RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

07.09.2010 Өс һөйләм менән

Рәсәй Президенты менән РФ Йәмәғәт Палатаһының тәҡдиме нигеҙендә урман янғындарынан зыян күреүселәргә ярҙам күрһәтеү дауам итә. Ошо маҡсатта «Россельхоз­банк»тың Башҡортостан төбәк филиалы хеҙмәткәрҙәре лә фондҡа бер көнлөк хеҙмәт хаҡын күсерҙе. 6 сентябргә ҡарата төрлө ойошма­ларҙан әлеге иҫәпкә 400 мең һумдан ашыу аҡса күсерелгән дә инде.

«Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте «1941–1945 йылдар­ҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү» миҙалы менән билдәләнде. Юғары награда бирелеүен раҫлаусы «Еңеү» Рәсәй ойоштороу комитетының дипломына Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев ҡул ҡуйған. Иҫтәлекле миҙал ветерандар менән әүҙем эш алып барған, граждандарға патриотик тәрбиә биреүҙә ҡатнашҡан һәм Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығын үткәреүгә ҙур өлөш индереүселәргә тапшырыла.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, йыл башынан республикала 847 ВИЧ-инфекциялы теркәлгән. Ауырыуҙарҙың 472-һе – ир-егет, 375-е – ҡатын-ҡыҙ, СПИД-ҡа ҡаршы көрәш үҙәгендә 223 ауырлы ҡатын иҫәптә тора. Ағымдағы йылда ауырыусылар һаны республика буйынса йөҙ мең кешегә 20,28 тәшкил иткән, был, былтырғы осор менән сағыштырғанда, биш процентҡа күберәк.

Ай аҙағына баш ҡалала аквапарк төҙөү перспективаһының асыҡланыуы ихтимал. Комплекс проектын Англияның «Benoy» бюроһы әҙерләгән. 120 миллион доллар тип баһалан­ған ҡоролманы «Ҡашҡаҙан» паркында күтәрмәкселәр.

Сибай ҡалаһы мәғариф учреждениеларында граждандар именлеге айлығы башланды. Сара барышында ғәҙәттән тыш хәл тыуа ҡалған хәлдә уҡыусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы эвакуациялау буйынса күнекмәләр үткәрелә, махсус викториналар, конкурстар ойошторола. Шулай уҡ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының профессиональ ҡотҡарыу һәм эҙләү подразделениеларында «Асыҡ ишектәр көнө» уҙғарыласаҡ. Айлыҡ 4 октябргә тиклем дауам итәсәк.

Башҡортостанда вакансиялар банкы тулылана башлаған. 31 авгусҡа ҡарата, йыл башы менән сағыштыр­ғанда, вакансиялар иҫәбе 2,3 тапҡырға артҡан һәм 28,8 мең тәшкил иткән, көсөргәнешлек коэффициенты хеҙмәт баҙарында 3,6-нан 1,3-кә тиклем кәмегән. Ағымдағы йылда Республика халыҡты эшкә урынлаштырыуға булышлыҡ итеү буйынса өҫтәмә саралар программаһын ғәмәлгә ашырыуға 613 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән, шул иҫәптән республика ҡаҙнаһынан 39 миллион һум йүнәлтелгән.

Был аҙнала көндәр һыуытасаҡ, ҡырау төшөүе ихтимал. Төндә төньяҡ райондарҙа температураның – минус биш, Өфөлә минус ике градус­ҡа тиклем түбәнәйеүе мөмкин. Көндөҙ һауа температураһы 9 – 14 градус йылы буласаҡ, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә.

Р. КҮСЕМХАНОВА әҙерләне.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡый хаҡы арзан булырға тейеш

Кисә Хәйбулла районының Һамар ауылы биләмәһендә икеләтә байрам булды

“Инцидент” аша мөрәжәғәттәргә яуап тиҙ табыла

Киләһе йылда йорт бесәйҙәре һәм эттәре тамғаланасаҡ

Онкодиспансер яңы ҡоролмаға эйә булды

Ошо көндәрҙә Сибайҙа экологик хәл ҡырҡа киҫкенләште

Гөлнур Ҡыуатова өсөн тауыш бирәйек!

“Торатау” геопаркына рәхим итегеҙ!

Владимир Путин Сибай ҡалаһында йәшәүсе 15 йәшлек үҫмерҙең хыялын тормошҡа ашырасаҡ

Өфө ҡалаһы башлығы Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты

Аэропорт кемдең исемен йөрөтөр?

Һәр кем үҙ бурысына яуаплы ҡараһын!