RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ирәмәл – беҙҙеме, әллә беҙ Ирәмәлдеме?

16.10.2010 Ирәмәл – беҙҙеме, әллә беҙ Ирәмәлдеме?

Ирәмәл – беҙҙеме, әллә беҙ Ирәмәлдеме?Магнитогорск ҡалаһының «Леший» тигән автоклубы тураһында ишеткәнегеҙ бармы? Юҡтыр. Беҙгә лә уның хәжәте булмағас, хәбәрҙар түгел инек. Тик яңыраҡ ошо автоһәүәҫ­кәрҙәр төркөмө эшмәкәрлегенә бәйле интернетта шау-шыу ҡупҡас, клубтың барлығын белдек. Улар, йәғни джип хужалары, яҡшыраҡ бер нәмә лә уйлап сығара алмай, 22 августа Ирәмәлгә күтәрелергә, йәғни джиппинг ойошторорға була, шул хаҡта форумдарында иғлан донъя күрә. Әлбиттә, магниттыҡылар, рюкзак аҫып, тирләп-бешеп, маңлайың менән таштарҙы һөрә яҙып, йәйәү түгел, ә үҙҙәренең ҡеүәтле машиналарында тауҙы яуларға йыйына.
Хөрриәт бит! Техникаңдың «һәләт»ен һынар өсөн геү килеп, ҡош-ҡортто ҡурҡытып, дөбөр-шатыр тауға мендең дә елдереп кире килеп тә төштөң. Анһат, еңел, рәхәт, уның ҡарауы, күпме адреналин, тәьҫорат, хис-тойғолар, шулай бит?! Күрәһең, хәүеф-хәтәр яратыусылар тап шулай уйлағандыр... Моғайын да, Ирәмәлдең башҡорттар өсөн генә түгел, ә башҡа милләт вәкилдәре өсөн дә изге урын булыуын белә-күрә йөрөгәндәрҙер (ни тиһәң дә, ут күршеләр, Магнитогорск Учалыға терәлеп тигәндәй ята). Шуға ҡарамаҫтан, был әҙәмдәр хас та бысраҡ аяҡ кейемендә ғибәҙәтхананы тапап, юлдарында осраған нәмәләрҙе ватып-ҡыйратып сыҡҡандай булды. Эйе, һуңғаса айыҡ аҡыл өҫтөнлөк алыр ҙа (кешеләрҙең намыҫы булырға тейеш тә һуң?!), был идея тормошҡа ашмаҫ кеүек тойолғайны. Әммә тәбиғәт һөйөүселәрҙең барыһын да шаңҡытып, 2 октябрҙә алты машинанан торған төркөм барыбер изге тауыбыҙға күтәрелеп, уның рухи бөтөнлөгөнә һөжүм итте. Быны башҡаса атап та булмай: үҙҙәренә юл һалыр өсөн ағастарҙы ҡырҡып, ҡырмыҫҡа иләүҙәрен туҙҙырып, «Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән үҫемлектәрҙе тапаған автомобилистар, хас та батырлыҡ ҡылғандай, үҙҙәренең вәхшиҙәрсә ҡылығы менән маҡтанды, йәнәһе лә, күрегеҙ, бына беҙ ниндәй!
Уникаль тәбиғәт ҡомартҡыһына ҡарата ҡылынған вәхшилеккә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов битараф ҡала алманы, үҙенең мөнәсәбәтен белдерҙе:
– Беҙҙең изге тауыбыҙ Ирәмәлгә автомобиль «экскурсияһы» ойоштороуҙары миндә сикһеҙ аптырау тыуҙырҙы. Мәрәкә өсөн генә уларҙың уникаль тәбиғәт территорияһынан джиптарҙа үтеүен, бының өсөн ҡурсаулы урманда юл һалыуын мин ысын ҡырағайлыҡ тип иҫәпләйем. Республиканың тәбиғәтте һаҡлау органдары бындай «туристар»ҙың эшмәкәрлегенә хоҡуҡи баһа бирергә бурыслы. Мин, республика Президенты булараҡ, ҡала һәм район хакимиәттәре етәкселәренән ҡурсаулы тәбиғәт территорияларына ҡарата бындай мөнәсәбәткә юл ҡуймауҙарын талап итәсәкмен, һәр етәксе үҙебеҙҙең изге урындарыбыҙға һаҡсыл ҡараш булдырырға тейеш.
Хәҙер, хоҡуҡ һаҡлау органдары «Леший» автоклубы ағзаларының автосәйәхәтен тикшерә башлағас, улар, был – беҙ түгел, икенселәрҙең эше, тип аҡланып, яуаплылыҡты икенсе билдәһеҙҙәр өҫтөнә ауҙарырға маташа. Әммә ғәййәр водителдәрҙең машиналарын бер нисә турист Ирәмәлдә фотоға төшөрөп алған, һәм был, моғайын, тикшереү эшендә ғәйеплеләрҙе асыҡларға, яуаплылыҡҡа тарттырырға ярҙам итер.
Үкенескә күрә, Ирәмәлгә хәүеф Теләк ҡасабаһы(Силәбе өлкәһе) яғынан да янай. Мәҫәлән, джиптарҙың «экскурсияһы»нан ике аҙна элек бер нисә кеше квадроциклдарҙа Ирәмәлгә күтәрелеп, тауҙы автодромға әйләндергән булған. Энергияларын ҡайҙа ҡуйырға белмәй, төрлө экстремаль шөғөлдәр менән ҡаң­ғырған, хатта ошо юҫыҡта башҡалар өсөн изге булған төшөнсәләргә төкөрөргә лә оялмаған ҡырағай туристарҙан ҡотолоу юлы бер генә – Ирәмәлде дәүләт һағы аҫтына алыу. 2010 йыл башында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте «Ирәмәл» тәбиғәт паркын булдырыу тураһында ҡарар сығарғайны. Ошо көндәр­ҙә республика Президенты тарафынан был мәсьәләгә асыҡлыҡ индерелде: Ирәмәлдә милли тәбиғәт паркын ойоштороу маҡсатында 2011 йылдың бюджетында аҡса бүлеү планлаштырылған. Тимәк, боҙ урынынан ҡуҙғалды, тигән һүҙ. Шул да ҡыуандыра: изге тау – мосолмандарҙыҡы, йә христиандар­ҙыҡы ғына түгел, ул тәбиғәт ҡомартҡыһы ла икәнлеген яҡшы аңлаған кешеләр тәртипһеҙ турис­тарҙан һуң ҡалған сүп-сарҙы йыйыу өсөн экологик өмәләр, десанттар ойоштора. «КП-Башкортостан» редакцияһы хеҙмәткәрҙәре лә, был йәһәттән коллегаларына бик матур өлгө күрһәтеп, «Ирәмәлде һаҡлайыҡ!» акцияһын башланы. Хәйер, бындай саралар, тәбиғәтте генә түгел, бәлки, иң тәү сиратта, үҙебеҙҙең күңелдәрҙе лә таҙартыуға булышлыҡ итәлер. Нисек кенә булмаһын, уны, Ирәмәлкәйҙе, бөтә байлығында, матурлығында, хозурлығында киләһе быуындарға имен килеш тапшырырға яҙһын ине. Уны үҙебеҙ һаҡламаһаҡ, башҡа кемдең яҡлауына өмөт итһен изге тау? Ә әлегә ул беҙҙе һаҡлай: тәнебеҙҙе – бысраҡ һауанан, күңелдәребеҙҙе – моңһоҙлоҡтан, вайымһыҙлыҡтан.

Баныу ҠАһАРМАНОВА.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Онотолмаҫ ваҡиға

09.11.2018 - Йәмғиәт Онотолмаҫ ваҡиға