RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бәхеттең биш сығанағы

27.11.2016 Бәхеттең биш сығанағы

Бәхеттең биш сығанағы2015 йылдың февралендә яҡташтарым Зарина менән Азат Йортомбаевтарҙың татыу ғаиләһе бер юлы өс ҡыҙға ишәйеп, утыҙға ла инмәгән йәштәр биш бала ата-әсәһенә әйләнде лә ҡуйҙы.

– Мин ғаиләлә берҙән-бер бала, шуға ла, кейәүгә сыҡҡас, ике-өс бала табасаҡмын, тип үҙ-үҙемә һүҙ бирҙем, тәүгеләре игеҙәк ике бала булһын, тип тә хыялландым, әммә Тимур ғына тыуҙы, – тип һөйләй йәш әсә. – Ул тыуғас, ҡәйнәм, мин биш бала табырға ниәтләгәйнем, килеп сыҡманы, әйҙә, килен, бишәүгәсә тап инде, тип көлдө. Юҡ-юҡ, тағы ҡыҙ тапһам, шул етер, тинем. Азат армияла саҡта Тимур менән ҡайны-ҡәйнәмдә торҙоҡ. Ирем хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, айырым күсеп сыҡтыҡ, һәм, инде ҡыҙ кәрәк, тип, икенсегә ауырға ҡалдым. Ринатыбыҙ тыуҙы. Аҡыллы, тәртипле улдарыбыҙға ҡарап һөйөнөп, өсөнсөгә ауырға ҡалғас, мотлаҡ ҡыҙ буласаҡ, тип көттөк. Ҡыҙҙы ныҡ теләгәнбеҙҙер, ахыры, теләгебеҙ өсләтә тормошҡа ашты. Репродукция технологияларының һис бер ҡыҫылышы юҡ, ҡыҙҙарыбыҙ тәбиғи юл менән яралды. Юғиһә барыһы ла, өс игеҙәкте ЭКО ярҙамында таптығыҙмы, тип һорап ҡаҡшата. Биш балабыҙ ҙа – һөйөү емеше, көтөп алын­ған һөйөклө заттар.

Беҙ бит тәүге тапҡыр УЗИ үткәндә, барыһы ла нормаға ярашлы, тип ҡайтарҙылар. Икенсеһенә бар­ғанда, ике яралғы, тигәс, ысынлап та, игеҙәкме, тип ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәнем. Ирем һөйөндө генә, бер-береһенә иптәш булып үҫерҙәр, тине. Өсөнсө УЗИ иһә өс сабыйҙы күрһәтте. Шаҡ ҡаттым. Яңылышмайһығыҙмы, икәү тигәйнеләр ҙәһә, тим. Юҡ, бына үҙегеҙ ҡарағыҙ, тип табип монитор­ҙы минең яҡҡа борҙо. Ирем дә бер мәлгә юғалып ҡалды. Әйтеүе генә анһат, өс бала тип, ә уларҙы үҫтерер, аяҡҡа баҫтырыр өсөн күпме көс, аҡса кәрәк. Һуңынан ирем, табабыҙ, ас-яланғас ултыртмам, биш бала ҡарарға хәлемдән киләсәк, тигәс, арҡамды ныҡҡа терәнем. Сираттағы УЗИ-ға бер аҙ ҡурҡыңҡырап та барҙыҡ, дүртәү, тиһәләр, нишләрбеҙ икән, тип. УЗИ-ҙан ҡайтҡас, ҡәйнәм, шунан, нисек үҫә бәпес, тип һорай. Бик яҡшы, өсләтә яҡшы, тип көлдөк. Нисек улай, тиҙәр. Сөнки өс игеҙ бала, тигәйнек, хайран ҡалдылар. Яңылыҡ тураһында, атай-әсәйҙәребеҙҙән башҡа, бер кемгә лә әйтмәнек. Сабыйҙар тыуғас, ҡәйнәмә, минән биш ейән-ейәнсәр һорай инегеҙ ҙә, хыялығыҙ тормошҡа ашты, тиһәм, һүҙҙәремдең фәрештәләрҙең “амин” тигән сағына тура килеүен әйт әле ул, тип аптыраны.
Зарина бер бала ятҡылығында ятҡан бәпәйҙәрҙе Силәбе балалар табыу йортонда таба. Март айында кесарь киҫеме операцияһын эшләргә тейеш булалар, әммә уйламағанда 16 февраль көнө үк ҡатынды тулғаҡ тота башлай. Операцияға әҙерләп өлгөрмәй­ҙәр, Заринаның үҙенә табырға тура килә. Сабыйҙарҙы ике табип, дүрт шәфҡәт туташы ҡабул итә. Иң тәүҙә донъяға үҙенең тыуыуы тураһында Дарина яр һала, уның артынса Сабрина күренә, иң аҙаҡтан – Карина. Даринаның ауырлығы – 2100 грамм, Каринаныҡы 2180 грамм була, ә Сабрина апаһы менән һеңлеһенән ҡалыша – ни бары 1900 грамм булып тыуа. Шуға ла уны махсус “инкубатор”ға урынлаштыралар. Ҡыҙсыҡ тейешле ауырлыҡты тиҙ йыя һәм бер аҙҙан әсәһенә ҡайтарыла.
– Ҡыҙҙар тышҡы ҡиәфәттәре менән бер тамсы һыу кеүек оҡшаш булһа ла, холоҡтары менән ныҡ айырыла, – тип һүҙен дауам итә Зарина. – Элек Дарина тыныс, уйсан булһа, хәҙер шундай үткергә, тиктормаҫҡа әйләнде; беренсе булып тәпәй киткән Сабрина тынғыһыҙ ине, ә әле ул шундай наҙлы; көләкәс Карина хәйләкәр генә ҡыҙыҡай. Өсөһө лә тынғыһыҙ, һәр ваҡыт иғтибар, наҙ талап итәләр. Уларҙы һөйгәндә өлкәндәребеҙҙе лә ҡосаҡлап яратып алабыҙ. Бишеһе лә ҡосаҡҡа һыя. Улдарым һеңлеләрен ҡарарға ярҙамлаша, ҡыҙҙар ҡайҙа ла ҡыҫылып буталыша: кер йыуам тиһәм, улар минән дә алда тасҡа ҡулдарын тыға, әйбер үтекләһәм, күлдәк-ыштандарын килтерә һалалар, иҙәнде йыуыуҙан да ситтә ҡалырға теләмәйҙәр...
Үҙ һүҙен тотҡан Азат вахта ысулы менән Кемерово өлкәһендә шахтала эшләгәс, ул өйҙә булмағанда Заринаға донъя көтөүе бермә-бер ауырлаша. Ашарға әҙерләгәндә ҡолаҡтарын айырыу­са һаҡ тота: залда балалар, һәр ваҡыттағыса, шар ҙа шор килһә, тыныс ҡына үҙ эше менән булыша. Шау-шыу тымһа, шунда уҡ залға күҙ йүгертә: ғәҙәттә, башланғыс синыфтарҙа уҡыған Тимур өйгә эш эшләү менән мәшғүл була, ә бәләкәстәр күренмәй. Гел дә асыҡ торған йоҡо бүлмәһенең ишеге ябылғанын күргәс, был балалар тағы ла боҫташ итә икән тип, Зарина шунда барып инеүгә, ағаларының сумкаһында ҡаҙынған ҡыҙҙар шымтайышып ҡала. Әсәйҙәре сумканы алып, туҙ­ҙырыл­ған дәреслек, дәфтәр, ручка-ҡәләмдәрҙе йыя башлағас, игеҙәктәр, уларҙы кире бирмәҫкә тырышып, сырылдашырға тотона.
– Тимурға өйгә эште эшләүе шулай проблема ул, – тип ҡулдарын йәйә Зарина. – Өҫтәл артына ултырыуы була, игеҙәктәр өсөһө өс яҡтан уны ҡаңғырта башлай: береһе килеп китабын тарта, икенсеһе пеналын иҙәнгә һөйрәп төшөрә, өсөнсөһө көсләшеп уның алдына ултырырға маташа. Тимурҙың сумкаһын ҡайҙа йәшерергә лә белмәйем, барыбер эҙләп табалар.
Дәрескә әҙерләнергә ҡамасаулағандары, дәфтәрҙәрен йыртып, дәреслегенә һүрәттәр төшөрөп йонсот­ҡандары өсөн һеңлеләрен әрләһә лә, Тимурҙың асыуы оҙаҡҡа бармай – ярата ул игеҙәктәрҙе. Уларҙы бер үҙенә ышанып ҡалдыр­һалар, ихласлап, сабыр ғына ҡарай, уйната. Балалар баҡсаһына йөрөгән Ринат та тиктормаҫ бәпестәрҙе ярата.
– Тимур төштән һуң уҡығас, ҡайһы ваҡыт Ринатты балалар баҡсаһынан барып алыу өсөн игеҙәк­тәр­ҙе ҡалдырырға кеше булмай, әлдә тәрбиәсебеҙ Наталья Осипова хәлемә инеп, үҙе улыбыҙҙы өйгәсә килтереп китә, уға шул тиклем рәхмәтлемен, – тип көнкүреше менән артабан таныштыра Зарина. – Ҡайны-ҡәйнәм алыҫта йәшәгәс, күп көс әсәйемә төшә, ләкин ул да эшләй бит, гел генә ярҙамға саҡырып тороп булмай. Башҡа ярҙам итер кеше лә юҡ. Бер үҙемә бөтә нәмәгә лә өлгөрөргә тура килә. Ләкин зарланмайым. Шул тиклем иремдән уңдым, биш балам – биш ҡыуаныс сығанағым бар. Хөкүмәт фатир алырға сертификат та бирһә, донъябыҙ бөтөнләй түңәрәкләнәсәк. Юғиһә кеше тупһаһында йәшәүе ялҡытты.
Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ғаиләлә бер юлы өс игеҙ бала тыуғанда республика хөкүмәте уларға фатир алырға ярҙам итергә тейеш тә бит, ләкин Азат менән Зарина һаманғаса Силәбе өлкәһенең Межозерный ҡасабаһында кеше мөйөшөндә көн күрергә мәжбүр. Азаттың ата-әсәһендә, Учалы районының Йәһүҙә ауылында теркәлгән Йортомбаевтар Учалыла ла йәшәргә риза булыр ине, тик ҡалала фатир яллау үтә ҡиммәткә төшә, етмәһә, биш бәләкәй балалы ғаиләгә фатирҙарын ваҡытлыса биреп торорға теләүселәр ҙә юҡ.
– Ауырлыҡтар етерлек. Дәүләт­тән тейешле ярҙамды ла алыуы ҡатмарлы. Мәҫәлән, буш кеше юҡ, тип дауахананан патронаж шәфҡәт туташын ярҙамға бирмәнеләр. Балалар һөт ҡатышмаһы менән бушлай тәьмин ителергә тейеш булһа ла, беҙгә Учалыла уны биреүҙән баш тарттылар, Межозерныйҙа ете ай тигәндә саҡ юллап алдыҡ. Ә бит бер ҡап бер көнгә лә етмәй ҡала, көнөнә яҡынса биш йөҙ һумдан иҫәпләп ҡарағыҙ айына күпме аҡса киткәнен. Памперстарға айына ун икешәр мең һум аҡса түгелде. Әлеге ваҡытта бер балалар пособиеһын алмайбыҙ, йәш ярымғаса ғына түләнеләр ҙә, туҡтаттылар, йәнәһе лә, ирегеҙҙең эш хаҡы етерлек. Ә шул бер эш хаҡына ете кешенең ҡарап торғанын, фатир яллар­ға, иремдең юлына киткән аҡсаны иҫәпкә алыу­сы юҡ. Зарланғандан түгел, дөрөҫ аңлағыҙ, ни бары кеше һүҙе ялҡытты, имеш тә, беҙгә бушлай фатир ҙа биргәндәр, пособиены ла ҡутарып түләйҙәр, дәүләттән ярҙам да бихисап. Юҡ, бөтә ауырлыҡты тик үҙебеҙҙең хәләл көс менән генә йырып сығып киләбеҙ. Шулай ҙа, исмаһам, фатир мәсьәләһен хәл итергә хөкүмәт ярҙам итер, тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Чиновниктарҙың белдереүенсә, Йортом­баевтар быйыл булмаһа ла, киләһе йыл мотлаҡ фатирлы буласаҡ: “Улар сиратта беренсе тора”.
– Фатирлы булыу менән, бәләкәстәрҙе балалар баҡсаһына урынлаштырып, эшкә сығырға ниәтләйем, – ти Зарина. – Ә әлегә, кем булып эшләйһең, тигән һорау­ға, мин – әсәй, тип яуаплайым.

Баныу Ҡаһарманова.
Бәхеттең биш сығанағы










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»