән көсәйтә генә, һыу ҙа күп китә. Таулы зонала өҫтән һыу һиптерелгәндә һауала уҡ осоп бөтә. Былтыр бағыусыларыбыҙ күп һыу һыйҙырышлы һауыттар һатып алыр­ға ярҙам итте.
– Хәҙерге туристарҙың талаптары ниндәй? Улар ҡурсаулыҡ биләмәһендә нимәләр күрергә теләй?
– Улар үҙ күҙҙәре менән тере йәнлектәрҙе, үҫемлектәрҙе күрергә теләй – нимәнелер тотоп, һыйпап ҡарарға кәрәк. Этнография менән ҡыҙыҡһыналар. Этнографик туризм сиктәрендә ҡунаҡтарҙы башҡорт халҡының тарихы, йолалары менән таныштырабыҙ. Беҙҙең махсус бүленгән маршруттарҙа экологик белем биреү маҡсатында экскурсиялар ойошторола. Махсус һуҡмаҡтар, туҡталҡалар булдырғанбыҙ, ҡунаҡ йорттары бар. Ҡурсаулыҡтың Тәбиғәт музейы ла экспонаттарға бик бай. Унда Башҡортостанда йәшәүсе бөтә төр ҡош-йәнлекте, күбәләкте күрергә була. Йыл да эколагерь эшләп килә. Балалар төрлө сара, фәнни тикшеренеүҙәр үткәрә, экологик мәҙәниәт нигеҙҙәрен өйрәнә. Турис­тарҙы күпләп ҡабул итергә мөмкинлегебеҙ сиклерәк. Кешенең хужалыҡ итеү эшмәкәрлегенән зыян күрмәгән, тейелгеһеҙ итеп һаҡлан­ған ҡурсаулыҡтағы тәбиғәтте күреп, ысын урман шулай була икән, тип һоҡланып ҡайтып китәләр.
– Айырыуса һаҡланылыусы тәбиғәт биләмәләрендә халыҡ тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен һанламай, закондарҙы боҙа, әммә штрафтарын түләргә ашығып бармай…
– Эйе. Сөнки хәҙер штрафтарҙың күләме ныҡ артты, иң әҙе – 3 мең һум. Үҙегеҙ беләһегеҙ, ауылдарҙа эш юҡ, эш хаҡтары аҙ. Түләттереп булмай. Халыҡтың малы ҡурсаулыҡ биләмәһенә инеп, ерҙе тапай. Был тәбиғәт өсөн зыянлы – таулы- урманлы зонала ер тиҙ кибеп бара, эррозияға бирелә. Беҙҙең урын­дар­ҙа көтөү ойоштороуы ауыр. Шуға ла үҙебеҙҙә үҫкән үләндәрҙе сәсеп, махсус яһалма көтөүлектәр булдырыу мәсьәләһен дә күтәреп сыҡҡайныҡ.
Ҡороған ағастарҙы халыҡ утынға бушлай алһын, тиҙәр. Улар ҙа бит экосистеманың бер өлөшө, сылбыры булып торғанын хәтерҙән сығарырға ярамай. Серегән ағаста тупраҡта үҫә алмаған бәшмәктәр, лишайниктар үҫә… Ә улар булмаһа, ландшафт та боҙоласаҡ.
– Ҙур ҡалаларҙа ағыулы төтөн бүлеп сығарған ҡеүәтле заводтар эшләй, автомобилдәр һаны күбәй­ҙе. Уларҙың йоғонтоһо һеҙҙең биләмәләрҙә сағылыш табамы?
– Бейек тауҙар һауалағы бар нәмәне үҙенә тартып торған үҙенсәлеккә эйә. 2000 йылда Башҡорт дәүләт ҡурсаулығынан алып Магнитогорск ҡалаһына тиклемге аралағы тупраҡ ҡатламын, үҫемлектәрҙе һәм болан итендә ауыр металдарҙың булыу-булмауын өйрәндек. Тикшеренеүҙә­ре­беҙҙән күренеүенсә, зарарлы матдәләрҙең иң күбе ҡала эргәһендә түгел, беҙҙең тауҙарҙа булып сыҡты. ПДК норманан артыҡ ине.
– Һеҙҙе тағы нимәләр борсой?
– Планетабыҙҙа таҙа һыу запасы әҙәйеүгә зарланабыҙ. Урман­дарыбыҙҙың кислород сығанағы булыуын, һыу ресурстарын тотоп тороуын хәтерҙән сығармаһаҡ ине. Оло йылғаларҙы бәләкәй йылғалар туйындыра. Һыу сығанаҡтарының ҡороуына юл ҡуйырға ярамай. Башҡортостанда күп йылға Урал һырттарынан башлана. Урманлы тауҙарыбыҙ төбәктең климатында төп роль уйнай. Беҙҙең ҡурсаулыҡ биләмәләренән ситтәге урман зоналарында ҡоролоҡ күҙәтелә башлаған. Был бик хәүефле сигнал.
– Ҡурсаулыҡтар өсөн бөгөн иң ҙур мәсьәлә?
– Проблемаларыбыҙ барыһы менән дә уртаҡ – ауыл ерендә ҡаты һәм шыйыҡ көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү. Тормошобоҙ алға киткән, беҙҙең өсөн уңайлыҡтар бул­ды­рылған һайын, тәбиғәткә ни тиклем зыян килтереүебеҙҙе аңлап та етмәйбеҙ. Миҫал өсөн, ябай ғына «Фейри» шыйыҡсаһы менән һауыт- һаба йыуғанда беҙ 17 метр квадрат ерҙе бысратабыҙ. Ул һыу сығанаҡтарына ла төшә. Бер батарейка 20 квадрат метр ерҙе ағыулай. Ҡурсау­лыҡтарҙа сүп-сар, бәҙрәф урындарын юҡҡа сығарыу мәсьә­ләһе бик актуаль.
Айырыуса һаҡланылыусы тәбиғәт биләмәләренә хәҙер федераль ҡаҙнанан аҡса әҙ бүленә. Шуға ла экологик талаптарға яуап биргән инфраструктура төҙөп булмай.
– Күп йылдар инде ҙур ҡурсаулыҡты етәкләйһегеҙ. Ҡатын-ҡыҙға етәксе булыуы ауырмы?
– Ҡурсаулыҡтың үҙәге урынлаш­ҡан Һарғая ауылында тыуып үҫтем. Бәләкәйҙән тәбиғәтте һаҡлау, ҡурсаулыҡтар эше миңә таныш, күңелемә яҡын. Башҡорт дәүләт университетының биология факультетын тамамланым, кандидатлыҡ дәрәжәһенә диссертация яҡланым. Йәштән ошонда эшләнем, фән менән шөғөлләндем. Шуға ҡурсаулыҡтың тормошон яҡындан беләм, был өлкәләге эште яҡшы аңлайым. Рәсәйҙең ҡурсаулыҡтар системаһында ҡатын-ҡыҙ директорҙар күп кенә. Етәкселектә тик ир-егеттәр генә тимәҫ инем. Етәксе булыу еңел түгел. Хужалыҡ эштәренә ир- егеттәр күҙлегенән ҡарарға тура килә. Эшеңдең һөҙөмтәһен күреү, тыуған яғыңдың тәбиғәтен һаҡлауға үҙ өлөшөңдө индереү булмышыңа ла әүерелә.

Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА әңгәмәләште.

Сығыу ваҡыты 25-04-2017, 10:39 | Ҡаранылар: 282
|
  • Күҙәтеүсән булһаң…
  • Сит ҡорттарҙы индермәйбеҙ
  • «Ирәмәл миңә көс бирә…»
  • Маҡсатыбыҙ – башҡорт илен, мәҙәниәтен бар донъяға танытыу
  • Тирә-яҡҡа һөйөү менән бағайыҡ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM