НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » 33(2011) » Страница 2

Исемдәребеҙҙе күреп ҡыуандыҡ
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 30-04-2011, 17:05


“Тыл батырҙары” китабының ун алтынсы томында 1941 – 1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышы осоронда тылда фиҙакәрлек күрһәткән ауыл эшсәндәренең исемлектәре бирелгән. Шул иҫәптән Хәйбулла районының Иҫәнгилде ауылынан да Бөйөк Ватан һуғышы осоронда эшләгән байтаҡ хеҙмәт кешеһенең тулы исем-фамилияһы индерелгән. Бөгөн дә ҙур булмаған ауылда әҙме-күпме элекке тыл эшсәндәре йәшәй....

Илдә бензин дефицитын кем тыуҙырған?
Махсус бит / Проблема // 30-04-2011, 17:03


Илдә бензин дефицитын кем тыуҙырған?Федераль монополияға ҡар­шы хеҙмәт (ФАС), Рәсәйҙең ҡайһы бер ҡалаларында бензин дефициты барлыҡҡа килеүендә нефть компанияларының закон­һыҙ эш итеүе ғәйепле, тип иҫәпләй.
«Бының картель һөйләшеп килешеүҙәрҙең бер төрө булыуы ихтимал – монополияға ҡаршы закон тарафынан бындай закон боҙоуҙарға ҡарата яуаплылыҡ ҡаты, хатта енәйәт эше асылыуы мөмкин», – тип белдерҙе ФАС башлығы Игорь Артемьев Рәсәй яғыулыҡ союзы (РТС) вәкилдәре менән уҙғарылған кәңәшмәлә....

Быйыл йәштәр премияһын кемдәр алыр?
Новости / Мәҙәниәт // 30-04-2011, 14:00


Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премиялары буйынса комиссия ултырышы үтте. Уның һөҙөмтәһендә конкурс­та артабан ҡатнашыу һәм йәмәғәтселеккә тикшереү өсөн түбәндәге дәғүәселәр тәҡдим ителде:
Искәндәр ҒАФАРОВ (З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы тәҡдим итте) – башҡорт композиторҙарының ижадын сит илдәрҙә пропагандалағаны һәм фортепиано өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн....

Яңы хакимиәт башлыҡтары тәғәйенләнде
Новости / Башҡортостан // 30-04-2011, 13:58


29 апрелдә Сибай ҡалаһы ҡала округы советының ултырышында Сибай ҡала хакимиәте башлығын тәғәйенләү тураһындағы мәсьәлә ҡаралды. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Сөләймәнов Хәлит Хәмзә улы контракт буйынса хакимиәт башлығы вазифаһына тәғәйенләнде.
Хәлит Хәмзә улы Сөләймәнов 1962 йылда Баймаҡ районының Беренсе Этҡол ауылында тыуған. Юғары белемле – БДУ-ны тамамлаған....

Был аҙнала беҙҙе...
Новости / Рәсәй // 30-04-2011, 13:58


һиҫкәндерҙе...
Кесе йомала Марокколағы билдәле курорттарҙың береһендә шартлау яңғыраны. Һуңғы мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, фажиғәлә ун һигеҙ кеше һәләк булған, ике тиҫтәнән ашыуы йәрәхәтләнгән. Һәләк булыусыларҙың күбеһе − Европа дәүләттәре граждандары. РФ-ның Марокколағы илселегенән хәбәр итеүҙәренсә, йәрәхәтләнеүселәр араһында Рәсәй туристары ла бар. Уларҙың береһе – РФ Дәүләт Думаһы депутаты Валерий Селезневтың улы Роман Селезнев. Ул – ЛДПР фракцияһы ағзаһы һәм Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр комитеты вәкиле....

Балыҡтар ниңә ҡырыла?
Новости // 30-04-2011, 13:57


Балыҡтар ниңә ҡырыла?Благовещен районындағы Асы­күлдә күпләп балыҡ ағыу­ланған.
Балыҡсылыҡ буйынса федераль агентлыҡтың Урта Волга территориаль идаралығының БР буйынса өлкән дәүләт инспекторы Кирилл Прокопьев әйтеүенсә, күлдә нефть эмульсияһы бар. Яр һыҙатының һәр метрына 20 − 40 самаһы үле балыҡ тура килә. Улар − башлыса, ус ҙурлығындай ғына табан балыҡтар. Әлегә күпме балыҡ үлгәнен теүәл әйтеп булмай, һыуҙың таҙараҡ өлөшөндә тереләре лә күренә....

Дания беҙгә ярҙам итәсәк
Новости / Башҡортостан // 30-04-2011, 13:56


Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов РФ Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин етәкселегендәге Рәсәй Федерацияһы рәсми делегацияһы составында Дания Корол­легендә булды.
Эш сәфәре барышында Копен­гагенда Рәсәй менән Данияның төрлө өлкәләрҙә сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлеге перспективалары тура­һында һөйләшеүҙәр үтте.
Рәсми саралар сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы һәм «Danfoss A/S» компанияһы араһында энергияны һаҡсыл файҙаланыу һәм бюджет өлкәһенең, торлаҡ фондының, иҡтисад тармаҡтарының, тәү сиратта, энергетика, капиталь төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарының энергетика һөҙөмтәлелеген күтәреү өлкәһендә хеҙмәттәшлек булдырыу маҡсатында төҙөлгән килешеүгә ҡул ҡуйылды....

Хеҙмәт геройҙары һәр саҡ хөрмәттә
Новости / Башҡортостан // 30-04-2011, 13:54


Хеҙмәт геройҙары һәр саҡ хөрмәттәМай байрамдары алдынан БР Президенты Рөстәм Хәмитов Социалистик Хеҙмәт Геройҙары һәм Хеҙмәт даны орденының тулы кавалерҙары менән осрашты. Барлығы 50 ветеран саҡырылғайны.
Башҡортостандан 244 кеше Социалистик Хеҙмәт Геройы исемен йөрөтә, ә 17-һе Хеҙмәт даны орденының өс дәрәжәһенә лә лайыҡ булған....

Өс һөйләм менән
Новости / Башҡортостан // 30-04-2011, 13:53


27 апрелдә Башҡортостан Пре­зиденты Рөстәм Хәмитов Бөйөк Британияның Екатеринбургтағы Генераль консулы Джеймс Макгуайр һәм Бөйөк Британияның Рәсәйҙәге илселегенең сауҙа һәм инвестициялар бүлеге начальнигы Демион Поттер менән осрашты. Эшлекле һөйләшеүҙә Башҡортостан менән Берләшкән короллек араһында үҙ-ара эш итеүҙе киңәйтеү мәсьәләләре һәм хеҙмәттәшлектең перспективалы йүнәлештәре ҡаралды. Джеймс Макгуайр әйтеүенсә, Бөйөк Британия Хөкүмәте Башҡортостан менән нефть эшкәртеү һәм энергияны һаҡлау, ауыл хужалығы, мәҙәниәт һәм инновациялар өлкәһендә сауҙа-инвестиция бәйләнешен киңәйтергә ниәтләй....

Үҙ йөҙө, теле, моңо бар Сибай театрының
Новости / Мәҙәниәт // 30-04-2011, 10:15


Ауылға Сибай театры килә, тигән хәбәр таралһа, халыҡ түҙемһеҙләнеп уларҙы көтә башлай. Ә спектакль булаһы көндә кис етеү менән клубҡа халыҡ ағыла ла ағыла – берәмләп тә, күмәкләп тә сибайҙарҙың сығышын ҡарарға ашҡыналар. Эш бында спектаклдәрҙе һағыныуҙа ла түгел, ә Сибай театрының халыҡ араһында яулаған абруйында. Сибай драма театры тураһында һүҙ сыҡһа, һәр саҡ күҙ алдына ысын оҫталар килеп баҫа. Кеше күңеленә үтеп инеп, геройҙары аша илата, көлдөрә, уйландыра белә улар....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)



  • Радио Юлдаш FM