RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Артта – көрсөклө дүрт йыл, алда – өмөтлөләре

17.04.2012 Артта – көрсөклө дүрт йыл, алда – өмөтлөләре

Артта – көрсөклө дүрт йыл, алда – өмөтлөләре
Уҙған аҙнаның сәйәси ваҡиғаларының иң мөһиме, моғайын, беҙҙең яңы һайланған Президенттың, әлеге Премьер-министр Владимир Путиндың Хөкүмәт эшмәкәрлеге хаҡында РФ Дәүләт Думаһы депутаттары алдында сығышы булғандыр.
Бында Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе былтырғы эш һөҙөмтәләрен генә түгел, ә һуңғы дүрт йылдағы һөҙөмтәләрҙе лә барланы. 2008 йылдан донъя иҡтисади көрсөгө шарттарында илдең йәшәйешенә байҡау яһағанда ла, сығыштан күренеүенсә, ҡатмарлылыҡтарға ҡарамаҫтан, уңыштар ҙа бар.

«Аҡса бер ҡасан да етмәй»

Көрсөк башланған йылдан алып эске тулайым продукт (ВВП) үҫкән, ил иҡтисадына инвестициялар һалыу ҙа артҡан һәм граждандар­ҙың килеме күтәрелгән. Инфляция иһә, киреһенсә, түбәнәйгән. Рәсәй бюджеты − «Ҙур һигеҙ» илдәре араһында берҙән-бер дефицитһыҙ бюджет.
Тағы ла күрһәткестәргә туҡтал­ғанда, ил халҡы 143 миллион кешегә еткән, ғүмер оҙонлоғо ла артҡан.
«Аҡса бер ҡасан да етмәй. Бындай резервһыҙ ҡалыуы хәүефле. Мәҫәлән, Греция властары, аҡса һорап, Брюсселгә бара. Ә беҙ кемгә бара алабыҙ? Бәлки, бирер­ҙәр ҙә ине, шарттары ниндәй буласаҡ һуң?» − тигән сығышында Путин. Уның һүҙҙәренсә, беҙ көрсөктө Европа илдәренең күбеһенә ҡарағанда әҙерәк юғалтыуҙар менән сыҡтыҡ. Юлда тотош бер дәүер ҡалды – СССР емерелгәндән һуң илде тергеҙеү осоро.

Алда – үҫеш, үҫеш, үҫеш

Владимир Путин ил үҫеше буйынса иң мөһим биш йүнәлеш тәҡдим итте − демография үҫешен тәьмин итеү, Себерҙе һәм Алыҫ Көнсығышты үҫтереү, халыҡтың килемен арттырыу (2020 йылғаса бер ярым тапҡырҙан да күберәккә), иҡтисадты конкуренцияға һәләтле итеү, илдең донъялағы урынын нығытыу.
Шулай уҡ 25 миллион яңы эш урыны булдырыу ҙа − өҫтөнлөклө күҙаллауҙарҙың береһе. Иң мөһиме, һан түгел, ә сифат. Эш урындары юғары технологиялы булырға тейеш. Бында хеҙмәт хаҡының да эшкә тура килеүе шарт. Йәнә лә ипотека кредиттары буйынса ставкаларҙы кәметеү хаҡында ла әйтелде. Был тәңгәлдә бер генә һорау тыуа − ә аҡса етерме? Нефть һәм газға өмөт ҙур.
Егерме йылға яҡын һөйләшеүҙәр алып барып, Рәсәй Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инә. Владимир Путин фекеренсә, был модернизация-яңырыш процесын тиҙләтәсәк. Предприятиелар яңырырға мәжбүр буласаҡ. Сөнки асыҡ баҙарҙа дәғүәселәр менән башҡаса эшләү мөмкин түгел. Әлеге ойошмаға инеүҙең кире яҡтары хаҡында ла һүҙ алып барыла. Белгестәр билдәләүенсә, ыңғай яҡтары барыбер күберәк. Иң тәүҙә ҡулланыусылар ота, сөнки улар сифатлыраҡ тауар аласаҡ. Ватан етештереүселәре дәғүәселек хәлендә ҡалып, был тағы ла сифатлы, тиҙ, кәрәкле тауар етештерергә ынтылыш бирәсәк. Унан килеп, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеү экспортты киңәйтәсәк.
Депутаттар Владимир Путинға яңы Хөкүмәттең ниндәй буласағы хаҡында ла һорау бирҙе. «Беҙ идара командаһын арыу ғына үҙгәртәсәкбеҙ, тип бынан алда ла күп тапҡыр әйткәнем булды», − тине Премьер-министр.
Артабан Дәүләт Думаһы, ысынында ла дискуссиялар майҙанына әйләнеп, малсылыҡта ит етештереү тармағын үҫтереү буйынса ла һүҙ булды, яңы көрсөк килеү ихтималлығы ла ҡаралды. Әлеге ике теманы ла Коммунистар партияһы күтәреп сыҡты.
«Киләсәккә күҙаллауҙар хаҡында һөйләгәндә, беҙ, партнер булараҡ, оппозицияны ла саҡырабыҙ. Улар ниҙер тәҡдим итә, йә өҫтәмәләр яһай ала, тап ошондай һөйләшеүҙәр һөҙөмтәле була», − тип, «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы етәксеһе Андрей Воробьев килеп тыуған бәхәстәрҙе яйға һалырға саҡырҙы.
ҡыҫҡаһы, хөкүмәт башлығының отчетын парламент депутаттары ыңғай тип ҡабул итте һәм апрель аҙағына уның буйынса тәҡдимдәр әҙерләнәсәк.

Әйткәндәй

Халыҡ һайлап ҡуйған депутаттар 2011 йылдағы килемдәре тураһында мәғлүмәттәр бирҙе. Башҡортостандан 16 депутат һайланғайны, бәхеткә күрә, улар араһында йәшерен миллиар­дер­ҙар ҙа, алтын ялатылған затлы яхта, самолет хужалары ла юҡ. Шулай ҙа бигүк ярлы ла түгел икән улар.
Өфө дәүләт сервис һәм иҡтисад академияһының элекке ректоры Александр Дегтярев, мәҫәлән, бер нисә магазин, кафе, йорттар хужаһы. Килеме – 19 миллион һумдан ашыу. Йәнә лә уның ҡатыны туғыҙ миллион һумдан күберәк аҡсаны ғаилә бюджетына өҫтәп ҡуйған. Ә Марсель Йосоповтың килеме – 21,4 миллион һум (тормош юлдашы 18,2 миллион һум эшләгән). Андрей Тычинин атлы депутатыбыҙ иһә былтыр 64 миллион һум килем алған. Иң ҡолас ташлап йәшәгән абсолют бай – Иван Сухарев. Ул ЛДПР-ҙан һайланғайны. Йыллыҡ килеме 168 миллион һумға еткән. Айҙарға бүлһәк, уртаса 13,9 миллион һум килеп сыға. Шулай ҙа Сухарев әфәнденең бер генә фатиры, бер генә машинаһы бар. Үәт, шәп депутаттарыбыҙ!
Иң әҙ килемлеһе − Александр Ющенко. Отчеттан күренеүенсә, ни бары 308 мең һум аҡса эшләгән. Ул – Коммунистар партияһынан.

Айсын АҡБУЛАТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә