НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Йондоҙнамә (1-7 август)

Йондоҙнамә (1-7 август)


Йондоҙнамә (1-7 август)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Был арала үткән ваҡиғаларҙы иҫегеҙгә йыш төшөрөп торорҙар. Ваҡ мәшәҡәттәр, буш һөйләшеүҙәр ҙә күп булыр. Яҡын туғандар араһында элек хәл ителмәгән мәсьәләләр ҡалҡып сығыуы ихтимал.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Дөйөм хәлегеҙ арыу буласаҡ. Быны шишәмбенән һуң асыҡ күрерһегеҙ, бәлки. Бар осраҡта ла йондоҙҙар ашыҡмаҫҡа, алдан уйлап эш итергә кәңәш итә. Ҡайһы бер эштәр­ҙе һуҙһағыҙ ҙа, бер ниндәй зыян күрмәҫһегеҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Киләсәккә булған ҡайһы бер маҡсаттарығыҙ асыҡланыр, моғайын. Был аралағы аралашыуҙар бик файҙалы буласаҡ. Шулай ҙа йондоҙҙар яҡындағылар араһында ышанысһыҙ кешеләр булыуы тураһында иҫкәртә.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Осор тиҙ һәм әүҙем үтер. Аҙна барышында үҙегеҙҙең фекерҙе йыш яҡларға тура килер һымаҡ. Дәғүәләшеү осраҡтары ла йышайыр. Шаршамбыла ниндәйҙер ҡатын-ҡыҙҙан яҡшы хәбәр ишетерһегеҙ, буғай.

Буға (21.04 – 21.05)
Аҡса мәсьәләләре һаман да бер аҙ һиҙҙереп торор. Күптәр өҫтәмә килем сығанағын эҙләү менән мәшғүл булыр. Был арала элек ебәргән хаталарҙы төҙәтеү менән дә булышырға тура килер, моғайын.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Өй-йорт хәлдәре һәр саҡ борсоп торор. Төп эштәге ҡыйынлыҡтар күпселек осраҡта ҡатын-ҡыҙ халҡы менән бәйле булыр, бәлки. Аҙна аҙағында күңелегеҙ ятмаған эш менән шөғөлләнерһегеҙ һымаҡ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Был арала элек тамамланмай ҡалған эш менән яңынан булышырға тура килер. Был хәлдән үҙегеҙгә фәһем алырға тырышығыҙ. Бик мөһим хәбәр ишетеүегеҙ ихтимал. Уны әлегә сер итеп һаҡлау мөһим.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Йондоҙҙар әүҙем, ҡыҙыу осор вәғәҙә итә. Шишәмбелә ниндәйҙер ышанысһыҙ кешеләр менән эш итергә тура килер, бәлки. Һаҡ булығыҙ. Һеҙ күптән көткән ваҡиға йомаға тура килер, моғайын.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Көс-дәрт күҙгә күренеп артыр кеүек. Ҡулығыҙҙан күп нәмә килер, йыбанмағыҙ ғына. Киләсәккә лә өмөтлө уй-фекерҙәр тыуып торор. Әгәр алдан ныҡлы әҙерләнһәгеҙ, күп маҡсаттарығыҙ тормошҡа ашыр.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Эшегеҙҙә ваҡытлыса еңеллек тойор­һоғоҙ, буғай. Был хәлдең ысынбарлыҡҡа тап килмәүен бик тиҙ күрерһегеҙ. Ситтән килгән хәбәргә, кеше һүҙенә артыҡ ышанмағыҙ. Йомала көтөлмәгән мәсьәләләр ҡалҡып сығыуы ихтимал.

Саян (24.10 – 22.11)
Төрлө эштәргә тотонорға теләк тыуыр. Шулай ҙа әүҙемлекте тыйып торорға тура килер. Әлегә яңы эштәр башлар өсөн уңайлы мәл түгел һымаҡ. Үткән ваҡиғалар тураһында ныҡлап уйлап алыу ҙа файҙалы булыр.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Аҙна башындараҡ ниндәйҙер мөһим ҡағыҙҙар менән бәйле мәшәҡәттәр килеп сығыуы ихтимал. Шаршамбыла күпселек йыйылып киткән мәсьәләләр еңел генә ыңғай хәл ителер һымаҡ. Йомалағы һөйләшеү бар яҡтан да файҙалы булыр.

Сығыу ваҡыты 3-08-2016, 10:38 | Ҡаранылар: 533
|
  • Йондоҙнамә (3-9 октябрь)
  • Йондоҙнамә (25-31 июль)
  • Йондоҙнамә (11 - 17 июль)
  • Йондоҙнамә (4 - 10 июль)
  • Йондоҙнамә (4 – 10 ғинуар)
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM