RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «УРМАН» ШАРТЛАНЫ...

28.05.2011 «УРМАН» ШАРТЛАНЫ...

Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү оло фажиғәгә килтерҙе
«УРМАН» ШАРТЛАНЫ... 26 майҙа көндөҙгө сәғәт ике тирәһендә Иглин райо­нының Урман ҡасабаһы эргәһендә урынлашҡан РФ Оборона министрлығының төп ракета-артиллерия ида­­ралығы 99-сы арсеналының боеприпастар складында ҡоралдарҙы планлы утилләштереү ваҡытында янғын сыға һәм снарядтар бер-бер артлы шартлай башлай.
Шартлау һөҙөмтәһендә 3 – 4 саҡрым радиусҡа осҡан снарядтар байтаҡ торлаҡ йортҡа ла зыян килтерә, ут урманға ла күсә. Көслө шартлау тулҡынынан йорттарҙың тәҙрәләре селпәрәмә килә, халыҡ нимә булғанын да аңламай, өйҙәрен ташлап ҡаса башлай. «ҡыҙыл әтәс»тең тимер юлына ла хәүеф менән янауы сәбәпле, Куйбышев тимер юлының Өфө – Си­ләбе йүнәлешендә йөрөүсе поездар хәрәкәте үҙгәртелә, эргәләге магистраль торба үткәргестәрҙә нефть һурҙырыу туҡтатыла. Янғын һүндереүселәрҙең, хәрбиҙәрҙең күмәк көсө ар­ҡаһында янғын тотош ҡасабаға күсмәй ҡала.
Хәрби ҡорал менән бәйле уттың киң ҡолас алыуын тотҡарлау өсөн Мәскәүҙән һәм Краснояр­скиҙан Бе – 200ЧС самолет-ам­фибия­һы, янғын һүндереүсе 42 тонна һыу һыйҙырышлы Ил–76 самолеты, снаряд­тар­ҙы зарарһыҙ­ландырыу­сы махсус роботтар ҙа килтерелә.
Эргәләге халыҡтың ғүмеренә ҡурҡыныс янау сәбәпле, Урман ҡасабаһы, Тәкәй, Надеждин ауылдарында йәшәүсе 3600 кеше эвакуациялана. Хәрби частың үҙендә етди йәрәхәт алыусылар, ҡорбандар хаҡында әлегә мәғлүмәттәр юҡ, бер кеше машина аҫтында ҡалып һәләк булған.
Фажиғә урынында БР Президенты Рөстәм Хәмитов та булды. Ул ут арҡаһында зыян күреүселәргә республика бюджетынан ярҙам күрһәтеләсәге хаҡында белдерҙе. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 50 йорт-ҡаралты янып юҡҡа сыҡҡан. Әле ут һүндерелгән, хәрби ҡорал һаҡланған урында РФ Оборона министрлығының 20 саперы эшләй, янғын эҙемтәләрен бөтөрөүгә 771 кеше, 215 берәмек техника йәлеп ителгән. Фажиғәнең төп сәбәбе – снарядтарҙы тейәгәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү, тип фаразлай белгестәр. Арсеналда 100 мең тонна боеприпас һаҡланған булған.
Иглин районының Урман ҡасабаһына кисә иртә менән Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота, Башҡортостан «УРМАН» ШАРТЛАНЫ...Президенты Рөстәм Хәмитов, Рәсәйҙең оборона министры урынбаҫары, армия генералы Дмитрий Булгаков килде. Улар штабта оператив кәңәшмә үткәрҙе һәм фажиғә урынын вертолеттан йөрөп ҡараны. Боеприпастар һаҡланған складтарҙа шартлауҙар һаман да дауам итә. Янғынды һүндереү өсөн һыу эргәләге быуанан алына. Халыҡ эвакуацияланған ауылдарҙа мародерҙар йөрөүе лә асыҡланған. Тәртип һаҡсылары урлашыуҙар булмаһын өсөн ауылдарҙа дежур итә.
Янғындан зыян күргән кешеләр кисә кис йорттарына ҡайта башланы һәм тәүге матди ярҙамды алды. Йорттары янғандар ваҡытлыса урындағы властар әҙерләгән урындарҙа йәшәп торасаҡ, уларға дүшәмбенән яңы өйҙәр төҙөй башлаясаҡтар. Төҙөлөш буласаҡ урындар билдәләнгән. Янғындан йорт-ҡаралтылары зыян күреүселәргә зыян күләме ҡайтарыласаҡ.
Фажиғә булыу сәбәпле, бөгөн үтәсәк район һабантуйы 11 июнгә күсерелде.

З. ЙӘһҮҘИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә