RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Хужа беҙҙең арала

30.04.2011 Хужа беҙҙең арала

«Мин күкәй эчмим»

Бала саҡта булған бер ваҡиға хәтергә уйылып ҡалған. Мәктәпкә йөрөмәй ҙә инем әле ул саҡта. «Кино килгән» тигән хәбәр йәшен тиҙлеге менән ауылға таралды.
Аңлайһыңмы-аңламайһыңмы, киноға, һис шикһеҙ, барырға кәрәк. Өйгә ҡайтып аҡса һораным. Бер тин дә аҡса юҡ, тинеләр.
Үҙ һүҙләнеп, һаман аҡса таптырыуымды белдем. Маҙаларына тейгәс, өләсәйем:
– Ана, күкәй тот та бар, – тине. Был миңә етә ҡалды. Бер йомортҡаны эләктерҙем дә йүгер­ҙем мәктәпкә. Клуб булмағанлыҡтан, киноны мәктәптең ҙур ғына бер бүлмәһендә күрһәтәләр ине.
Коридор бала-саға менән тулған. Киномеханик билет һата. Иң аҙаҡтан ғына ишек төбөнә килеп баҫтым да йомортҡаны киномеханикка һуҙҙым.
– Мин күкәй эчмим, – тип, ул мине кино ҡарарға индермәне, күрәһең, эсергә башҡа нәмә тотоп килергә кәрәк булғандыр.
Йомортҡаны усыма йомоп, кире ҡайтып китеүҙән башҡа сара ҡалманы. Ярай әле йомортҡа тотоп килеүемде күреүсе лә, белеүсе лә булманы. Юҡһа «күкәй» һүҙе ҡушамат булып, миңә ғүмерлеккә йәбешер ҙә ҡуйыр ине.
Абау, Хоҙайым, йөрөр инең әлеге ваҡытта «күкәй Фәрзиә» булып.

Редакциянан. Был көләмәс баҫылғандан һуң был ҡушамат тағылмаҫ тигән гарантия биреп булмай.

«Кеше яһаусы»

Биш йәшлек Радик, танауын мыш-мыш тартып, тәҙрәнән урамға ҡарап, тәрән уйға батҡан.
Аш-һыу әҙерләп йөрөгән әсәһе:
– Танауыңды тартҡылап, ни эшләп ултыраһың, улым? – тип өндәште.
– Уйланып ултырам әле, әсәй.
– Сер булмаһа, нимә тураһында уйлайһың, әйт әле.
– Үҫкәс, кем булырға икән, тим.
– Ниңә, һөнәрҙәр күп инде ул. Ана, Рәфҡәт ағайың – монтер, Әлфир ағайың – ветврач, Зәбир ағайың – тракторсы, Кәбир ағайың – шофер.
– Шуны уйлайым бит инде. Шофер булыр инем, кеше тапатып ҡуйһам...
Шунан, уйлап ултырҙы ла, күҙгә ҡарап:
– Әллә кеше яһаусы ғына булырғамы икән? – тип ҡуйҙы.

«Ура! Әсәйем өҫтә!»

Элек, беҙ бәләкәй саҡта, ҡунаҡтан ҡайтҡан ир менән ҡатын араһында ни эшләптер «һуғыш» сыға торғайны. Дөрөҫөрәге, иҫерек ир, юҡ-бар сәбәп табып, ҡатынын туҡмай башлай. Ә тегеһе, билдәле инде, үҙен яҡлай.
Сираттағы бер ҡунаҡтан һуң Ишдәүләт ағай менән Ишбикә еңгә араһында ла шундай «һуғыш» сыға. Балаларының яҡлашырға ҡулдарынан килмәй, ҡурҡыштарынан юрған аҫтына боҫҡандар.
Шулай ҙа атаһы әсәһен иҙәнгә йығып һалһа, былар ҡысҡырышып иларға тотона икән. Ә әсәһе, атай ҡулынан ысҡынып, уны төртөп йыҡһа:
– Ура! Әсәйем өҫкә сыҡты! Әсәйем еңде! – тип, ҡыуаныстарынан сәпәкәй итә башлайҙар икән.
Ошо һүҙ-лаҡап халыҡ телендә байтаҡтан бирле һаҡлана. Әле лә, берәй бәхәс килеп сыҡһа, әңгәмәсеңдең һүҙе дөрөҫ булмайынса, һинең һүҙең дөрөҫкә сыҡһа:
– Ура! Мин өҫтә, мин өҫкә сыҡтым бит әле, – тип мәрәкәләйбеҙ.

«Ул миңә ҡаршы осрағайны»

Биш йәшлек Радик өйгә шым ғына ҡайтып инде.
– Сандалийың ҡайҙа? – тип һораны әсәһе.
– Ул миңә ҡаршы осрағайны ла ул...
Радик тағы шымды.
– Нисек инде?− әсәһе аптыраулы ҡарашын улына төбәне.
– Шулай. Мин менеп килә инем, ә ул төшөп бара ине, – тип яуапланы кескәй Радик.
Баҡһаң, бер төркөм малай-шалай йылға буйында ярға һыу һибеп уйнаған икән. Аяҡ кейемдәре, әлбиттә, яр башында булған. Һыу һибә торғас, яр тайғаҡланған, аяҡ кейемдәре лә берәм-берәм йылғаға шыуып төшөп ағып киткән. Үҙҙәре лә тайғаҡтан яр башына менә алмай ыҙаланған. Сандали ҡайғыһымы ни унда?

Мәҙинә АБДУЛЛИНА.
Стәрлебаш районы,
Үрге Шәкәр ауылы.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)