НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Сәғиҙулла БАЙЕГЕТ ҡар көрәргә ярата

Сәғиҙулла БАЙЕГЕТ ҡар көрәргә ярата


Сәғиҙулла БАЙЕГЕТ ҡар көрәргә ярата– Әлегә Яңы йылды ҡайҙа ҡаршы алырыбыҙҙы асыҡламаныҡ. Ҡатыным Ай­гөл, балалар менән Өфөлә, үҙ фатирыбыҙҙа табын ҡорорға уй бар. Тәбиғәт шарттары мөмкинлек бирһә, әсәйем янына, Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылына ҡайтырға ниәтләйбеҙ,– тип пландары менән уртаҡлашты йырсы.
2000 йылда Азат Нәҙерғолов сәхнәләштергән “Әйҙәгеҙ танышайыҡ” тамашаһындағы өс Ҡыш бабайҙы хәтерләйһегеҙме? Уларҙың береһе, иң оҙоно, Сәғиҙулла ине. Хәйер, һәр актерға үҙ ғүмерендә бер генә тапҡыр булһа ла Ҡыш бабай ролен уйнарға тура килгәндер. Ә күптәр­ҙең кумиры булған Сәғиҙулла­ның балалары Ҡыш бабайға, Яңы йыл тылсымына ышанамы икән?
– Йыл һайын театрҙан костюм алып, тоҡҡа күстәнәстәр, бүләктәр һалып, улым менән ҡыҙымды Яңы йыл байрамы менән ҡотлай торғайным. Тик бер йылды 3 йәшлек Наҙгөл ҡыҙымды Ҡыш бабай костюмында йоҡоһонан уятып, ҡотлай башлағайным, күҙҙәрен ыуа-ыуа: “Атай, нишләп Ҡыш бабай булып кейенеп йөрөп ятаһың ул?” – тимәһенме?! Шуға күрә, күңелдәре ки­телмәһен тип, Ҡыш бабай булыуҙан туҡтап торҙом. Был ролде театрҙағы дуҫтарым башҡара хәҙер, – ти Сәғиҙулла.
Ә иҡтисади көрсөккә ул бөтөнләй бошонмай. Быйыл машинаһын яңыртып өлгөргән, шуға шатлана. Ҡалғаны – ваҡ мәсьәлә, ти ул:
– Беҙҙең йәшәйеш кимәле менән был көрсөктөң 5 процентының ғына ябай халыҡҡа ҡағылыуы бар. Ҡайырып алыр аҡсабыҙ ҙа, юғалтыр капиталыбыҙ ҙа юҡ. Яңы йылда бөтә халыҡҡа сабырлыҡ һәм айыҡ аҡыл теләйем. Әгәр йыйған аҡсағыҙға бер нисә телевизор һатып алғанһығыҙ икән, шәп. Ә инде уны әҙерәк ҡараһағыҙ, был икеләтә шәп. Уға текәлеп ултырғансы тышҡа сығып, ҡар көрәһәң йәки баҡса тултырып йәшелсә сәсһәң, һаулыҡ өсөн дә файҙалы, аҡса юҡлығы ха­ҡында ла әҙерәк уйланаһың. Мин һәр ваҡыт шулай итәм. Быйылғы йылым ме­нән ҡәнәғәтмен. Шатлыҡ­тарым булды, ҡайғылар, ҡыйынлыҡтар ҙа урап үтмәне. Әммә шул ҡыйынлыҡтарҙы лайыҡлы үтер өсөн Аллаһы Тәғәлә көс, аҡыл бирҙе. Киләһе йылдарҙа ла шулай булһын ине. “Йәшлек”тең тоғро дуҫтарына һаулыҡ, мөхәббәт, көс-ҡеүәт, бәрәкәт теләйем!

Сығыу ваҡыты 27-12-2014, 12:00 | Ҡаранылар: 501
|
  • Гөлүзә АРЫҪЛАНОВА, икмәкте үҙе бешергәс, көрсөктән ҡурҡмай
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Урта йәштәге балалар өсөн Яңы йыл сценарийы(2014 йыл)
  • Ҡыш Бабайҙан нимә һорарға?
  • Ҡыш Бабайҙан нимә һорарға?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:



  • Радио Юлдаш FM