RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Үҙ йөҙө, теле, моңо бар Сибай театрының

30.04.2011 Үҙ йөҙө, теле, моңо бар Сибай театрының

Ауылға Сибай театры килә, тигән хәбәр таралһа, халыҡ түҙемһеҙләнеп уларҙы көтә башлай. Ә спектакль булаһы көндә кис етеү менән клубҡа халыҡ ағыла ла ағыла – берәмләп тә, күмәкләп тә сибайҙарҙың сығышын ҡарарға ашҡыналар. Эш бында спектаклдәрҙе һағыныуҙа ла түгел, ә Сибай театрының халыҡ араһында яулаған абруйында. Сибай драма театры тураһында һүҙ сыҡһа, һәр саҡ күҙ алдына ысын оҫталар килеп баҫа. Кеше күңеленә үтеп инеп, геройҙары аша илата, көлдөрә, уйландыра белә улар. Бәғзеләр, театр заманы үтте, тип уйлаһа ла, театр әле йәшәй бирә, үҙенең тамашасыһын йыя, кешеләрҙе борсоған һорауҙарға яуап бирергә тырыша, уйлата, матурлыҡ донъяһына әйҙәй. Әммә тамашасы талапсаныраҡ хәҙер – бөтә яҡлап та ысын оҫталыҡ булмаһа, ҡабул итмәйәсәк. ҡабул итһә лә, һөйөү менән яуап бирмәйәсәк. Был йәһәттән сибайҙарға ҡайғыраһы түгел. Ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһында үткән гастролдәре лә – бының асыҡ дәлиле. Дүрт көн буйы барған гастролдәр Өфөнөң театр һөйөүселәре өсөн ысын байрамға әүерелде. Милли йәштәр театрының, Нефтселәр мәҙәниәт һарайының шығырым тулы булыуы тәүҙә бер аҙ аптыратҡайны ла. Баш ҡалала ла көн һайын театр ишектәре асыҡ бит. Әммә, кем әйтмешләй, беҙ театрға спектакль ҡарарға түгел, актерҙарҙың уйынын ҡарарға йөрөйбөҙ. Сибай актерҙарын һағынған, тимәк, тамашасы.
80 йыллыҡ юбилейын ҡаршылаған театр артистары менән спектакль алдынан күрешеп һөйләшеп алыу форсаты ла сыҡты. Спектакль башланыр­ға бер сәғәт тирәһе генә ваҡыт ҡалған мәлдә, БР-ҙың халыҡ артистары Рәмилә Хоҙайғолова (театрҙа 47 йыл эшләй) һәм Зифа Баязитова (38 йыл эшләй) апайҙарҙың грим бүлмәһенә килеп индем. Тормош бында ҡайнап тора. Кейенгән, биҙәнгән арала улар минең бер нисә һорауыма ла яуап биреп өлгөрҙө.
– Матур юбилейығыҙҙы ниндәй кәйеф менән ҡаршылайһығыҙ?
– Ҙур күтәренкелек менән ҡаршы алабыҙ был матур байрамыбыҙҙы. Репертуарыбыҙ иҫ китмәле шәп. 15-ләп спектаклебеҙ гөрләп тора. Теләһәк, Магнитогорск ҡалаһына гастролгә сығып китәбеҙ, теләһәк, Хәйбулла, Баймаҡ, Ейәнсура райондарына. Силәбе, Пермь, Татар­станға сығып китһәк тә, уларға йөҙөбөҙ яҡты. Тик ятмайбыҙ. Матур итеп йәшәйбеҙ, ҡайнап, дәртләнеп эшләйбеҙ, ижад итәбеҙ.
– Сибай театры, тигәндә, халыҡ араһында танылыу яулаған, абруй ҡаҙанған ижади коллектив, уңышлы театр күҙ алдына килә. Быны нисек яулау мөмкин? Бүтәндәрҙән театрығыҙ нимә менән айырыла тип уйлайһығыҙ?
– Һәр театрҙың үҙ урыны, үҙ йөҙө бар. Беҙҙекенең дә үҙ йөҙө һәм, тәү сиратта, театрыбыҙҙың үҙенең теле булыуы менән айырылып торабыҙ. Ысын мәғәнәһендә, аһәң менән, зауыҡлы итеп һөйләшеү айыра беҙҙе. Халҡыбыҙҙың традицияларын һаҡлау йәһәтенән башҡорт райо­нында, Көньяҡ Урал төбәгендә йәшәүебеҙ булышлыҡ итһә, икенсенән, театрҙа талап шундай ҡуйылған – телдең моңона, яңғырашына иғтибар көслө.
– Йәш кадрҙарға ҡытлыҡ кисермәйһегеҙме? Ғәҙәттә, сәнғәт академияһын тамамлаусылар Өфөлә ҡалырға тырыша бит.
– Кадрҙар етерлек, тип әйтергә була. Йәшлек – үҙе матурлыҡ бит инде ул. Йәшлек театрҙы биҙәй. Беҙҙең театрға килгән йәштәр бында үҙ йөҙөн тапты, матур итеп эшләп йөрөйҙәр. Киләһе йылда беҙҙең театр өсөн сәнғәт академияһынан махсус курс уҡып бөтөп киләсәк. Беҙ уларҙы түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ.
– Репертуарығыҙҙағы ниндәй пьесаларҙы тамашасы айырыуса ихлас ҡабул итә?
– Тамашасының талабы, әлбиттә, заман талабы менән бергә килә. Шулай ҙа тамашасы ял бирерлек йырлы, моңло спектаклдәрҙе күберәк һорай. «Ғәлиәбаныу», музыкаль комедиялар һымағыраҡ, мәҫәлән. Әммә ундай пьесалар ҡуйып ҡына заман менән бергә атлап булмай бит инде. Шуға ла илдең сәйәсәтенә ярашлы, көнүҙәк проблемаларҙы күтәргән пьесалар менән дә репертуарыбыҙҙы төрлөләндерергә тырышабыҙ. Мәҫәлән, Өфөгә алып килгән «Мираҫ»ты әйтеп китергә була. Унда ғаилә эсендәге ыҙғышты, мал өсөн талашты күрһәтеп, илдә барған хәлдәргә лә ишара яһаныҡ. Спектакль тамашасыларҙың береһен дә битараф ҡалдырманы. Шулай уҡ мөхәббәт, ғаилә темаһы ла актуаль. Ғөмүмән, репертуарыбыҙ бай. Комедияһы ла, трагедияһы ла, драмаһы ла, трагифарс та бар. Театрыбыҙ ижади лаборатория һымаҡ. Драматургтар менән эшләйбеҙ, әле танылыу яулаған драматургтар ҙа беҙҙең театрҙа сынығыу үткән.

Былай ҙа тар ваҡыттарын артабан да алып тормайым тип, артист апай­ҙарҙы инде сәхнәнән күрер өсөн тамаша залына йүнәлдем. Сибайҙар Ф. Бүләковтың «Буй­ҙаҡтар» комедияһын сәхнәләштерә ине. Шығырым тулы зал, гөлләмәләр тотҡан оло апайҙар, йәштәр, хатта бәләкәй генә балалар, ихлас йылмайыуҙар – ошо түгелме Сибай театрына ҡарата тамашасы һөйөүенең билдәһе?

Руфина ДӘҮЛӘТОВА.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Өҫтәлгән комментарийҙар




Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы