НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » “МАШИНАНЫ “ЕГӘ” БЕЛӘМ!”

“МАШИНАНЫ “ЕГӘ” БЕЛӘМ!”


Ҡатын-ҡыҙ "тимер ат"та ир-атҡа ҡарағанда иплерәк йөрөй, ти 18 йыллыҡ водитель стажына эйә Гүзәл Аҡманова.

“МАШИНАНЫ   “ЕГӘ” БЕЛӘМ!” Сейә төҫөндәге “девятка”… Заманында был машинаның исемен йырға һалдылар хатта. Тап шул сейә-ҡыҙыл автомобиль Гүзәл Аҡманованы машиналар донъяһына алып килгән дә инде. Хәҙер уның машина менән идара итеү өлкәһендә 18 йыл стажы бар. Әлбиттә, һуңғы йылдарҙа рулдә ултыр­ған ҡатын-ҡыҙ бер кемде лә аптырата алмай. Ләкин 18 йыл элек хәл бөтөнләй башҡаса булған. Сейә-ҡыҙыл “девятка”ла елдереүсе сибәр ханым күптәрҙең иғтибарын йәлеп иткән. Берәүҙәр ҡыҙыҡһынып, берәүҙәр һоҡланып, ә инде рулдәге ҡыҙҙарға әле һаман да ышанып бөтмәүсе ирҙәр шомланып ҡарағандыр, моғайын.

– Машина алыу теләге ниндәйҙер көйәҙлек кеүек хистәр арҡаһында килеп сыҡманы, бәләкәс баламды йөрөтөргә уңайлы булһын тип тырыштым. Хәҙер генә ул 18 йәше тулыу менән барыһы ла тиерлек “право” ала. Машина йөрөтөргә таныҡлыҡ алырға имтихан биргәндә бер ҡыйынлыҡ та булманы – тәү тапҡырҙан был эште атҡарып та ҡуйҙым. Тик бына ысын водитель булып китеү өсөн ваҡыт кәрәк булып сыҡты. Ваҡыттан бигерәк, әле теге, әле был танышымды: “Әйҙә, мине машина йөрөтөргә өйрәт”, – тип аптыратып, бушҡа ваҡыт сарыф иткәнмен. Хәҙер аңланым инде – бер кем дә кешене шәп водителгә әйләндерә алмай. Үҙең ултырып, уйлап, аңлап, ҡурҡырыңды ҡурҡып, юлға яраҡлашаһың. Ә инде аҙаҡ аңлайһың – руль тотоуҙың бер ҡыйынлығы ла юҡ, хатта ҡыҙыҡлы, кәрәкле бер һөнәр ул. Оҫта йөрөтәм тип әйтә алам, Аллаға шөкөр!
Башҡорт дәүләт университеты Физика-техник институтының дөйөм физика кафедраһы доценты Гүзәл Аҡманова – тәртипле, машинаны артыҡ ҡыумай ғына йөрөүсе водитель. Ул алыҫ юлдарға ла сыға, сит өлкәләргә барғанда ла автобус менән йөрөүгә ҡарағанда үҙ машинаһында елдереүҙе хуп күрә.
– Машинала саманан артыҡ ҡыуырға яратмайым. Бер өйрәнеп алһаң, шәп елдерерһең әле, ти ине барыһы ла. Ләкин улай булманы. Киреһенсә, юлда күп йөрөп, күреп-белеп, хәүефте лә, мөмкинлектәрҙе лә үҙең аша үткәргәндән һуң, артыҡ ҙур тиҙлектең бер ҙә яҡшыға алып бармауын аңлайһың. Нимә генә тиһәләр ҙә, ҡатын-ҡыҙ машина менән һаҡсылыраҡ, тәртиплерәк идара итә. Бәлки, беҙ тәүҙә ҡурҡыңҡырап, оҙағыраҡ уйлап, башҡаларға саҡ ҡына ҡамасау ҙа итәбеҙҙер. Ләкин был ваҡытлыса ғына һәм башҡаларға артыҡ ҙур проблемалар ҙа тыуҙырмай.
Гүзәл Аҡманова машинаһында гел башҡортса йырҙар тыңлап йөрөй, уныңса, үҙебеҙҙең йыр-моң күңелде күтәрә, тынысландыра. Автомобилдәр донъяһындағы яңылыҡтарҙы даими тикшереп, күҙәтеп, өйрәнеп бара. Шулай, юл хәрәкәте ҡағиҙәләре лә көн дә үҙгәреп кенә тора бит. Әлбиттә, сейә-ҡыҙыл тәүге машина инде әллә ҡасан онотолған. Бөгөн иғтибарлы, юлдағыларға ихтирамлы физика фәндәре белгесе заманса шәп машинала елдерә. Яҡын йылдарҙа тағы ла яҡшырағын һатып алырға йыйына ул. Гүзәл Аҡманованың ниәттәре бойомға ашһын, тибеҙ. Ни тиһәң дә, бөгөнгө заманда “Кейемеңә ҡарап ҡаршы алалар, аҡылыңа ҡарап оҙаталар” тигән мәҡәлде, машинаға ҡарап ҡаршы алалар, тип үҙгәртергә булалыр!

Лилиә СИРАЕВА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.

Сығыу ваҡыты 24-10-2015, 15:17 | Ҡаранылар: 649
|
  • “Девятка”нан – танк
  • “Тимер ат”ты” йүгәнләгән һылыуҙар
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Ит изгелек – көт яуызлыҡ йәки дүрт дуҫтың енәйәте
  • Мәңгелек мөхәббәт – сейә төҫөндәге “девятка”!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Ҡорбанлыҡ урлыҡ менән килмәгәнме? Тикшерегеҙ
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Күп балалы бәхет
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә



  • Радио Юлдаш FM