RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ер күсәре бында әйләнә

28.05.2011 Ер күсәре бында әйләнә

йәки Көйөргәҙеләр данлыҡлы шәхестәренең иҫтәлеген ҡәҙерләй белә
Ер күсәре бында әйләнәБер көн эсендә Көйөргәҙе райо­нында өс мөһим ваҡиға билдәләнде: олуғ әҙибебеҙ Баязит Бикбайға һәйкәл асыу, 1773 – 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең береһе Кинйә Арыҫланов музейының ун йыллығын билдәләү һәм күренекле яҙыусыбыҙ Рәшит Солтан­гәрәевтың юбилейына арнап хәтер кисәһен үткәреү. Рух һәм сәнғәт байрамы булды ҡояшлы майҙың был көнө.
Район хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы ҡотләхмәтов данлыҡлы яҡташтарын, күренекле яҙыусыларҙы, ҡунаҡтарҙы йылмайып ҡаршы алды:
– Маҡтап йөрөйһөгөҙ, бәрәкәт менән йөрөйһөгөҙ. Һеҙҙән алда кисә эңерҙә йылы ямғыр килеп ихлас ҡына биләмәләребеҙҙе байҡап, һуғарып китте. Һалған орлоҡтарыбыҙ күтәрелеп китер хәҙер. Сәсеү тамамланыу алдында, һуң өлгөрә торған культуралар ғына ҡалды. Еребеҙ үҙенә көс-бәрәкәт, шифа алды, ә бөгөн район халҡы күңеленә илһам-дәрт һәм рух һалыр өсөн һеҙҙе саҡырҙыҡ! Мин дә һеҙҙең менән райондаштарымдың кәйефтәрен, уйҙарын белеп, күрешеп киләйем.
Ер кешеһенең уйы был мәлдә ер хаҡында булыуы тәбиғи ҙә. Ә халыҡтың күңел торошо, рух кимәле, уй– кисерештәре... Был мәсьәләне ҡайһы бер башлыҡтар икенсе планға ҡуйып өйрәнгән. Тик көйөргәҙеләр түгел. Район хакимиәте башлығы көнө буйы ҡунаҡтар менән бергә булды, үҙенең машинаһында түгел, ә дөйөм автобус­та йөрөнө. Юлда Әхәт Йәүҙәт улы үҙенең районы менән кинәнеп таныштыра барҙы, һәр ауылдың тиерлек тарихына туҡталды, оло-оло шәхес­тәр­ҙе иҫкә алды, һыу-тауҙарҙың атамаларының килеп сығышын һөйләне, һыу һаҡлағыс, төҙөлөш объекттары, ауыл хужалығы буйынса белешмәләр бирҙе. Юл ыңғайы телефон аша хеҙмәткәрҙәренә күрһәтмәләр ҙә бирергә онотманы. Уның тыуған төбәгенең ысын патриоты икәнен аңланыҡ.
Мораптал
Ер күсәре бында әйләнәХалыҡ менән шығырым тулы Мораптал мәктәбе ихатаһында ҡунаҡтарҙы, яҙыусыларҙы Баязит Бикбай тел хаҡындағы шиғырын уҡып ҡаршы алды.
«... Шул тел менән тыуҙым-үҫтем,
Торам бөгөн дә.
Туған халҡым аңлай мине
Ғәзиз телендә.
Минең телем – тыуған ерем,
Әсәм тауышы,
Үҙ халҡымдың фатихаһы,
Таҙа намыҫы...»
Эйе, шағирҙың ҡасандыр яҙҙырып алынған ысын тере тауышы. Көр һәм асыҡ тауыш, йөрәккә үтерлек ышаныслы тауыш. Ул бөгөн дә яңғырай, магнит таҫмаһында ғына түгел, әҙәбиәт һәм сәнғәт һөйөүселәр күңелендә, көйөргәҙеләр әйткәнсә, Юшатырҙың һалмаҡ ағышында, балаларҙың шат ауаздарында һәм һәр бер тыуған ҡан менән яңғырай Бикбай моңо, Бикбай тауышы.
Күркәм, заманса мәктәп алдында Баязит Бикбайҙың күркәм һыны. Шағир үргә, тыуған тауҙарына ҡараш ташлаған. Уның ҡарашында ғорурлыҡ та, мөһабәтлек тә сағыла. Постаментта әҙиптең дүрт юллыҡ шиғыры урын алған:
«Халҡымдың киң күңелендә
Урын алһа йырҙарым,
Тимәк, юҡҡа түгелмәгән
Моңдарым, күҙ нурҙарым».
Был һүҙҙәр тыуған ерҙән «үҫеп сыға». Бер бөтөнлөктө, камиллыҡты хасил иткән кеүек был сәнғәт әҫәре. Шағирҙың илаһилығы ла, нескә күңеле лә, халҡына булған мөхәббәте лә, уй-борсолоуҙары ла күренгәндәй был һында.
– Тарихын белгән кеше илен дә, телен дә ҡәҙерләй. Күренекле шәхестәре күп булған һәм уларҙы хөрмәтләгән халыҡ бер ҡасан да юғалмай, – тине Әхәт Йәүҙәт улы сығышында. – Арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең иҫтәлеген мәңгеләштереү өсөн районыбыҙҙа күп эш башҡарыла. Һуңғы йылдарҙа 32 (!) ауылда һәйкәл асылды, 20 (!) таҡтаташ ҡуйылды. Шуларҙың алтыһы ошо Мораптал ауылында: Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Шакир Туҡаев, Рауил Хисмәтуллин, Әхнәф Ишмаев, Дәүлис Сәғәҙиев... Был айҙа ғына районыбыҙҙа асылған бөгөнгө һәйкәл икенсеһе инде. 7 майҙа иһә Яҡшембәт ауылында ҡыпсаҡ ырыуы бейе, көньяҡ-көнсығыш башҡорттарының Рус дәүләтенә ҡушылыуы инициаторы һәм етәкселәренең береһе ҡараҡужаҡ Мөшәүәлигә һәйкәл ҡуйылды. Бөгөн бына Баязит Бикбайҙың һыны ҡалҡып баҫты.
Район башлығы телгә алған һандар хайран итте мине. Бөтә һәйкәлдәрҙе бергә йыйһаң, үҙе бер оло аллея хасил булыр ине. Ә бит республикабыҙҙа ике тиҫтә йыл эсендә күренекле шәхестәренә бер генә һәйкәл дә эшләтмәгән райондар ҙа бихисап. «Йәшлек»тең үткән һандарының береһендә Тәтешле районына сә­фәр­ҙә беҙҙә скульптура сәнғәтенең нишләптер бик үҫешмәүе хаҡында яҙыусылар менән әңгәмә ҡороуыбыҙ хаҡында яҙғайным.
Унда бер күренекле яҙыусыбыҙ:
– Бына күршелә, Татарстандың Аҡтаныш районында, үҙҙәренән сыҡҡан данлыҡлы кешеләренең бюстарын эшләп, тулы бер аллея булдырғандар, тиҙәр. Араларында атаҡлы йырсы Әлфиә Абзаловаға ла, беҙҙә йәшәп, ижад иткән, Аҡмулланың тәүге бюсын һынландырыусы Зөлфәт Басировҡа ла бар икән. Беҙҙә лә оло-оло шәхестәр етерлек бит... – тигәйне. Һәйкәлдәр, бюстар беҙҙә лә бар ул, Көйөргәҙегә барып күрегеҙ, тип яҙам мин бөгөн. Бында күп эштәрҙең авторы – Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауылы ир-азаматы, скульптор Өлфәт ҡобағошов. Уға бигерәк рәхмәтле яҡташтары. Бындай һәйкәлдәрҙе район бюджетынан ғына аҡса бүлеп ҡалҡытып булмай, үҙ халҡын яратҡан, тарихын белгән рухлы һәм «кеҫәле» ағай-апайҙарҙы ла йәлеп итә белергә кәрәк. «Баштехкомплект» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Зөфәр Әбдрәхимов бөгөнгө эш өсөн иғтибарын да, аҡсаһын да йәлләмәгән.
Ер күсәре бында әйләнәБашҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты ҡәҙим Аралбай, ҡояшлы май көнөндә, буласаҡ уңышҡа нигеҙ һалғанда һәйкәл асып, көйөргәҙеләр егәрлелек билдәһе генә түгел, ә Баязит Бикбай кеүек талант билдәһе лә күрһәтә, тип билдәләне. Ул шулай уҡ ерҙән сыҡҡан, ер кеүек ябай һәм бәрәкәтле ижад менән йәшәгән Баязит Бикбай халыҡ күңелендә халыҡ яҙыусыһы булып һаҡлана, йәштәрҙең оло терәге булды, тине. Күренекле яҙыусы Ғәлим Хисамов яҡташының оло әҙип кенә түгел, ә ҙур тарихсы икәнен уның әҫәрҙәрендәге миҫалдар менән дәлилләп һөйләне.
– Мин үҙем Бикбайҙар нәҫеленән, – тине күренекле шағирә Тамара Ғәниева. – Миндә Бикбайҙарҙың юл буйындағы кибетендә һатылған тауар­ҙарҙың береһе – гәрәбә һаҡлана. Затлы гәрәбә ул. ҡартатаһы ҡулынан алған бүләкте өләсәйем Камиланың муйынынан уның теләге менән, уның рөхсәте менән алып ҡалдым. Баязит Бикбай үҙе лә халҡыбыҙҙың бер гәрәбәһе бит.
– ҡартәсәйем ҡалта ауылынан. Минең ҡартатайым Ырымбурға йөрөгән ваҡытында ҡартәсәйемде осрат­ҡан. Юл буйында Бикбаевтарҙың кибете булған, ул унда скрипкала уйнап һатып торған. ҡартатайым бер ҡарауҙа ғашиҡ булған һәм уны икенсе ҡатынлыҡҡа һоратҡан. Ә 1898 йылда атайым тыуған. Нәҫел булғас, Баязит ағайым беҙгә, Күгәрсен районына йыш килеп йөрөнө. Өфөлә беҙ уларҙы урап үтмәнек. Тормош юлымда уның кәңәштәре, ярҙамы миңә әҙ булманы. Бөгөнгө һәйкәл эшләүҙә ярҙам итә, ағайыма изгелектәре өсөн күпмелер яуап бирә алыуым менән бәхетлемен, – тип һөйләне Зөфәр Әбдрәхимов.
Күренекле шағирә Зөһрә ҡотлогилдина, уҡытыусы-ветеран ҡәттәл Арғынбаев, Салауат Юлаев ордены кавалеры Әсҡәт Таңатаровтар ҙа шағирға ҡағылышлы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. ХI синыф уҡыу­сыһы Раушания Мавлонова ҙур талант эйәһенә арналған шиғырын уҡыны.
Тантана һуңында скульпторҙың үҙе менән күреп һөйләшергә яҙҙы.
– Бикбайҙың ижадын бала саҡтан белеп үҫкән кеше мин, – тип башланы һүҙен Өлфәт ҡобағошов. – «Пограничник һәм уның әсәһе» шиғыры булһынмы, йә «Толя, Анатолий, балалыҡ дуҫым ҡайҙа? Ул өйрәткәйне дүрт һүҙ: ер, ут, һыу, һауа». Халыҡсан бит әҫәрҙәре, үҙе күңелгә, хәтергә йәбешеп ята. Постаменттағы дүрт юл да иҫтә. Ана шул шиғри фекерҙән сығып эшләнем был композицияны. Халыҡтың киң күңеллелеген дә билдәләй, унда йырҙарым урын алһа икән, тип шағир теләген баҫалҡы, тәртипле рәүештә генә белдерә. Ошо ерҙән һут алып, ҡот алып үҫкән шағирҙың был ялҡынлы һүҙҙәре лә, башҡорт орнаменты булып биҙәлеп, символик мәғәнәлә ерҙән ҡалҡып сыға. Шағир хәтере тере, мәңгелек мәғәнәһен дә бирә ул.
– Һеҙ уның үҙен күргәнегеҙ булмағандыр. Фотоһына ҡарап эшләнегеҙме? Шағирҙың үҙенә бик оҡшаған, тинеләр.
– ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күрмәнем. Замандаштарынан, дуҫтарынан һо­раш­тырҙым. Портреттарын, һүрәттәрен төрлө ракурста өйрәндем. Ул бәләкәйерәк кәүҙәле булһа ла, ижады һәм эшмәкәрлеге менән мөһабәт итеп күрһәтергә ынтылдым. Маҡсат, бәлки, оҡшатыуҙа ла түгел, композицияны берләштереүҙә, образдың, шағирҙың халыҡ улы икәнен бөтөнлөктә биреүҙәлер. Уның бөтә әҫәрҙәре тарих менән һуғарылған. Үҙ осорон тәрән белеп, аҡһаҡал булып яҙа Бикбай. Әҫәрҙәре аҡыл һәм күңел аша үткәреп ижад ителгән. ҡарашында ана шуны бирергә теләнем. Ул эскерһеҙ килеш тауҙарына, халҡына, яҡташтарына төбәлгән.
Балсыҡтан эшләгәс, шағирҙың ҡыҙы Элиза апайға бер нисә тапҡыр күрһәттем. Тәүҙә ул үҙенең күҙаллау­ҙарын әйтте, шунан мин композицияны аңлатҡас, килеште. Һөнәре буйынса ул үҙе конструктор, шуға фекеремде тиҙ үк аңланы. Атайыма оҡшаған, тип һөйөндө. Башҡа белгән кешеләр ҙә килеп ҡараны. Бәләкәй генә ағайыбыҙҙы ҡалай мөһабәт итеп биргәнһең, ҙурлағанһың, тип баһаланылар. Һәйбәт баһа түгелме ни?! – тип ихлас йылмая скульптор Өлфәт ағай.
Мораптал мәктәбе 1982 йылдан бирле Баязит Бикбай исемен йөрөтә. Шағирға арналған мөйөштә Б. Бикбайҙың шәжәрәһе эленгән, Мостай Кәрим, Әкрәм Вәли, Әмир Чаныштың уға яҙған хаттары һаҡлана. Шағирҙың тыуған ауылы ҡалтала музейы, урамы булдырылған. Өфөлә ҙур урам уның исемен йөрөтә. Бөгөн иһә ҙур һәйкәл ҡалҡып сыҡты. Бикбайҙың үлемһеҙлеге тағы яңыра төштө.

Кинйәбыҙ
Төштән һуң Кинйәбыҙ ауылына юлландыҡ. Бик данлыҡлы ауыл икән ул. Ысын батырҙар төйәге. 28 йорттан Бөйөк Ватан һуғышына 62 кеше китеп, шуларҙың яртыһы ғына әйләнеп ҡайта. Өс тиҫтә йорттан өс кеше – Ғәфиәтулла Арыҫланов, Сәлмән Биктимеров, Хәсән Ғайсин Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Бер ауылдан өс Герой сыҡҡан төбәк Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә юҡтыр әле. Кинйәбыҙҙа бөгөн бер генә ветеран ҡалған, ул – Берлинды штурмлауҙа ҡатнашҡан танкист Тимерғәле Арыҫланов.
Кинйәбыҙҙың тағы бер ғорурлығы – Кинйә Арыҫланов, әлбиттә. 1773 – 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең береһе, Пуга­чевтың уң ҡулы, башҡорттарҙан тәүге хәрби атаман, заманы өсөн үтә лә уҡымышлы зат... Кинйә Арыҫла­новтың музейы ауылдың йәме генә түгел, әйтергә яраһа, республикабыҙҙың рухи һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһө үҙәге лә. Был музей-үҙәк алыҫтан уҡ балҡып ҡаршы ала. Алдында башҡорт халҡының милли геройына һәйкәл ҡуйылған. Унда Кинйә Арыҫланов ил ағаһы, олуғ абыҙ булараҡ һынландырылған. Ә инде район үҙәге Ермолаев ауылындағы һәйкәлдә ғәскәр башлығы, башҡорт атаманы, халҡын алға әйҙәүсе булараҡ эшләнгән. Музей башындағы ете тажлы ҡурай күңелдә илаһи моң уята, боронғолоҡ менән бөгөнгөнө тоташтырыусы символик мәғәнә бирә. Был комплекс 2001 йылда асылған. Дүрт залға урынлаштырылған экспозициялар этнография, 1773 – 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышы тарихи бүлектәренән тора. Музей фондында 900-ҙән ашыу экспонат һаҡлана. Быйыл был изге йорт үҙенең ун йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк. ҡунаҡтар, музейҙы айҡап, байҡап сыҡҡас, оло кинәнес һәм яңы тарихи мәғлүмәттәр алыуын йәшермәне. Әйткәндәй, бында музей­ҙың һәр бүлеге менән урындағы мәктәп уҡыусылары таныштырҙы. Улар үҙ тыуған еренең шәхестәрен дә, уларҙың тормош юлын да, бындағы тарихи ваҡиғалар хаҡында ла һәйбәт белеүҙәрен күрһәтте. Үҙ тыуған яғының тарихын бик-бик яҡшы белгән яҙыусы Ғәлим Хисамов уларға өҫтәмә һорауҙар ҙа биргеләне, уҡыусылар ҡаушап ҡалманы, яуаптары төплө һәм дөрөҫ булды. Тыуған ергә һөйөү ана шул тарихты, шәхестәрҙе белеүҙән башлана ул, тип ҡуйҙы Ғәлим Афзал улы.

Таймаҫ
Ер күсәре бында әйләнәБашҡорт әҙәбиәтенең, прозаһының йөҙөк ҡашы булған Рәшит ағай­ҙы һағынып килдек Тай­маҫҡа. Ихлас йылмайып, ҡолас йәйеп ҡаршы алыр кеүек ине ул беҙҙе. Мине ҡотларға килдегеҙ инде – шәп эш инде улай­һа, тип әйтер ине. Тик... хәтер кисәһе бөгөн. Тәүҙә уның ҡәберенә барып, яҡты рухы алдында баш эйәбеҙ. Зыярат Таймаҫта үрҙәрәк урынлашҡан. Рәшит ағайҙың мәңгелек йортонан ауылы ус төбөндәгеләй май ҡояшында балҡып ултыра. Селек сәскә атҡан. Япон сакураһы тиер­һең. ҡоштар йылыға һөйөнөшөп, сырҡ-сырҡ килә. Тормош дауам итә. Яҙыусы ҡәберенән бар донъяны тыңлап, тойоп ятҡандай. «Донъяла иң матур, иң ғәзиз, иң яҡын ер – тыуған йортом, тыуған яландар, тауҙар, шишмәләр... һәм, әлбиттә, кешеләр...
Минең өсөн ерҙең күсәре һаман да ошо Таймаҫта, һаман да минең ишек алдында, ә Ер шары шул күсәр тирәһендә һаман да әйләнә», – тип яҙҙы үҙ хәтирәләрендә Рәшит Солтангәрәев. Хәҙер яратҡан еренә мәңгегә ҡайтты.
Мәрхүм рухына бағышлап, изге ҡөрьәндән сүрәләр уҡылды.
– Беҙ уның үлеменә бер нисек тә күнә алмайбыҙ. Әҙиптәр үҙ-ара һөйләшһәк, Булат ағай, Рәшит ағайҙы һәр саҡ тере итеп телгә алабыҙ, улар беҙҙең арала йөрөгән, йәшәгән кеүек. Сөнки улар ысын Ирҙәр булып лайыҡлы йәшәй белде. Уларҙың замандашы булыуым менән ғорурланам мин.
Рәшит ағай менән миңә ун ике йыл бер кабинетта ултырып эшләү бәхете тейҙе. XX быуат прозаһында идеал ул. Баш эймәй торған, ярайһы текә абзый. Эрелеге кәйефте ҡырмай, күңелде төшөрмәй ине. Сөнки күңеле саф, таҙа булды, – тине Тамара Ғәниева.
Хәтер кисәһе шағир исемен йөрөткән мәктәп-гимназия алдында асыҡ һауала, май ҡояшы аҫтында үтте. Рәшит ағай үҙе декабрь һыуығында тыуған, ә 75 йыллығын яҙыусылар май айында билдәләүҙе хуп күргән. Яҡты күңелле кешенең байрамы – хәтер кисәһе яҡты ҡояшлы көндә булырға тейештер ҙә.
«Иң һағындырған ағай ул. Тормошто тәрәндән белгән талантлы яҙыусыбыҙҙы юҡһынабыҙ. Әҙәбиәткә исеме алтын хәрефтәр менән яҙылған уның, – тине ҡәҙим Аралбай һәм робағийын уҡыны. –
Китермендер мин дә бер мәл
Тәңрегә,
Килмәгәнбеҙ йәшел ергә мәңгегә.
Асыҡланым бер нәмәне әлегә:
Ғүмер – һандуғас һайрар мәл
генә...»
Ана шул һандуғас һайрар мәл генә ғүмерендә Рәшит ағай башҡорт әҙәбиәтендә бөркөт булып осто.
Яҙыусы-шағирҙар Рәшит Низамов, Зөһрә ҡотлогилдина, Күмертау яҙыу­сылар ойошмаһы етәксеһе Кинйәғәле Абдуллин, сатирик яҙыусы Закир Әҡбәров үҙҙәренең хәтирәләре менән уртаҡлашты, яҙыусының ихласлығын, йор һүҙле булыуын, тапҡыр һүҙлелеген, дан артынан ҡыумауын телгә алды. Яҙыусы, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Факил Мырҙаҡаев яҙыусының мәктәптәге музейына ағайҙың «Беҙ гәзиттән сыҡтыҡ» исемле һуңғы мәҡәләһенең ҡулъяҙмаһын тапшырҙы һәм Рәшит Солтангә­рәевты үҙенең остазы тип нарыҡланы.
– Һуңғы йылдарҙа бигерәк ауылды һағынып йәшәне, һыу ташҡан ваҡытты ҡайтып күрергә ине, һандуғастар һайрағанын, баҡалар сурылдашҡанын тыңлағым килә, тигәйне. Хат һайын, ауылда ямғыр яуамы, сәсеү нисек бара, уңыш бармы, тип һорап яҙа торғайны, йыл ҡоро килһә, бик борсола ине, – тип һөйләй яҙыусының туғаны, мәктәптә яҙыусыға арналған музей хужабикәһе, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Гөлнур Хәмитова. – Рәшит абзыйымдың сабый ғына күңеле яһиллыҡтан, әшәкелек, оятһыҙлыҡ кеүек күренештәр­ҙән яҡланмағайны. Ул бер ваҡытта ла үҙен яҡлап көрәшеү, айҡашыу тигән нәмәне белмәне, ғорур булды, ваҡлашманы, эстән һыҙланһа-һыҙланғандыр, тик сығарманы, өҫтөн була белде. Ә йөрәге бөткән булған, беҙгә һиҙҙермәне, бөтә нәмәне йөрәгенә яҡын алғанын белә инек, әлбиттә, бөтәбеҙ ҙә хәсрәтебеҙҙе, хәс­тәр­ҙәребеҙҙе уға һөйләнек. Сөнки ул беҙгә ышыҡ та, арҡа ла, терәк тә була белде.
Рәшит Солтангәрәев ғүмере буйына үҙ баһаһын, әйткән, яҙған һүҙенең бәҫен белеп йәшәне. «Беҙ Рәшит менән яҡындан аралашманыҡ та һәм бер ваҡытта ла айырылышманыҡ та. Һөйләшкән һүҙҙәр әҙәбиәт тураһында ғына булманы. Үҙ-ара ике ир кеше һөйләшә торған һүҙҙәр күберәк ине. Күңеленән сыҡҡан һүҙҙәрҙе иң аңлаған кешеләргә генә систе һәм шул һүҙҙәрҙең мәңге бер ерҙә лә таралмаясағын белде ул. Яҡынлыҡ булғандыр, донъяуи хәлдәр хаҡында һүҙ алып барыр инек. Бөгөн тап шундай кеше етмәй миңә. Шатлығында ла, ҡайғы осоронда ла һине аңлаған кеше кәрәк. Рәшит ағай етмәй. Был бушлыҡты бер кем дә ҡаплай алмай», – тип үкенес белдерҙе Ғәлим Хисамов. Ә әҙәбиәттәге бушлыҡ, халыҡ күңелендәге юҡһыныу төпкөлдәре... Үкенестәр ҙә ҡалдырып китә шул ағайҙар. Ил улдары киткәндән һуң донъя бойоғоп, ил етемһерәп ҡалғандай була шул.

Мөнир ҡУНАФИН.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”