НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » 41(2011) » Страница 3

Ҡорос канатҡа – 2,2 миллиард
Новости / Башҡортостан // 28-05-2011, 11:32


Рөстәм Хәмитов «Мечел» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Игорь Зюзин менән осрашты.
Унда һүҙ ошо компания составына ингән Белорет металлургия комбинатының эше тураһында барҙы. Атап әйткәндә, 2011 йылға ҡорос канаттар етештереү күләмен арттырыуға 2,2 миллиард евронан ашыуыраҡ инвестициялар һалыу күҙаллана.
Төбәк башлығы берлектәге эште киңәйтеү яғында....

Әжәл уларҙы һыра мискәһендә көткән
Новости // 28-05-2011, 11:32


Сысҡан менән ҡомаҡтарҙың һөтлө йәки һыулы мискәгә төшөп үлгәнен күргән-ишеткән бар ҙа ул, ә бына һыра ҡайнатыусыларҙың һыраға төшөп үлгәндәрен тәүгә ишеттек, тфү, тфү.
Ышанмаҫ инең, был ғәҙәттән тыш күренеште әле БР Тәфтиш комитетының Өфөнөң Октябрь районы буйынса тәфтишселәр идаралығы хеҙмәткәрҙәре тикшерә башлаған.
Ысынлап та, 23 майҙан 24-енә ҡара­ған төндә баш ҡаланың һыра етештереүсе заводтарының бере­һендә ике кеше һыра тулы ҡаҙанға төшөп тонсоҡҡан. Хәйер, өсөнсө кеше лә булған – ул әле дауахананың реанимация бүлегендә икән....

Академияла – яңы етәксе
Новости / Рәсәй // 28-05-2011, 11:31


Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәген Рәсәй Фәндәр академияһының Нефть химияһы һәм катализ институты директоры, химия фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Усеин Джемилев етәкләйәсәк.
Фәнни йәмәғәтселек тәҡдим ит­кән кандидатураны Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең дө­йөм йыйылышына килгән Башҡор­тостан Президенты Рөстәм Хәмитов та хупланы.
Сарала билдәләнеүенсә, Өфө ғилми үҙәгенең һәм республиканың академик фәненең 60 йыллыҡ тарихында юғары етәкселәр бер ҡасан да дөйөм йыйылыштарҙа ҡатнашмаған.
– Беҙҙең өсөн был оло хөрмәт, был беҙҙе ҡанатландыра, – тине Усеин Джемилев....

Бөтә Рәсәй күргәҙмәләр үҙәгендә республикабыҙҙың презентацияһы үтте
Новости / Рәсәй // 28-05-2011, 11:31


Мәскәүҙә, Бөтә Рәсәй күргәҙмәләр үҙәгендә, «Рәсәйҙең бәләкәй һәм урта бизнесы көндәре – 2011» федераль күргәҙмә-конгресс сара­һында Башҡортостан Рес­публикаһының презентацияһы үтте....

«Беренсе бул!»
Рубрикалар // 28-05-2011, 11:30


1 июндә Өфөлә Беренсе телеканалдың «Беренсе бул!» хәйриә акцияһы үтәсәк. Ул Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арнала. Акция барышында ауыр тормош шарттарында ҡалған балаларға, республика балалар һәм үҫмерҙәр социаль приютына ярҙамға аҡса йыйыу ҡаралған.
Шулай уҡ ауыр сирҙәрҙән яфаланған балаларҙы дауалау өсөн дә аҡса йыйыласаҡ. Атап әйткәндә, Өфөнән ауырыу балалары булған Ғибәҙул­линдар, Стәрлетамаҡтан Исмәғи­левтар ғаиләләренә ярҙам күрһәтеләсәк....

Премьер-министр Салауатта граждандарҙы ҡабул итәсәк
Новости // 28-05-2011, 11:27


Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов яңы вазифаһында Салауат ҡалаһында беренсе тапҡыр граждандар­ҙы ҡабул итәсәк.
Салауат ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, күсмә ҡабул итеү 30 майҙа көндөҙгө сәғәт 4-тән 6-ға тиклем Ленин урамы, 2-се йорт, 62-се кабинет адресы буйынса үтәсәк....

«Беҙгә фәнни йәмәғәтселек менән эшлекле мөнәсәбәттәр етмәй»
Новости / Башҡортостан // 28-05-2011, 11:26


Республика Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең дөйөм йыйылышында ҡатнашты. Ғалим­дар Президентҡа үҙҙәренең төрлө өлкәләрҙәге тикшеренеүҙәре ха­ҡын­да һөйләне.
Президент билдәләүенсә, «фән һәр ваҡыт дөйөмләштереү, аналитикаһы менән мөһим»....

Өс һөйләм менән
Новости / Башҡортостан // 28-05-2011, 11:25


Республика дауалау-физкультура диспансеры 1 июндә кескәй­ҙәр өсөн Асыҡ ишектәр көнө үткәрә. Был көндә кескәй балалары булған ата-әсәләр балаларҙы физик тәрбиәләү, сыныҡтырыу, физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү буйынса табип­тар­ҙан консультация ала. Уларҙы дауалау физкультураһы һәм спорт медицинаһы буйына табиптар ҡабул итәсәк....

«Сәләм» халыҡта ыңғай кәйеф тыуҙырырға тейеш»
Рубрикалар // 28-05-2011, 11:24


«Сәләм» халыҡта ыңғай кәйеф тыуҙырырға  тейеш»Башҡортостан юлдаш телевидениеһының яҙмышы республика халҡында ҙур борсолоу тыуҙырғайны. Бер йыл тирәһе эшләү дәүерендә ул тамашасыларының һөйөүен юғалта яҙып ҡуйҙы. Бик күп үҙгәрештәр кисерҙе, яңы тапшырыуҙар барлыҡҡа килде, яңыса дизайн менән эшләй башланы. Уңышлы проекттар ҙа күренде, әммә халыҡтың ризаһыҙлығын тыуҙырғандары күберәк булды шулай ҙа. Үҙгәрештәр беҙҙе иртә таңдан сәләмләүсе, көнөбөҙҙө башлап ебәреүсе, бөтә көндөң кәйефен билдәләүсе «Сәләм»де лә урап үтмәне. Әммә кәйефебеҙ йыш ҡына күтәреләһе урынға төшөп тә киткеләне. Хәйер, был турала күп яҙылды, күп һөйләнелде, бушҡа һүҙ ҡуйыртаһы түгел. Шатлыҡлы хәбәр менән генә бүлешмәксебеҙ. Тиҙҙән «Сәләм»ебеҙ яңынан элекке форматына ҡайтасаҡ. Яңылыҡты һеҙгә лә тулы итеп еткереү өсөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһының баш мөхәррире урынбаҫары, интер­актив тапшырыуҙар етәксеһе Наил Тәлғәт улы Юнысов менән әңгәмәләшеп алдыҡ....

Ил бай булһын өсөн ҡеүәтле сәнәғәт кәрәк
Новости // 28-05-2011, 11:20


Ил бай булһын өсөн ҡеүәтле сәнәғәт кәрәкБындай мөһим, абруйлы сараны үткәреү өсөн республикабыҙ юҡҡа ғына һайланмаған – Башҡор­тостанда нефть һәм химия сәнәғәте ҡеүәтле үҫешкән, беҙҙә тәжрибә лә, перспективалар ҙа бар.
«Ҙур химия» халыҡ-ара форумы баш ҡаланың Конгресс-холында асылды. Сараның «Донъяла, Рәсәйҙә, Башҡортостанда нефть, газ, химия үҫешенең төп йүнәлештәре» тип аталған пленар ултырышы эшендә Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота, Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов, Рәсәй Хөкүмәте ағзалары, нефть һәм газ сәнәғәте ойошмалары етәкселәре, сит ил ҡунаҡтары ҡатнашты. Ҡаҙағстан, Швейцария, Германия, Финляндия һәм башҡа ил вәкилдәре бар....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)



  • Радио Юлдаш FM