RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

30.04.2011 Йән көсө

Эй-й, бәғзе бер ир затының! Әкәмәт тоҡом. Берәй эшкә ашырлыҡ тимер-томор күреп ҡалдымы – һушы китә. Ана, Биби әбейҙең ейәне Робертты ал. Ул да шундайҙарҙан. Тенәүге көн, үҙе тимер арғымаҡтың ялтырап торған өр-яңыһын алып ҡайт­ҡас, атаһы уға, иҫкерәк булһа ла, әле буйтым хеҙмәт иткәндәй «Москвич»ын бүләк иткәйне.
– Мә, улым, яңыны иҫке күтәрә, башта ошоноң менән йөрөргә өй­рән­һәң, аҙаҡ үҙең алырһың, – тине.
Ошоғаса матай атланып йөрөгән үҫмерҙең түбәһе күккә тейҙе. Теймәй һуң! Машина һиңә матай түгел, хәҙер ҡыҙҙар алдында дәрәжәһе ҡырҡа күтәрелеп китәсәк. Роберт берҙән-бере һанаған Ләйсәнен йылы кабинала ғына йөрөтәсәк был яғына. Башҡалар ише мотоциклда өшөп-туңып аҙап­ланмаҫтар.
– Балам, ашың һыуына, тамаҡ ялғап сыҡһаң ни була? – Биби инде нисәнсе тапҡыр ейәнен төшкөлөккә саҡырҙы.
– Аһ, ошо өләсте! Хәҙер, тим бит. Алдына алғанын өҙмәй ҙә ҡуймай торған. – Кәйефе самалы Роберт асыҡтан-асыҡ ризаһыҙлыҡ менән яуап бирҙе. Уның ҡырыҫыраҡ холҡон яҡшы белгән өләсәһе башҡаса ныҡышып торманы. Нимә тип ныҡышһын? «Биби заманы кешеһенә бөгөнгө йәштәрҙе аңлауы еңелдән түгел. Әллә йәш быуын шулай алабарманыраҡмы, әллә ғүмер үткән һайын үҙебеҙ мыжыҡҡа әйләнә барабыҙмы, белмәҫһең, – тип фекер йөрөтә өләсәй кеше, аҙ ғына күңеле кителеүҙән көрһөнөп ҡуя, – беҙҙең заманда ошолай итеп олатай-өләсәй өндәшкәненә ҡаршы һүҙ әйтеү түгел...».
Шулай ҙа Биби әбей берҙән-бер ейәнен үлеп ярата. Ул яратыуҙың үҙ әтнәкәһе бар. Ошоғаса өс ҡыҙы менән ике килене лә ҡыҙ бала тапты ла торҙо. Ә уның: «Малайым, малайым, тотоп һөйөп алайым», – тип ир бала һөйгөһө килә ине. ҡатын-ҡыҙ өсөн әлеге хәл, әлбиттә, тәбиғи. Ләкин уның был хаҡта бер ҡасан да ҡысҡырып әйткәне булманы. Бала күңеле – быяла. ҡыҙҙар әллә кеше түгелме, тип әйтеүҙәре бар. Бигерәк тә килендәрҙең күңелен уйлау кәрәк.
Әсә хыялын уртансы улына тормошҡа ашырырға яҙҙы. Кем белә, уртансы киленен, бәлки, ошоноң өсөн дә айырым бер йылылыҡ менән яраталыр әле...
Биби асыҡ тәҙрәнән һирәк-һаяҡ ишетелеп ҡалған тимер сыңына ынтылып ҡарай. Роберт машинаның артҡы тәгәрмәсе янында булаша. Эргәһендә, ул яғына ла, был яғына ла сығып, баянан бирле бүләсәре Әлсинә ураңғылана. Уға ҡыҙыҡ. Урынлы ла, урынһыҙ ҙа һорауҙарын бер-бер артлы яуҙыра ғына. Бынауы кәкре тимере нимәгә ул? Роберт ошоноң ише бөтмәҫ һорау­ҙарҙың ҡулайырағына яуап бирә, ҡайһыһын ишетмәмешкә һабыша, бәғзе берҙәренә юрый ҡайтарып өндәшмәй. Өндәшер ине, белә: әлеге, үҙе ябай ғына һымаҡ булһа ла, үҙе ҡатмарлы һорау артынан мотлаҡ икенсеһе ҡуйыласаҡ. Унан өсөнсөһө, дүртенсеһе. Шул рәүешле ул һорауҙарҙың осона сығырлыҡ түгел. Кәйеф юҡта өндәшмәй ҡалыуың хәйерле.
Роберттың кәйефе, ысынлап та, шәптән түгел. Артҡы уң яҡ тәгәрмәс күсәре төбөнә ифрат ҡаты трос урал­ған да, ысҡындырып алырмын тимә. Иртә торғандан алып шуның менән хитлана. ҡара тиргә батты, ҡулдарын ауырттырып бөттө. ҡыҫҡаһы, ярты ҡанын боҙҙо әлеге трос. Егет атаһы гаражынан иҫке генә домкрат табып килтерҙе. Ана шуның менән хәҙер машинаны күтәртеп ҡуясаҡ та иркенләп тотонасаҡ.
Тимер-томор әле арзан заман­дар­ҙа арамъяһыҙ эшләнгән ауыр машина, ризаһыҙлыҡ белдергәндәй, дыңғыр-шыңғыр килеп ҡалҡынды. Гүйә, һаман булһа тынғы бирмәүҙәренә зарланып һуҡрана. Уға бит инде ун биш йәш. Ун биш йыл буйына туҡтауһыҙ иләһендәр әле.
Бер мәлгә сәйер тынлыҡ урынлашыуға тәҙрә аша ихата эсенә ҡараш ташлаған Биби әбейҙең сырайын борсолоу ғәләмәте боҙҙо. Ейәненең ярты кәүҙәһе тәгәрмәс менән кузов араһында, ә анауы, күтәреп торған һыңар тимер генәһе-е... Ышанысһыҙ, тайып китмәгәйе.
Ошолай уйлап ҡуйған өләсәй кешенең ҡапыл күңеле өшөп китте. «Инде башҡа юҡ-бар килә башлай торған», – тип көрһөндө ул, хәүеф ҡатыш тәьҫораттарҙан тиҙерәк арынмаҡҡа була, тәҙрә янынан китә һалды. Хәҙер ул йоҡа итеп ҡоймаҡ ҡоясаҡ. Майлы ҡоймаҡты һәләк ярата бит ейәне. Хәйер, ҡоймаҡтың майлыһын кем яратмай икән?
Әйтерһең, күреп торған, өй эсенә ҡыҙған май еҫе таралыуға бүләсәре Әлсинә килеп тә инде. Бәләкәстәрен тәмле-татлы менән һыйлауҙан ҡайһы өләсәй кинәнес тапмай икән?
– Аша, балам, аша, ҙу-ур булып үҫерһең, – әбей, айырым наҙ менән, мыш-мыш килеп ҡоймаҡ йомарлаған ҡыҙыҡайҙың башынан һыйпап һөйҙө, – мөгәзәйендә бала өсөн йүнле тәғәм бармы, гел шәрбәт тә шәрбәт. Шәрбәттән ҡырҡылып бөтәһегеҙ. Ана, сикәңә бәреп сыҡҡан ҡыҙамығы.
– Әрәхмәт, өләсәй, туйҙым да инде, – әллә яғымлы һүҙҙән, әллә затлы ризыҡтан иреп киткән ҡыҙ ҡәнәғәт ҡалды.
– ҡоймаҡты шылдырмаҡҡа һөт тә эсеп ебәрһәң, – өләсәй кеше мәлендә йүкә шына ҡағып та өлгөр­ҙө, – упсым үҫеп китерһең.
– Эсәйем һуң. Мин тиҙ генә үҫә һалам да, Роберт ағайым шикелле машина йөрөтәм.
– Үәт, шәп минең ҡолонсағым. Инде, бар, уйна. Тик ағайыңа оронсоҡ яһама. Бысранмай ғына йөрө.
– Ярай, өләс, мин ситтән генә ҡарап торормон.
Күңеле күтәрелеп киткән Биби сыжлатып ҡоймаҡ ҡоя. Уның тәмле еҫе инде өй эсенә һыймай, асыҡ тәҙрәнән ихата эсенә сығып тарала. Әлеге ымһындырғыс еҫ Роберттың да танауын ҡытыҡлап ебәреүгә үҫмер түҙмәне, ниһайәт, йыуылған ҡулдарын һөртә-һөртә, түргә уҙҙы.
– Баб, кажись, мин ысынлап асыҡтым, буғай. Сәй эсеп алмаһам...
Бына ул өләсәйҙәр хәйләһе. Әйтеп тыңлата алмағанда ҡоймаҡ еҫе тыңлатты...
Танһыҡ ризыҡҡа арыу ғына тейенгән егет кәсебенә ҡабат тотондо. Быныһында инде ихласлап, яңы дәрт менән: шул ҡәһәрле тросты тиҙ арала тағатып ташламаһамы... Асыуы ҡабара башлаған үҫмер бар көсөнә тартҡыларға тотондо, хатта машина сайҡала башланы. ҡурҡыныс сайҡала....

* * *
Һаман түрбашта мәшәҡәтләнгән Биби әбей эш аралаш фәлсәфәүи уйҙарға бирелде. Белмәй әйтмәйҙәр шул, бала – бауыр ите. Тағы ла – балаңдың балаһы балдан татлы. Роберт үҙ бауыр ите булмаһа ла, ҡәҙерле. Нисегерәк ҡәҙерле бит әле! Берҙән-бер ейәнен ул йәне урынына күрә. Ейән тип бушҡа әйтмәйҙәр­ҙер әле. Тик бына исеме генә әллә нисегерәк, беҙҙеңсә түгел. Теле лә. Башҡортсаны вата ла емерә. Шулай ҙа үҙебеҙсә һөйләшеп маташыуы һәйбәт. Әтү бәғзе берәүҙәр туған телен бөтөнләй белмәй, белергә лә теләмәй. Ярай, уныһы ғына була торған хәл, заманаһы, мәктәбе шулай. Иң мөһиме, тәүфиҡлы булһын, бәхете урап үтмәһен...
Ана, кисәге көн телевизорҙан әйтеп торалар. Япун ҡәүеме ерен ҡот осҡос тетрәнеү һелкеткән икән. Бихисап халыҡ ҡырылған. Меңәрләгән. Хоҙайым, үҙең һаҡла шуның ише афәттәрҙән. Әҙәм ышанмаҫлыҡ бер хәл дә булып алған, ти. Имеш, бер әсә ярты кәүҙәһе таш диуар аҫтында ҡалып ҡыҫылған балаһын ҡотҡарып ҡалған. Тәү ҡарашҡа аптырарлыҡ нәмәһе лә юҡ кеүек. Шулай ҙа шаҡ ҡатырлыҡ. Бала өҫтөнә ҡапланған плитаны әсәй кеше һыңар ҡул менән күтәрә алған. Аҙаҡ самалап ҡараһалар, ул таш киҫәгенең ауырлығы кәмендә ярты тонна икән. Аптырамаҫһыңмы шунан? Ә теге ҡатын ҡылған ошо ғәмәлен иҫләй ҙә, аңлата ла алмай, ти. Булһа булыр, ғәзиз балаң хаҡына ниҙәргә генә бармаҫһың да, ниҙәр генә ҡылмаҫһың. Бала, тип тау ҙа аҡтарыр­һың, аҡылдан да яҙырһың, әжәленә лә ҡаршы сығырһың. Бала бит ул. Нисек әле теге йырҙа:
Йөрәк баштарына ҡан һауҙырған,
Йөрәк ярып сыҡҡан бала икән...
ҡалай дөрөҫ әйтелгән. Һи-и, үҙе һуң, үҙе Биби. Ваҡытында атайһыҙ ҡалған балалар хаҡына ирҙәр эшен аҙ башҡарманы. Бәҫһеҙ булып ята торған ине. Күкрәкләп кәбәнен дә һалды, тумрау-тумрау сей утынын да тейәп ташыны. Оло тоҡ таҙа бойҙайҙы ыһ та итмәйенсә күтәрер ине. Бер саҡ һабантуйҙа әхирәттәре уға ысынлы-уйынлы тәҡдим яһаны. Уйындан уймаҡ сығыр, тип уйламағандарҙыр инде.
– Һин, Бибиәсмә, хәтәр ғәйрәтлеһең, билеңде һынап ҡара.
– Нисек инде?
– Көрәшкә сыҡ.
Ә ниңә, сыҡһа ла, һуңғыларҙан булмаҫ ине. Шулай ҙа баҙнат итмәне. Юҡ, ҡурҡыуҙан түгел, намыҫы ҡушманы шәт.
– Көрәш – ир-уҙаман эше, – тине уйсанланып торғандан һуң, – ирҙән аша һикерергә ярамай. Ниндәй генә булмаһын – ул ир кеше. Ирле көйө донъя теҙгененә дәғүә итеүсе бисәләр былай ҙа арта бара. Һыныҡҡа һылтанып. Теҙгенде ни үҙҙәре йүнләп тота алмай, ни ирҙәренә ирек бирмәй...
Исем өсөн генә көлөшөп ҡуйған әхирәттәре башҡаса ныҡышып торманы. Хаҡты әйтә Бибиәсмә – һәр кемдең үҙ урыны.

* * *
Ихатанан ишетелеп ҡалған әсе тимер сыңы, шомло гөрҫ иткән тауыш Бибиҙе йәнә ынтылып ҡарар­ға мәжбүр итте. Ейәне һаман машина менән булаша. Шулай ҙа ни эшләп әле ул хәрәкәтһеҙ? Нимә шул ҡәҙәре ауыр гөрһөлдәне? Әллә... Йөрәге сығып ҡуйған әбей­ҙең йәнен дә, тәнен дә өшөтөп күңеленә һалҡынлыҡ йүгерҙе.
– Өләсә-әй! Ағайымды машина ҡыҫты-ы! – Был өйгә килеп ингән Әлсинә тауышы ине.
Я, Раббым! Нисек түҙҙе өләсәй кеше? Нисек һушы китеп йығылманы? Һәр хәлдә, ул ишек алдына ни рәүешле барып сыҡҡанын хәтерләмәй. Атаҡ, ҡыҫылмаған да баһа ейәне... Ана, артҡы тәгәрмәс өҫтөнә ятҡан килеш, ныҡышып, нимәнелер тартҡылай. Аяҡтары ҡыбырлаштырып ҡуя.
– Һаман эшкиндерә алмайһыңмы шуны, балам? Эй, аҙапландың да баһа. – Тауышы ҡарлыҡҡан Биби иламһырағандай итте. Яуап булманы. – Ишетмәйһеңме әллә? – Әбей ҡалтыранған ҡулы менән ейәненең арҡаһына ҡағылды. Уныһы хәрәкәт­һеҙ ҡалды. Хәрәкәтһеҙ ҙә, өнһөҙ ҙә. Тәнен ҡот осҡос эҫелек ҡурып алған өләсәй, ни ҡылырға белмәй, ҡатып торҙо. Күҙ асып йомған араға ғына. Теге, машинаны тотоп торған тимер бер яҡ ситтә ята ине. Тайып осҡан, ҡәһәрең. Һыңар таяуға ышанһаң...
– Өләсә-ә-әй!!! – Уны бүләсәренең баяғынан да яманыраҡ асырғанып ҡысҡырғаны асылына ҡайтар­ҙы. Бәй-әй, ейәне ҡазаға тарыған, ә ул ауыҙын асып тик торасы. Бая өтә башлаған эҫелек шул арала туңдырып барған һалҡынлыҡ менән алышынды. Биби бер яна, бер туңа.
Роберттың хәле, ысынлап та, мөшкөл ине. Ул йәшәү билдәһе бирмәй. Уның хәрәкәтһеҙ һәленеп төшкән кәүҙәһе иҫ киткес ауыр машина аҫтында ҡалған. Тәпегә ҡыҫылған сысҡан кеүек. Йәне әллә бар, әллә юҡ. Ошо бәйләнешһеҙ уйҙарҙан өләсәй кешенең йөрәге саҡ ярылманы: йәне әллә бар, әллә... Шулай ҙа ул берҙән-бер ейәненең әле йәне сығып өлгөрмәгәнен бар булмышы менән тойҙо. Ошо тойомлау уға ниндәйҙер мөғжизәле көс өҫтәне. Рухи яҡтан да, физик яҡтан да. Биби башта машинаны бамперынан күтәреп ҡараны. Былай булмай. Аларған күҙҙәренә тыпырсынып илаған бүләсәре салынды.
– Бар! Бар урамдан кешеләр алып килә һал! Тиҙ бул! Зинһар! – Ғәҙәттә яғымлы ғына өләсәйҙең тауышы был юлы ят һәм йәмһеҙ сыҡты. ҡурҡынған ҡыҙыҡай сығып йүгерҙе.
Башта юғалыңҡырап ҡалған өләсәй асылына тиҙ ҡайтты, ейәнен йыртҡыс ауыҙылай ҡабып алған артҡы крылоға тотондо. Машина ҡалҡына биргәндәй булды. Әһә! Күңел төпкөлөндә генә булһа ла өмөт сатҡылары ҡабынған әбей инде ихласлап тотондо. Ейә­ненең бәлйеп төшкән кәүҙәһе үлемесле ҡапҡандан ҡотолдо тиһәң дә була. Ул инде хәлһеҙ генә ҡыбырлап та ҡуйҙы һы­маҡ. Бәлки, өмөт иткән өләсәйгә шулай тойолғандыр ғына. Юҡ, тойолмаған, ысынлап ҡыбырлай! Хәҙер инде уны һөйрәп кенә сығарғанда. Ошо урында Бибиҙе йән өҙөрлөк үкенес тойғоһо быуып алды: «Аһ-һ, хаҡ Тәғәлә! Ни эшләп ҡулдарымды өсәү итмәгәнһең?! Бындай хәтәр мәлдә ике генә ҡул етмәй бит! Етмәй!»
Биби көсөргәнештән буҙара бара, буҙара бара. Ул башына ҡайнар ҡан эркелгәнен тоя. Күҙҙәре бына-бына атылып сыға инде. Барыһы ла ваҡ-төйәк, биле менән бармаҡтары ғына түҙһен. Ауырлыҡты күп күргән бил әлегә һынатмай, бармаҡтар ҙа түҙә. Хәҙер уларҙы яҙам тиһәң дә яҙа алмаҫһың. Улар ҡорос ырғаҡ булып ҡатҡан. Ләкин ошолай күпме дауам итер? Оҙаҡҡа сыҙап булырмы? Эй-й, бахыр әсә! Балаң өҫтөндә таш плитаны күтәргәндәге хәлеңде аңлайым хәҙер. ҡотолоп булмаҫтай күренгән бәлә алдында әҙәмдең көсө ун, хатта йөҙ мәртәбә артып китергә һәләтле, тигәндәре хаҡ икән. Бына, тоннанан ашыу машина ла еп-еңел һымаҡ тойола башланы. Ейәне генә иҫән ҡалһын инде.
Ошолай торғанда Биби әбейҙең башына ҡаҡ күҫәк менән килтереп тондорҙолармы ни! Тап соңҡаһына ғына. Дыңҡ! Һәм... ҡараңғылыҡ. Шулай уҡ бөтәһе лә бөттөмө?.. Ейәне хаҡына өләсәһе лә... Әммә ләкин иртәрәк тантана итәһең икән, әжәл! Аяҡ өҫтө килеш иҫен юйған өләсәй, сайҡалып ҡуйһа ла, ҡоламаны. Уны аңлатып булмаҫ серле көс баҫҡан килеш тота ине.
Кеше үҙе һушһыҙ, ә йығылмай. Күтәргәнен дә төшөрөп ебәрмәй. Ғәжәп!
Ихатаға атылып ингән бер нисә ир Биби әбейҙе ошо килеш тап итте. Әбей генә уларҙы күрмәне лә, ишетмәне лә. Шул арала килеп еткән «Тиҙ ярҙам»ға тейәп, өләсәй менән ейәнде бергә оҙаттылар.
Егеттең күкрәге ҡыҫылыуҙан бер нисә ҡабырғаһы һынғайны. Бары шул ғына. Ә әбейҙең, үтә ныҡ көсәнеүҙән тамырҙары ярылып, баш мейеһенә ҡан һауған. Йәш кеше бер ай тигәндә аяғына баҫһа, өләсәһе дауаханала оҙаҡ ятты. Шулай ҙа, һылтыҡлап ҡына булһа ла, үҙ аллы атлап китергә эшкинде. «Үҙ аяғыңа ни етә? Ай-һай, кеше көнлө булып ятыуҙары! Аллам һаҡлаһын», – Биби әлеге халәтенә ҡыуанып бөтә алманы. Хәлгенәһе әллә ни шәптән булмаһа ла.
ҡәҙимге көндәрҙең береһендә ойоҡбаш бәйләп ултырған Биби әбей эргәһенә район гәзите хәбәрсеһе килеп инде. Уның маҡсаты: күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән ҡаһарман өләсәй хаҡында яҙыу ине.
– Йә, инәй, – яғымлы ғына ҡыҙ, уратып-суратып тормаҫтан, үгеҙҙе мөгөҙөнән алды, – һеҙгә, «Бәләгә тарыған кешене ҡотҡарған өсөн» тип, ҡиммәтле бүләк тапшырырға йыйыналар, ошоға нисегерәк ҡа­рай­һығыҙ?
Инәйенең әлеге көтөлмәгән хәбәргә һушы китә яҙҙы:
– Юҡ, юу-уҡ! Йән көсөмдө йәлләмәй үҙ баламды ҡотҡарыу хаҡына бүләк алып тормаға. Гонаһынан ҡурҡығыҙ. – Күңеле кителә биреп ҡуйған Биби әбей ҡулдарын һелтәй-һелтәй ҡырҡа баш тартты, – бик тә булмаһа, ана, етемдәр йортона тапшырығыҙ. Хоҙай әмере менән ейәнем иҫән-һау ҡалды – минең өсөн бүләктең иң ҙурыһы ошо.
– Шулай ҙа кеше ышанмаҫлыҡ шул ауырлыҡты күтәргәндә башығыҙға ниндәйерәк уйҙар килде?
– Әллә инде, ҡыҙым, – Биби әбей кех-кех көлгән булды, – балаң күҙенә әжәл текләп торғанда ниндәйҙер уй уйлар форсаты буламы икән? Мин бер ни ҙә хәтерләмәйемсе...

Иҙрис НОҒОМАНОВ.
Әбйәлил районы.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!