НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Йондоҙнамә (4 - 10 июль)

Йондоҙнамә (4 - 10 июль)


Йондоҙнамә (4 - 10 июль)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Буш һөйләшеүҙәр, осрашыуҙар күбәйер һымаҡ. Шишәмбелә ваҡытлыса уңышһыҙлыҡтарға юлығыуығыҙ ихтимал. Кешеләр һүҙенә артыҡ ышанмағыҙ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Аҙна барышында кәйефегеҙ һәр саҡ күтәренке булыр. Яҡын туғандарығыҙ менән мөнәсәбәттәр ыңғай яҡҡа үҙгәрер. Быны бигерәк тә шаршамбыла асыҡ күрерһегеҙ. Иң өмөтлө көнөгөҙ – йома.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Был арала артыҡ ышаныусан, сит кешеләр йоғонтоһона бирелеүсән булырһығыҙ. Яңы танышығыҙҙың ышанысһыҙ булып сығыуы ла мөмкин. Кесе йомала алдан төҙөгән ниәттәрегеҙ ҡапыл боҙолор кеүек. Йома бер аҙ ҡыуандырыр.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Осор күптәр өсөн һәйбәт булмаҡсы. Үҙегеҙҙе һәр саҡ яҡшы һәм тыныс тойорһоғоҙ. Күптән сирләп йөрөүселәр ҙә бер аҙ еңеллек тойор. Алыҫтан ыңғай хәбәрҙәр килеп торор. Кесе йомалағы ваҡиғаларҙы ашыҡтырмаҫҡа кәңәш ителә.

Буға (21.04 – 21.05)
Аҙна барышында уйламаған ҡыйынлыҡтар килеп сығыр. Улар әллә ни ҙур һымаҡ күренмәһә лә, хәл итеүе еңел булмаҫ. Күптәрҙең мәшәҡәттәре рәсми ойошмалар менән бәйле булыуы мөмкин.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Бәғзеләр юҡ-барға артыҡ үпкәләп барыр кеүек. Әлбиттә, бының мөнәсәбәттәргә кире йоғонто яһауы ла бар. Быны бигерәк шишәмбелә асыҡ тойорһоғоҙ. Осор барышында хәмерҙән бөтөнләй баш тартығыҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Ниндәйҙер яңы эшегеҙ бер аҙ борсоп торор, моғайын. Уға өйрәнеү һеҙҙән сыҙамлыҡ һәм тырышлыҡ талап итер. Күптәргә тәжрибәле кешеләрҙең ярҙамы файҙалы булыр. Бәғзеләр элекке бурысын үтәргә мәжбүр булыр.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Тәү ҡарашҡа бөтәһе лә ҡәҙимгесә барған кеүек тойолор. Тик ҡайһы ваҡыт эшегеҙҙән ҡәнәғәтлек кисермәҫһегеҙ. Кесе йомала башҡарған эш күңелегеҙгә бөтөнләй ятмаҫ. Йома һәм шәмбе бер аҙ уңышлыраҡ үтер.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Йондоҙҙар теләһә кемгә артығын һөйләмәҫкә кәңәш итә, серҙәрегеҙҙең таралып китеүе бар. Күберәк тыңлағыҙ һәм күпте белерһегеҙ. Кесе йомала бик тиҙ эш итергә тура килер. Яҡын киләсәктә эш урынын алмаштырырға ҡушылмай.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Ҡәҙимге осор. Шишәмбелә ҡайһы бер кире ваҡиғаларға ла осрарһығыҙ, ахыры. Шулай ҙа улар әллә ни ҙур мәшәҡәт тыуҙырмаҫ. Йомала ниндәйҙер мөһим һәм күптән борсоп торған һорауға асыҡ яуап алыр­һығыҙ.

Саян (24.10 – 22.11)
Был арала сит ярҙамға әллә ни өмөт итмәгеҙ. Күпселек осраҡта ауырлыҡты үҙ иңегеҙгә алырға тура килер. Яңы таныштарығыҙ ышанысһыҙ булыр кеүек. Ҙур эштәрҙе әлегә башламай торорға кәңәш ителә.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Икеле осор тамамланып килә, шикелле. Тормошоғоҙға асыҡлыҡ инә башлар. Ғөмүмән, был арала һеҙҙе ыңғай яңылыҡтар көтә. Хатта элек эсегеҙҙе бошорған эштәрҙән дә ҡәнәғәтлек алырһығыҙ.









Сығыу ваҡыты 6-07-2016, 11:31 | Ҡаранылар: 770
|
  • Йондоҙнамә (3-9 октябрь)
  • Йондоҙнамә (5 – 11 сентябрь)
  • Йондоҙнамә (11 - 17 июль)
  • Йондоҙнамә (30 май - 5 июнь)
  • Йондоҙнамә (25 апрель - 1 май)
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM