RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Аралашыу теле яҡшы, туған тел тағы ла яҡшыраҡ

01.03.2011 Аралашыу теле яҡшы, туған тел тағы ла яҡшыраҡ

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында «Күп милләтле дәүләттә Башҡортостан халыҡтарының туған телен һаҡлау һәм үҫтереү проблемалары» темаһына «түңәрәк өҫтәл» уҙғарылды. БР Йәмәғәт палатаһының мәғариф, фән һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комиссияһы Халыҡ-ара туған тел көнө уңайынан ойошторған сарала республикала эшләп килеүсе милли үҙәктәр вәкилдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ғалим һәм уҡытыу­сылар ҡатнашты.
– Бөгөн Рәсәйҙәге 136 телгә юғалыу хәүефе янай. Хатта бер миллиондан ашыу кеше һөйләшкән телдәр ҙә ошо төркөмгә эләккән. Бер яҡтан, дәүләт милли телдәр­ҙе һаҡлау өсөн шарттар булдырған да кеүек. Беҙҙең республикала ла туған телдәрҙе һаҡлау маҡсатында закондар булдырылған, 50 закон акты бар. Шул уҡ ваҡытта глобалләшеү шарттарында туған телдәрҙе һаҡлау – актуаль мәсьәлә, – тине үҙ сығышында башҡорт телен өйрәнеүгә һәм һаҡлауға тос өлөш индергән ғалимә, профессор, БР Йәмәғәт палатаһы комиссияһы рәйесе Фирҙәүес Хисамитдинова.
Башҡортостанда йәшәүсе төрлө милләт вәкилдәренең туған телдәрен һаҡлау маҡсатында етерлек эш башҡарыла. Мәктәптәрҙә теләүселәр өсөн татар, сыуаш, мари, мордва, украин, дөйөм алғанда, 14 тел өйрәнеү мөмкинлеге бар, йәкшәмбе мәктәптәре лә эшләй. Әйткәндәй, белем биреү учреждениеларында өс меңдән ашыу туған тел кабинеты булдырылыу ҙа иғти­бар­ға лайыҡ. Юғары уҡыу йорттарында ла тәғәйен тел белгестәре әҙерләнә. Һуңғы егерме йыл эсендә туған телдәргә иғтибар бермә-бер артты һәм ҡаҙаныштар ҙа бар. Әммә бала туған теленә иң тәү сиратта ғаиләлә өйрәнергә тейеш. Ата-әсә үҙ телендә аралашмай икән, баланың да уға ихтирамы һәм ҡыҙыҡһыныуы булмай, әлбиттә.
Бөгөн донъяла 1 миллион 400 меңдән ашыу кеше башҡортса һөйләшә. Башҡортостан Республикаһында башҡорт теле, рус теле менән бер рәттән, дәүләт теле тип иғлан ителгән. Һүҙ ҙә юҡ, беҙ күп милләтле дәүләттә йәшәйбеҙ һәм аралашыр өсөн уртаҡ тел талап ителә. Был осраҡта беҙгә рус теле, илдең дәүләт теле булараҡ, икенсе туған тел кеүек. Рәсәйҙә уға юғалыу хәүефе лә янамай һымаҡ, әммә ул «бысрана» бара. Рус теле белгесе, профессор Евгения Яковлева билдәләүенсә, балалар әҙәби әҫәр­ҙәр­ҙән (тимәк, нәфис әҙәбиәттән) алыҫлаша, рус теленә күп яңы термин үтеп инә, әҙәби телдә аралашыу һирәгәйә. Бер һүҙ менән әйткәндә, рус теле үҙгәрә, хатта бер аҙ жаргонлаша.
«Түңәрәк өҫтәл»дә әрмән, әзербайжан, чечен, татар йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре лә сығыш яһаны, тәҡдимдәр индерҙе. Мәҫәлән, әрмән милли-мәҙәни үҙәге үҙенең эш планына башҡортса-әрмәнсә һүҙлек төҙөүҙе индергән. Беҙ Башҡортостанда уңайлы йәшәйбеҙ, тимәк, урындағы төп милләт телен мотлаҡ белергә тейешбеҙ, ти ойошманың лидерҙары. Шулай уҡ киләсәктә татарса-әрмәнсә, сыуашса-әрмәнсә һүҙлек тә буласаҡ.
Сарала ҡатнашыусылар һуңғы осорҙа тәҡдим ителгән «россиян» терминын индереү тирәләй ҙә фекер алышты. Был тәңгәлдә, әлбиттә, бәхәстәр ҙә юҡ түгел. Ни генә тимә, рус теле беҙҙең өсөн илдә аралашыу теле лә, әммә туған тел түгел. Һуңғыһы мөһимерәктер. Беҙҙе үҙ телебеҙ, үҙ менталитетыбыҙ, үҙ «ҡиблабыҙ» байыраҡ та, рухлыраҡ та, аҡыллыраҡ та итә. Тимәк, туған телдәр­ҙе өйрәнеүгә иғтибар бер ҡасан да һүрелергә тейеш түгел, тигән йомғаҡ яһалды сараға.

А. ИШЕМҒОЛОВА.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Киләһе йылда йорт бесәйҙәре һәм эттәре тамғаланасаҡ

Онкодиспансер яңы ҡоролмаға эйә булды

Ошо көндәрҙә Сибайҙа экологик хәл ҡырҡа киҫкенләште

Гөлнур Ҡыуатова өсөн тауыш бирәйек!

“Торатау” геопаркына рәхим итегеҙ!

Владимир Путин Сибай ҡалаһында йәшәүсе 15 йәшлек үҫмерҙең хыялын тормошҡа ашырасаҡ

Өфө ҡалаһы башлығы Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты

Аэропорт кемдең исемен йөрөтөр?

Һәр кем үҙ бурысына яуаплы ҡараһын!

Уфа получит 39 единиц новой снегоуборочной техники

Түбә руднигында эшләгән башҡорттар

Онотолмаҫ ваҡиға

09.11.2018 - Йәмғиәт Онотолмаҫ ваҡиға