RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Профессиональ әҙерлектең яңы юлдары эҙләнә

21.09.2010 Профессиональ әҙерлектең яңы юлдары эҙләнә

Профессиональ әҙерлектең яңы юлдары эҙләнәУҡыу йорттары менән эш биреүселәр араһында хеҙмәттәшлекте көсәйтергә кәрәк
Уҙған аҙнала баш ҡалала «Профессиональ белем һәм социаль партнерҙар» тигән темаға «түңәрәк өҫтәл» үтте. Унда БР мәғариф министры Зиннәт Аллаяров, БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаттары, Мәғариф министрлығы белгестәре, юғары уҡыу йорто ректорҙары, урта һәм башланғыс белем биреү учреждениелары директорҙары, республика предприятиелары һәм ойошмалары етәкселәре ҡатнашты.
Әйткәндәй, 31 августа Мәскәүҙә үткән РФ Дәүләт Советы ултырышында профессиональ белем биреү өҫтөнлөктәренә бәйле бик күп мәсьәлә ҡарала, һәм Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Дәүләт Советында күтәрелгән мәсьәлә буйынса төбәктәрҙә лә фекер алышыуҙар ойошторорға тәҡдим индерә.
Мәғариф министры Зиннәт Абдулла улы, кәңәшмәне асып, Башҡор­тостанда кадрҙар әҙерләү йүнәлештәрен һәм күләмен көйләү буйынса планға ярашлы эш алып барылыуын билдәләп үтте. 2006 йылда республиканың иҡтисадын һәм социаль өлкәһен кадрҙар менән тәьмин итеү буйынса ведомство-ара координация советы булды­рыл­ған. 2008 йылда 2012 йылға тиклем профессиональ белем биреүҙе үҫтереү буйынса ведомство-ара саралар планы ҡабул ителгән. Профессиональ белем биреүҙе модернизациялау мәсьәләләре буйынса республикала Президент Советы үткәрелгән, республика иҡтисадының квалификациялы кадр­ҙарға һәм белгестәргә ихтыяжына күҙәтеү яһалған. Алты күп кимәлле профессиональ белем биреү учреждениеһы булдырылған, өс урта махсус белем биреү учреждениеһы юғары уҡыу йорто филиалы итеп үҙгәртелгән. «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә үткәрелгән конкурста республиканың 15 профессиональ белем биреү учреждениеһы еңеү яулап, белгестәр әҙерләү өсөн тағы ла ҙурыраҡ мөмкинлектәр булдырыуға өлгәшкән. «Шуға ҡарамаҫтан, профессиональ белем биреү мәсьәләһе бөгөн иң көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып тора һәм бында хәл итеүҙе талап иткән һорауҙар күп», – тине мәғариф министры Зиннәт Аллаяров.
Иң ҙур проблемаларҙың береһе булып бөгөн сығарылыш синыф уҡыусыларының һәр икеһенең юғары белем алырға ынтылыуы тора. Мәктәпте тамамлаусыларҙың 80 процентынан ашыуы юғары уҡыу йорттарын һайлай. Һөҙөмтәлә урта һәм башланғыс белем биреү учреждениелары был һөнәрҙәр буйынса белгестәр әҙерләргә әҙер, әммә унда уҡырға теләүселәр аҙ һәм хеҙмәт баҙарында эшсе һөнәр эйәләре етешмәй.
Шулай уҡ гуманитар һәм техник йүнәлештәр буйынса белгестәр әҙерләүҙә лә дисбаланс күҙәтелә. Билдәле булыуынса, һуңғы йылдарҙа йәштәр гуманитар йүнәлештәргә өҫтөнлөк бирә. Мәғариф министры әйтеүенсә, 1995 йылдан гуманитар вуздарҙы тамамлаусылар һаны 1,8 тапҡырға артҡан.
Шулай уҡ кәңәшмәлә атап үтелгән профессиональ белем биреү өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләрҙән уҡыу йорттарының матди-техник базаһының иҫкереүе, эш биреүселәр тарафынан белгестәр әҙерләүгә берҙәм талаптарҙың булмауы, күп кенә предприятиеларҙың кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүгә әҙер булмауы, уҡытыусылар­ҙың эш хаҡының түбән булыуы һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
Бөгөн инновациялар, үҙгәрештәр заманы. Шуға күрә профессиональ белем биреү учреждениеларында әҙерләнгән белгестең иртәгә хеҙмәт баҙарында талап ителмәүе ихтимал. Тимәк, уҡыу йорттары иртәгәһе көндө уйлап эш итергә тейеш. Бында предприятиелар һәм ойошмалар, йәғни эш биреүселәр менән берлектә эш итеү ҙә мөһим. «Түңәрәк өҫтәл»дә сығыш яһаусыларҙың күбеһе ошондай фекер яҡлы булыуын белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта йәш белгестәрҙең уҡыу йортон тамамлағандан һуң үҙ һөнәре буйынса эшкә бармауына килтереүсе төп сәбәптәрҙең береһе итеп ҡайһы бер предприятиеларҙың йәш белгескә тейешле шарттар тыуҙырмауы, эш хаҡының түбән булыуы билдәләнде.
Фекер алышыуҙа БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары Раил Афзалов, Башҡорт дәүләт университеты ректоры Әхәт Мостафин, БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте идаралығы начальнигы Тимерхан Бик­кинин, «Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Владимир Жаринов әүҙем ҡатнашты.
Ғөмүмән, «түңәрәк өҫтәл»дә күтәрелгән мәсьәләләр унда ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Һөйләшеү бик йәнле барҙы, бик күп ҡыҙыҡлы фекер яңғыраны. Мәҫәлән, бөгөнгө технологияларҙы яҡшы белгән инженер-техниктарҙы әҙерләүгә һәр уҡыу йортоноң матди-техник базаһы мөмкинлек бирмәүен иҫәпкә алып, инженер-техник үҙәк асырға тигән тәҡдим индерелде. Шулай уҡ предприятиеларҙа уҡыусыларҙың производство практикаһын ойоштороу буйынса ла эшлекле фекерҙәр әйтелде.
Һөйләшеүҙән күренеүенсә, профессиональ әҙерлек мәсьәләһе бөгөн тотош йәмәғәтселекте борсоған мәсьәләләрҙең береһе һәм ул киң яҡлы тикшереүҙе һәм бергәләп хәл итеүҙе талап итә.
Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Өҫтәлгән комментарийҙар




Оҡшаш яңылыҡтар



ЮХХДИ инспекторы «матур»  һандар  һатҡан

СНИЛС-ты  паспортығыҙҙа йөрөтмәгеҙ!

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә

Кем көтөүсе булырға теләй?