RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Хаҡтар «теҙгеләнәсәк»

14.09.2010 Хаҡтар «теҙгеләнәсәк»

Хаҡтар «теҙгеләнәсәк»Башҡортостанда социаль аҙыҡ-түлектең исемлеге төҙөләсәк. Был исемлеккә ингән аҙыҡтарҙың хаҡы артмаясаҡ.
Үткән аҙнаның аҙағында республика Хөкүмә­тендә уҙған кәңәшмәлә ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәр, эшкәртеүселәр һәм сауҙа ойошмалары аҙыҡ-түлеккә ҡуйылған хаҡтар тураһында уртаға һалып һөйләште. Дөрөҫөн генә әйткәндә, һүҙ хаҡтарҙың туҡтауһыҙ артып тороуы хаҡында барҙы. Аҡ йортҡа Башҡортостандың һөт, ит, икмәк етештереүсе тармаҡтарының иң эре ойошмалары вәкилдәре саҡырылғайны.
ҡоролоҡ Башҡортостан халҡына күп проблема килтерҙе. «Башҡортос­танстат» биргән һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, үткән айҙа ҡарабойҙай ярмаһына хаҡ – 31, картуфҡа – 28, ә инде онға 12 процентҡа артҡан.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте вице-премьеры Шамил Вахитов билдәләүенсә, хәҙер иң мөһиме – магазиндарҙа һатылған аҙыҡ-түлеккә хаҡ­тарҙың нигеҙһеҙ артыуын законлы юлдар менән туҡтатыу. Рәсәй Хөкүмәте тарафынан бойҙайҙы экспортҡа сығарыуҙы тыйыу, ҡоролоҡтан зыян күргән төбәктәргә бюджет кредиттары биреү хаҡтарҙың ҡырҡа артыуын туҡтатты. Юҡһа август айында улар ҡот осҡос тиҙлектә үҫкәйне.
Ентекләп фекер алышҡандан һуң эшҡыуарҙар «Хеҙмәттәшлектең дөйөм принциптары тураһында килешеү» төҙөнө һәм уға ҡул ҡуйҙы. Яҡын арала Башҡортостанда социаль аҙыҡ-түлектең исемлеге әҙерләнәсәк. Уларға өҫтәлгән хаҡтарҙың сиге билдәләнә.
Ошондай уҡ килешеү 31 августа Рәсәйҙең сауҙа селтәрҙәре араһында төҙөлгәйне.

Л. СОЛТАНОВА.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә

Кем көтөүсе булырға теләй?

Йомғаҡланыҡ. Алда – бүләкләү!

Йәшәү - бәхет

20.05.2019 - Йәмғиәт Йәшәү - бәхет


Ололар тәрбиәһе балаға тамыр бирә

Эш һөйгәнде ил һөйөр

15.05.2019 - Йәмғиәт Эш һөйгәнде ил һөйөр


Беҙ барыһын да булдырасаҡбыҙ!

Ауылдар мәңге йәшәһен!

13.05.2019 - Йәмғиәт Ауылдар мәңге йәшәһен!