RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ил бай булһын өсөн ҡеүәтле сәнәғәт кәрәк

28.05.2011 Ил бай булһын өсөн ҡеүәтле сәнәғәт кәрәк

Ил бай булһын өсөн ҡеүәтле сәнәғәт кәрәкБындай мөһим, абруйлы сараны үткәреү өсөн республикабыҙ юҡҡа ғына һайланмаған – Башҡор­тостанда нефть һәм химия сәнәғәте ҡеүәтле үҫешкән, беҙҙә тәжрибә лә, перспективалар ҙа бар.
«Ҙур химия» халыҡ-ара форумы баш ҡаланың Конгресс-холында асылды. Сараның «Донъяла, Рәсәйҙә, Башҡортостанда нефть, газ, химия үҫешенең төп йүнәлештәре» тип аталған пленар ултырышы эшендә Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота, Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов, Рәсәй Хөкүмәте ағзалары, нефть һәм газ сәнәғәте ойошмалары етәкселәре, сит ил ҡунаҡтары ҡатнашты. ҡаҙағстан, Швейцария, Германия, Финляндия һәм башҡа ил вәкилдәре бар.
Форумда ҙур проблемалар күтәрелде. БР Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең нефть һәм газ химияһы тармағында эре производстволар булдырырға тәҡдим итте. Күптән түгел ошо уҡ мәсьәләне РФ Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин да күтәреп сыҡҡайны. Донъяла нефть һәм химия производстволарын эреләтеү һәм был тармаҡта мөмкин тиклем ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырыу тенденцияһы бара. Ә Рәсәйҙә нишләп­тер бөтәһе лә киреһенсә ойошторола кеүек. Шуға ла хәҙер иң мөһим ике проблема бар, тип билдәләргә кәрәк – предприятиеларҙы сеймал менән тәьмин итеү һәм химия тармағында эре предприятиелар булдырыу. Шул ваҡытта Рәсәй үҙенә киләсәккә ҡеүәтле нигеҙ һаласаҡ. Ә ҡалғаны инде – бизнес, һәм ул үҙенең эшен дәүләт ярҙамынан башҡа ла алып бара.
Себерҙә, мәҫәлән, нефть газын ҡайҙа итергә белмәйҙәр, ә инде Волга буйы федераль округы предприятиелары ошо сеймалға ҡытлыҡ кисерә. Ил эсендә сеймал бер ерҙә – артыҡ, икенсе ерҙә дефицит булғанда уны тигеҙ итеп бүлеү шарттарын тыуҙырыуҙан башҡа бер юл да ҡалмай. Шуға ла Себерҙән килгән продукция торбаһын Башҡортостан һәм Татарстан биләмәләре аша һалыу отошло буласаҡ. Сөнки сеймал булмаған ергә ниндәй ҙә булһа инвестициялар килер тип өмөт итеү урынһыҙ.

Ғәрәптәрҙе күп нәмә ҡыҙыҡһындыра
«Ҙур химия» форумында Башҡортостан – Ғәрәбстан секцияһы ойошторолдо. Сара Сәғүд Ғәрәбстаны Короллегенең эшлекле даирәләре вәкилдәре, Джидда ҡалаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы идаралығына ҡараған эре холдингыларҙың етәкселәре ҡатнашлығында үтте. Башҡортостан һәм ғәрәп илдәре араһында эшлекле бәйләнештәр булдырыу, булғандарын нығытыу, яңы кимәлгә сығарыу секцияның төп маҡсаты итеп билдәләнде. Сәғүд Ғәрәбстанынан «Ҙур химия» форумына күп һанлы делегация килде, улар араһында иҡтисадтың төрлө тармағында эшләгән етәкселәр бар.
Сәғүд Ғәрәбстаны Короллеге Башҡортостан сәнәғәтенә инвестициялар һалырға әҙер, тип билдәләргә кәрәк. Ни тиһәң дә, Баш­ҡортостан – ҡеүәтле сәнәғәтле республика. Әлбиттә, ғәрәптәр, үҙ сиратында, Рәсәйҙең һәм беҙҙең компаниялар ҙа уларҙың баҙарына килер, тип ышана. Шуны күҙ уңында тотоп, Башҡортостан вәкилдәре ҡунаҡтар алдында республиканың перспективаларын, ҡаҙаныштарын һәм проблемаларын сағылдырған докладтар менән сығыш яһаны. Ике яҡтың да мөмкинлектәрен ҡулланып, файҙалы килешеүҙәр төҙөүгә нигеҙ һалынды.
Атап әйткәндә, Сәғүд Ғәрәбстаны Корол­ле­ген Башҡортостанда нефть сығарыу, эшкәртеү, газ сәнәғәте тармағындағы проекттар ҡыҙыҡһындыра. Шулай уҡ күсемһеҙ милек төҙөү (мәҫәлән, биш йондоҙло ҡунаҡханалар), электромеханика, ағас материалдары, ауыл хужалығы ла иғтибарҙарын йәлеп итә. Шулай уҡ ғәрәптәр беҙгә хәләл аҙыҡ-түлек индереүҙе ойоштороу­ҙы ла күҙ уңында тота. Ғәрәптәрҙең туризмды үҫтереү буйынса тәжрибәһен дә өйрәнергә мөмкин.

Мазен Мөхәммәт Батерджи, Джидда ҡалаһындағы Сауҙа-сәнәғәт палатаһының вице-премьеры:
– Беҙҙең делегацияны юғары кимәлдә ҡабул итеүегеҙ өсөн Башҡортостанға рәхмәт әйтке килә. БР Президенты Рөстәм Хәмитов менән үҙебеҙҙең ҡалала осрашыу беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булғайны. Джидда ҡалаһы йыл һайын 20 миллиондан ашыу турис­ты ҡабул итә, беҙҙең ҡала Мәккәнән алыҫ түгел, Ер шарының үҙәгендә урынлашҡан. Перспективалы урын.
Башҡортостан менән Сәғүд Ғәрәбстаны араһында уңышлы бизнес алып барыу өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Ике яҡ өсөн дә файҙалы килешеүҙәр төҙөргә нигеҙ етерлек. Беҙҙе, мәҫәлән, һеҙҙең социаль торлаҡ төҙөү тәжрибәһе лә ныҡ ҡыҙыҡһындыра.

Григорий Рапота, Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле:
– «Ҙур химия» – бик эшлекле, әһәмиәтле форум. Ул илебеҙҙең нефть һәм химия тармағы үҙәктәренең береһе булған Башҡортостан ерендә үтә. Беҙҙең өсөн ул шулай уҡ Волга буйы федераль округында ойошторолоуы менән дә әһәмиәтле. Сөнки округта илдә сығарылған нефттең 13 проценты етештерелә. Бөгөн иҡтисадты үҫтереүҙә өҫтөнлөклө йүнәлеш булып нефть һәм химия тора.

Рауил Моратов, Татарстан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы:
– Башҡортостан һәм Татарстандың потенциалы менән ғорурланабыҙ. Беҙҙең республикалар алдында торған иң ауыр мәсьәләләрҙе лә үтеп сығасаҡбыҙ, тип һанайбыҙ. Төп иғтибарҙы ҙур мәсьәләгә – сеймал ресурсы проблемаһын хәл итеүгә йүнәлтергә кәрәк. Форумда Рәсәй иҡтисадын үҫтереү өсөн төп йүнәлештәр хаҡында һүҙ барҙы, башҡа көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде. Сара урынлы һәм кәрәкле ойошторолған.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә