RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Йомғаҡланыҡ. Алда – бүләкләү!

21.05.2019 Йомғаҡланыҡ. Алда – бүләкләү!

Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар конкурсының быйылғы ярышын тамамланыҡ!

Бөгөн, 21 май иртәһе редакциябыҙҙа ҡыҙыу башланды. Ни булды тиерһегеҙ – уҡыусыларҙың ижади бәйгеһенә йомғаҡ яһаныҡ. Башҡорт әҙәбиәте белгесе, яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор Тимерғәле Килмөхәмәтов рәйеслегендәге баһалама комиссияһы гәзиттә донъя күргән эштәрҙе ҡараны, үҙенең фекерен белдерҙе.


-Быйылғы эштәр үҙҙәренең тулы, йыйнаҡ булыуы менән айырыла, - тине Тимерғәле Әбделнәғим улы. – Уларҙа сюжет бар, тасуирлауҙары ла урынлы - шулай итеп мин яҙыусы булараҡ үҙ баһамды бирәм. Башҡорт телен һаҡлау, яҡлауға арналған мәҡәләләрҙең күплеге хайран ҡалдырҙы. Конкурс йылдан-йыл үҫешә, уның мәғәнәһе лә арта. Уҡыусылар бер-береһенән күреп сәмләнеп ярыша, конкурс уларҙы дәртләндерә, ҡанатландыра. Эштәрҙә етди фекерләү бар, мәҡәләләр фантазия менән ысынбарлыҡ аша көндәлек проблемалар өҫтөндә уйландыра. Ярышсыларҙы әҙерләгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына рәхмәт, балаларға аҡыл һәм яҙыу культураһы биргәндәр. "Йәшлек" гәзитенең йыл да ошолай конкурс үткәргәне һис шикһеҙ маҡтауға лайыҡ.


Бәйге 2018 йылдың октябрендә башланды. Һигеҙ ай дауамында беҙ “Бәйләнештә” селтәре, электрон почта аша ҡулъяҙмаларҙы ҡабул иттек, уларҙы гәзит биттәрендә баҫтырҙыҡ, сайтҡа һалдыҡ. Конкурсҡа ебәргән эштәрҙә уҡыусы-студенттар халҡым, телем, ерем тип янып-көйә, тәбиғәтте һаҡлау, киләсәкте күҙаллау, тарих өҫтөндә уйлана. Ҡыҙыҡлы, көтөлмәгән идея-фекерҙәр күп осраны. Ебәрелгән ҡулъяҙмалар араһынан 18 мәҡәлә һайланып алынып, гәзит биттәрендә, сайтта донъя күрҙе.

Баһалама комиссияһы ташҡа баҫылған эштәрҙе ҡараны. Премияларҙы алты кешегә бирергә ҡарар ҡылдыҡ. Бынан тыш, өс уҡыусыға "Йэшлек" гәзитенән махсус приз тапшырыласаҡ.

Шулай итеп, 2019 йылғы бәйгелә беренсе премияны “Асылыбыҙ – тыуған ерҙә, туған телдә” тигән мәҡәләһе менән Гөлдәриә ҒАЙСИНА яуланы!

Ул Күгәрсен районының Хоҙайбирҙин ауылы ҡыҙы. Күмертау ҡалаһындағы 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатында (3-сө БРГИ) 11-се класта уҡый, “Рухи мираҫ” йәш журналистар түңәрәге ағзаһы булып тора. Гөлдәриә үҙ эшендә тыуған ил, ауыл яҙмышы тураһында уйлана, тел мәсьәләләрен күтәрә. Баһалама комиссияһы ағзалары Гөлдәриәнең эшен юғары баһалап, уға беренсе премияны бирергә хәл итте.

Икенсе премия ике кешегә бирелде. Улар: Өфө ҡалаһындағы 48-се башҡорт гимназияһының 8 Б класы уҡыусыһы Искәндәр ШӘМҒОЛОВ менән Мәләүез районы, Үрге Юлдаш ауылындағы Советтар Союзы Геройы З. Үтәғолов исемендәге мәктәптең 9-сы класс уҡыусыһы Нәфис ИШҺАРИН.

Өсөнсө премия өс кешегә тапшырыласаҡ. Асҡын районы Ҡыйғаҙы урта мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Хәлимә ДӘҮЛӘТГӘРӘЕВА, Әбйәлил районы Амангилде урта мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Әлиә ӨМӨТҠУЖИНА, Баймаҡ районы Билал мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Гөлфирә НАРЫНБАЕВА билдәләнде.

Бынан тыш, өс уҡыусыға "Йәшлек" гәзите махсус приз бирәсәк. Улар:
- Баймаҡ районы Сәйғәфәр мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Таңсулпан РАЙМАНОВА;
- Рәми Ғарипов исемендәге 1-ce республика башҡорт гимназия-интернатының 11-се класс уҡыусыһы Разия ҒИБӘҘӘТОВА;
- Күмертау ҡалаһының Республика политехник лицей-интернаты 11-се класс уҡыусыһы Диана СОЛТАНГӘРӘЕВА.

“Халҡым киләсәге” номинацияһында еңеүселәр:
- Азалия Камалова (Баймаҡ районының Өмөтбай мәктәбе, 8 класс);
- Вилиә Кинйәбаева (Баймаҡ, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы, беренсе курс студенты);
- Наҙгөл КҮСӘРБАЕВА (Баймаҡ лицей-интернаты, 10а класы);
- Линиза ШӘЙХИТДИНОВА (Учалы районы Ураҙ лицейы, 8 клас);
- Индира ӘҘЕҺӘМОВА (Баймаҡ районы Сәйғәфәр мәктәбе, 11 клас);
- Ғәзинур ИҪӘНАМАНОВ (Салауат мәғариф һәм һөнәри технологиялар колледжы, 2-се курс студенты);
- Юлиә БОҪҠОНОВА (Йылайыр районы Матрай мəктəбе, 10 класс)
- Гөлшат НУРЛЫЕВА (Асҡын районы Ҡыйғаҙы мәктәбе, 10 класс);
- Мәүлиҙә МӘҒӘФҮРОВА (Әбйәлил районы Буранғол мәктәбе, 11 класс).

Улар ошо адрес буйынса редакцияға: Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 814-се кабинет, иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем килеп бүләктәрен һәм шөһрәтнамәләрен ала ала. Рәхим итегеҙ!

1, 2, 3 премия алыусыларҙы "Йәшлек" гәзите журналистары Һуңғы ҡыңғырау көнөндә үҙҙәре барып ҡотлаясаҡ. Бының турала фотоһүрәтләмәне гәзиттең киләһе һанында баҫырбыҙ.



Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Юлай КӘРИМОВ




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә

Кем көтөүсе булырға теләй?

Йәшәү - бәхет

20.05.2019 - Йәмғиәт Йәшәү - бәхет


Ололар тәрбиәһе балаға тамыр бирә

Эш һөйгәнде ил һөйөр

15.05.2019 - Йәмғиәт Эш һөйгәнде ил һөйөр


Беҙ барыһын да булдырасаҡбыҙ!

Ауылдар мәңге йәшәһен!

13.05.2019 - Йәмғиәт Ауылдар мәңге йәшәһен!


Кеше исемен  күтәреп йәшә,  замандаш!