RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ере барҙың еме бар

01.08.2014 Ере барҙың еме бар

Күгәрсен районының төпкөл бер ауылы – Аҙнағолға сәфәр.

Ере барҙың еме барЕре барҙың еме барБеҙ барғанда тәбиғәт ҡышҡы йоҡонан уянып, ерҙең ҡарҙан яңы асылып, еңел тын алған, йәшеллеккә төрөнә башлаған илаһи мәл ине. Таулы-урманлы тәбиғәт ҡосағына һыйынып ҡына ултырған Аҙнағолға килеп ингәс тә бәләкәй, “бөтөп барған” мөһөрө һуғылған төбәктең гөрләп тороуына хайран ҡалаһың: ҡайҙалыр трактор геүләй, ҡайҙандыр туҡ та туҡ килеп балта тауышы ишетелә, ҡайҙалыр сыр-сыу килеп, йүгерешеп балалар уйнай. Ауылды байҡап үтәйек әле тип, урам осона күтәреләбеҙ. Унда ла эш бара: кемдер баҡса эштәре менән мәшғүл, кемдер йорт алдын тырмата.

Егәрленең ҡулы ете

Ул арала яныбыҙға Теләүембәт ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Гөлгөнә Исмәғилева ла килеп етте.
– Әйҙәгеҙ, гәзит таратырға сығып китмәҫ борон почтальонға барып киләйек. Ун бергә килеп етәбеҙ, көт инде, тип үтенгәйнем, бара һалайыҡ, – Гөлгөнә апайҙың ысынлап ҡабаланыуының сәбәбенә өйҙәренә барып инеп, стеналағы сәғәткә күҙ һалғас ҡына төшөндөм: сәғәт теле ун икенсене күрһәтә.
– Китте инде, түҙәме ни ул өйҙә ултырып, – аш-һыу бүлмәһендә өйрөлгән йорт хужабикәһе Рәзилә апай бер аҙ уңайһыҙланғандай булды.
Кинйәбулатовтарҙың йорт-ҡура­һын байҡайбыҙ. Айына 4 – 5 мең һумдан артыҡ эш хаҡы алмаған Сәйфулла ағайҙың донъяһына иҫ китерлек. Йорт хужаһы өйҙә булмағас, хужабикә менән әңгәмә ҡороп ебәрҙек.
– Мал аҫрап, ҡаҙ, өйрәк үрсетеп, күпләп йәшелсә-емеш, картуф үҫтереп, мул уңыш алған йылда һатып, аҡсаға әйләндереп, дәртләнеп көн итәбеҙ. Әле өс һыйыр, өс башмаҡ, ат, егерме баштан ашыу һарыҡ-кәзәбеҙ бар. Яҙ етеү менән улар бәрәсләй башланы. Һуйып, эш итһәң дә, һатып ебәрһәң дә – файҙа. Балаларыбыҙ күптән башлы-күҙле булып бөттө, төпсөк улыбыҙ ғына әле Стәрлетамаҡ ҡалаһында юғары уҡыу йортонда уҡып йөрөй. Уларға матди яҡтан ярҙам йәһәтенән дә малға көс төшә. Егерме баш умартабыҙ бар, уларҙы ҡарайбыҙ, кәзә дебетен эшкәртеп, шәл, ойоҡбаш, бейәләй бәйләйем. Бер шәлде 3 – 4 мең һумға һатам. Ҡар иреп, ер асылыу менән ер эшенә тотонабыҙ. Йәшелсә үҫентеләрен һатып алмайым, үҙем ултыртам. Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра, тиҙәр бит. Былтыр йәй ямғырлы булғас, һыу ташып һибеү мәсьәләһе еңел хәл ителгәйне. Баҡсаны ҡарап, тәрбиәләһәң генә мул уңыш алырға була. Утау, күмеү, төрлө ҡоротҡос бөжәктәрҙе юҡ итеү кеүек төп эштәрҙе үҙ ваҡытында башҡарырға кәрәк. Аллаға шөкөр, кредитҡа батмайбыҙ, – Рәзилә апайҙың һөйләүенән ауыл кешеһенә уңғанлыҡ тигән сифат талап ителеүенә инанаһың.
Сәйфулла ағайҙың әсәһе Мәрйәм инәй ҙә улар менән бергә йәшәй. Ун балаға ғүмер биргән герой-әсәнән, нисә ейән-ейәнсәрегеҙ бар, тип ҡыҙыҡһынам.
– Һәр баламдың өсәр-дүртәр балаһы барлығын иҫәпкә алғанда, ҡырҡтан ашыу, – ти инәй.

Милли матбуғатҡа яҙылыу милләтте ҡурсалауға бәрәбәр

Ере барҙың еме барЕре барҙың еме барСәйфулла ағайҙы ауылда осрата алманыҡ, көндәр үткәс, редакцияға үҙе килеп инде. Һүҙ милли матбуғат тураһында барҙы.
– Беҙҙең Аҙнағолда гәзит-журналды халыҡ ҙур теләк менән алдыра. Бөтә яңылыҡтарҙы шул гәзит аша беләбеҙ бит инде. Күптәрҙең телевизор ҡарарға ваҡыты юҡ, айырыуса йәйге ҡыҙыу эш мәлендә. Шуға ла аҙнаһына ике-өс тапҡыр гәзит уҡып, район, республика, Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары менән таныша халыҡ. Тәүге ярты йыллыҡта аҙнағолдар район гәзитен 66 дана алдырғайны, икенсе ярты йыллыҡҡа хаҡтар икеләтә артып китһә лә, яҙылыу кәмемәне – 64 дана район гәзите (шуның 54-е – “Мораҙым”) килә беҙгә. Республика баҫмаларынан “Йәшлек” (31 дана), “Киске Өфө” популяр. “Аманат” менән “Башҡортостан ҡыҙы” журналдарын да яраталар, башҡалары ла, әҙерәк дана булһа ла, килә, – ти почтальон.
Һуңғы йылдарҙа халыҡ өсөн тәғәйенләнгән баҫмаларҙың тиражы бермә-бер кәмеүе хәүефкә һала биреп ҡуйғайны, шулай ҙа аҙнағолдарҙың милли матбуғатҡа өҫтөнлөк биреүе киләсәккә ышаныс уята.

Ауылдың киләсәге – йүнселдәр ҡулында

Ауыл старостаһы Урал Сәлиховты бер төркөм ир-ат менән әңгәмәләшеп торғанында осраттыҡ. Баҡһаң, ул техникаһы булған кешеләрҙең оло йәштәгеләргә йорт-тирәләрендәге сүп-сарҙы сығарыуҙа ярҙам күрһәтеү мәсьәләһен күтәреп сыҡҡан.
– Ауыл халҡы егәрле, әүҙем беҙҙә. Бер-береһенә ярҙам итергә һәр ваҡыт әҙер. Йорт һайын тиерлек еңел машина, трактор. Колхоз тарҡалғас, шәхси хужалыҡтарын киңәйтеп ебәрҙеләр, – Урал ағай беҙҙең ниндәй йомош менән йөрөүебеҙгә тиҙ төшөндө, бер тынала ауыл тормошона староста күҙлегенән баһа бирҙе. – Халыҡ “Тәүәкән” ДУАП-ында, ауылдашыбыҙ – шәхси эшҡыуар Илдус Сәлиховта эшләй. Йәштәрҙең күбеһе – ситтә. Ҡайһылары Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта төҙөлөштә йөрөй. Ҡайһы берәүҙәр вахта ысулы менән Себер яҡтарында эшләй. Ауылда төпләнгән йәштәрҙең күбеһе буйҙаҡ, – ауыл старостаһы йәштәр проблемаһына ла битараф түгел.
Элек-электән һунарсылыҡ, умартасылыҡ, балыҡсылыҡ, игенселек башҡорттоң ғәҙәти шөғөлө булған. Тарих төпкөлөнә бер аҙ байҡау яһаһаң, малсылыҡ, бигерәк тә йылҡысылыҡ, хужалыҡ итеүҙең иң тәүге формаларының береһе булараҡ күҙгә ташлана.
Аҙнағол ауылында йылҡысылыҡты үҫтереүгә ҙур өлөш индергән шәхси эшҡыуар Илдус Сәлихов хаҡында яҡшы белә район халҡы. Уның хужалығында башҡорт тоҡомло йөҙҙән ашыу йылҡы малы иҫәпләнә, шуларҙың етмешкә яҡыны – йәш тайҙар.
Йылҡысылыҡты килемле тармаҡ тип әйтеп буламы? Бына ошо һорау менән хужалыҡ етәксеһенең үҙенә мөрәжәғәт иттек.
– Бик табышлы тармаҡ ул йүнен белгәнгә. Әллә ни ҙур сығымдар талап итмәй. Йылҡы көтөүе ҡара көҙҙән ғинуар аҙағына тиклем тибендә йөрөп туҡлана. Ҡураға февраль баштарында ғына алып ҡайтабыҙ. Бесән әҙерләү кәрәкмәй. Йылҡыны ит өсөн үрсетеп тә килем алырға була. Йылҡы итен, ҡаҙы һораусылар йылдан-йыл арта. Ҡымыҙға ла өҫтөнлөк бирәбеҙ. Йәш үләнгә баҫып, бейәләр етерлек кимәлдә һөт бирә башлағас та, ҡымыҙ бешеүгә тотондоҡ. Бер бейәнән көнөнә яҡынса дүрт литр самаһы һөт һауып алына. Ҡымыҙ әҙер булғас та, һатыуға сығарыла. Хужалыҡта 7 – 8 эшсе эшләй, ҡымыҙ әҙерләү мәлендә ауыл халҡын йәлеп итеп, уларҙы ла, ваҡытлыса ғына булһа ла, эш менән тәьмин итәбеҙ, – ти йүнсел хужа.
Эшҡыуарлыҡ эшендә Илдустың төп ярҙамсыһы ла, кәңәшсеһе лә – атаһы Әхәт олатай. Ғүмере буйы колхозда эшләгән аҡһаҡалдың тәжрибәһе кәрәк шул.

Белем һәм мәҙәниәт усаҡтары ни хәлдә?

Аҙнағол ауыл клубы бәләкәй генә. Ни бары 44 урынлыҡ. Шулай булыу­ға ҡарамаҫтан, мәҙәниәт усағы һәр байрам һайын гөрләп тора.
Клуб мөдире Айгөл Сәлихова һөйләй:
– Һәр байрамға ауыл халҡы менән күмәкләп әҙерләнәбеҙ. Элек-электән бәләкәй ауылдарҙа мәктәп менән клуб бер төптән эшләгән. Беҙҙә лә шулай. Халыҡ дәртле, йыр-моңға, бейеүгә лә маһир. Бина иҫке булһа ла, буяп торғас, ҡараулы күренә. Етәкселәр, капиталь ремонт эшләргә, тип тәҡдим иткәйне, яңы социаль үҙәк кәрәк, тип халыҡ баш тартты.
Лилиә Сәлихова Аҙнағол мәктәбендә утыҙ йылға яҡын эшләй.
– Мәктәбебеҙ ана ябыла, бына ябыла тигән ерҙән нисектер тороп ҡалды. Балалар һаны ундан кәм булмай. Быйыл беренсегә килеүсе булмаһа ла, икенсе йылға дүрт бала килә тип көтәбеҙ. Мәктәптең иҫке булыуы ғына күңелде ҡыра.

Һүҙ һуңында

Ауыл ни тиклем генә төпкөлдә, ни тиклем генә бәләкәй булмаһын, унда ысын ер кешеләре йәшәгән саҡта ауылдың киләсәге ышаныслы ҡулдарҙа тиергә була. Һанаулы ғына өйҙәр ҡалһа ла, Аҙнағолдоң киләсәге, шөкөр, бар әле. Ер – башҡорттоң төп байлығы. Шуны онотмаһын ине халҡыбыҙ.
Ошо урында мәғрифәтсе, йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы, уҡы­тыу­сы-педагог Мәрйәм Бураҡаева­ның һүҙҙәрен килтереү ҙә урынлы булыр: «Дүрт мөйөшлө таш диуар – башҡорт өсөн торлаҡ түгел. Уның менән генә ҡәнәғәтләнмәйек, милләттәштәр! Башҡортостан – ул ер-тупраҡ. Ҡайҙан, нисек мөмкин – балаларығыҙҙы ерле итегеҙ! Киләсәгебеҙ ерле булһа, Башҡорт иле лә йәшәр. Башҡорт ауылдарында сит халыҡтар, ҡиммәтерәк хаҡ түләп, өй, тимәк, ер һәм киләсәгебеҙҙе һатып ала…»

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.
Күгәрсен районы.
Автор фотолары.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Сафланырмы һауаң,  Сибай?

15.02.2019 - Йәмғиәт Сафланырмы һауаң, Сибай?


Ил тарихы Һеҙҙе күптән яҙҙы Хәтеренә беҙҙең быуаттың...

Яҡты ҡала – Лангепас

07.02.2019 - Йәмғиәт Яҡты ҡала – Лангепас


Ашығамын

07.02.2019 - Йәмғиәт Ашығамын


Тормошҡа айыҡ ҡарайыҡ!

05.02.2019 - Йәмғиәт Тормошҡа айыҡ ҡарайыҡ!


Ижади эштәрегеҙҙе  көтөп ҡалабыҙ!

В Башкирии массово эвакуируют школы и больницы. Что происходит?

Мортаза Рәхимовҡа "Башҡорт халҡының маҡтаулы аҡһаҡалы" исеме бирелде

Сибайҙа һауала зарарлы матдәләр дәүмәле кәмене

Общественники анализируют экологическую обстановку в Сибае

Каринэ Хәбирова «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалында булды

Сибайҙың һауаһында нимә бар?