RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Йәшел ҡалҡанды һаҡлайыҡ!

12.03.2019 Йәшел ҡалҡанды һаҡлайыҡ!

Урман – кешелектең иң ҙур байлығы, уның хазинаһы – ағас. Бер генә төҙөлөш тә унан башҡа алып барылмай. Иң тәүге һыу үткәргес ағастан төҙөлгән. Мәскәү, Новгород, Киев кеүек ҡалаларҙың ҡәлғәләре ағастан һалынған.

Әҙәмгә эшләргә көс-ҡеүәт, үҙенең байлығын биреп, ғүмер буйына хеҙмәт иткән сихри урманһыҙ тормошобоҙҙо күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Урман дымды һаҡлай, кислород сығанағы. Белгестәр, бер гектар урман бер сәғәттә ике килограмм углекислота газын, зарарлы матдәләрҙе йота, ти.

Урман нисәмә быуаттар буйына кешегә файҙа күрһәтеп килә. Уны умартасылыҡ, дегет әҙерләү, игенселек, малсылыҡ өсөн дә файҙаланғандар.

Урман, урман. Ерем күркәмлеге, кислород фабрикаһы, йәшел ҡалҡан. Урман, тигәс, әлбиттә, күҙ алдыма иң беренсе үҙебеҙҙең Мышағыр тауы, ундағы һомғол ҡайындар килеп баҫа.

Ҡайындар! Һеҙҙе туй күлдәге кейгән зифа буйлы ҡыҙҙарға оҡшатам. Ап-аҡ һынығыҙ өҫтөндәге йәшел бөҙрә суҡтарығыҙ һеҙгә айырыуса бер гүзәллек бирә. Әллә ҡайҙан алыҫтан көҙгөләй ялтырап торалар. Төндәрен улар һибелгән шәм яҡтыһылай кешеләргә юл күрһәтә.
“Ҡайын – ҡайғы” тип йырҙа йырланһа ла, уның кешелек өсөн тик ыңғай яҡтарын ғына күрәм. Борондан ата-бабаларыбыҙ, ҡайын дүрт төрлө әһәмиәткә эйә, тигән. Беренсенән, улар тирә-яҡты яҡтыртып, матурлыҡ бөркөп тора. Икенсенән, тауышты баҫа. Ҡайын дегете менән арба тәгәрмәстәрен майлап, шығырлауҙан туҡтатҡандар. Өсөнсөнән – дауа. Ҡайын энергия бирә, организмды һауыҡтыра, һыуы ҡанды таҙарта. Дүртенсеһе – таҙалыҡты һаҡлау. Ҡайындан шәкәр диабеты менән ауырыусылар өсөн шәкәрҙе алмаштырыусы дарыу яһайҙар. Бөрө-япрағынан яһалған төнәтмәләр, мунсала сабыныу өсөн миндек, туҙынан ҡайнатылған һағыҙ, олононда үҫкән бәшмәк – быларҙың барыһы сихәт килтерә. Ә төҙөлөш материалы булараҡ әһәмиәтен әйтеп тораһы ла түгел.

Иҫ киткесһең дә инде, урман! Эсенә инеп, бер хозурланыу ғына ни тора. Нимә генә үҫмәй беҙҙә! Ҡарағай, шыршы, имән, уҫаҡ, йүкә, ҡарағас, ерек тә бар.

Урман. Дөйөм байлығыбыҙ, хаҡһыҙ ялсыбыҙ. Бөгөн ул яҡлауға мохтаж. Йөҙҙәрсә кубометрлап ағас ҡырҡалар. Урынына бер нимә лә ултыртылмай, хатта ос-ботаҡ­тарынан да таҙартылмай. Кәйеф-сафа ҡорорға сыҡҡан кешеләр яҡҡан усаҡтарын һүндермәй. Шуның арҡаһында күпме урман яна. Уның урынында яңынан ағастар үҫкәнсе нисәмә йыл ваҡыт кәрәк. Киләсәк быуын хаҡында ла уйлаһаҡ ине!
Тәбиғәткә ҡарата вәхшиҙәрсә ҡыла­ныуыбыҙҙы туҡтатмаһаҡ, тиҙҙән эсәр һыуһыҙ, һулар һауаһыҙ тороп ҡалыуыбыҙ көн кеүек асыҡ. Кешенең ауырыуын ваҡытында дауаламаһаң, нимә булырын яҡшы беләбеҙ. Тәбиғәт тә хәҙер ошондай хәлдә түгелме ни?

Әле һуң түгел. Һәләкәттән ҡотолорға була. Ә бит беҙ ерҙеке. Ағастар ғына түгел, беҙҙең йөрәк тамырҙарыбыҙ ҙа тыуған ергә, тупраҡҡа тоташҡан. Тәнебеҙҙәге һәр күҙәнәк тыуған еребеҙҙә үҫкән ризыҡтан көс алған. Ғүмеребеҙ буйы уны матурларға, байытырға, данын, мәртәбәһен арттырырға тейешбеҙ. Йөрәгебеҙ, выжданыбыҙ шуны талап итә. Республикабыҙ тәбиғәте һаҡланып ҡалһа, ул киләсәк быуындарға ла етәсәк. Тыуған илебеҙ – Башҡортостан киләсәктә гөрләп сәскә атасаҡ!

Был йәһәттән изге тәбиғәтебеҙ файҙаһына нимә эшләй алам һуң? Уйланым-уйланым да үҙемә ант иттем. Тәбиғәттең иң яҡын дуҫы булам. Бер ваҡытта ла сәскә-үләндәрҙе өҙмәҫкә, ағас ботаҡтарын һындырмаҫҡа һүҙ бирәм. Үҫемлектәр тәбиғәтебеҙгә гүзәллек өҫтәп торһон! Йәнлек-бөжәктәрҙе рәнйетмәм, ҡош ояларын туҙҙырмам. Ҡоштар һайрауы һәр кешене шатландырһын! Ҡырағай хайуандарҙың балаларын өйгә алып ҡайтмаясаҡмын. Урманда, үҙ иркендә, йәшәһендәр!

Тәбиғәтебеҙгә биргән вәғәҙәләремде барланым. Уларҙы үтәрмен тип үҙемә һүҙ бирҙем.



Автор: Линиза ШӘЙХЕТДИНОВА
Фото: pixabay.com





Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Кеше эше менән матур

17.03.2019 - Йәмғиәт Кеше эше менән матур


Асылыбыҙ – тыуған ерҙә, туған телдә

Рәсүл Сәғитовты юбилейы менән ҡотлайбыҙ!

Подъездар ремонтына бәйле 17 һорауға яуап

В Башкирии возбуждено еще одно уголовное дело по факту незаконной добычи камня-плитняка

Телевидение: кадр артында ниҙәр бар?

Башҡорт ҡыҙы Шанхайҙа

09.03.2019 - Йәмғиәт Башҡорт ҡыҙы Шанхайҙа


Радий Хабиров поздравил женщин с Международным женским днем

Сәнғәт оҫталары Мәскәүҙе таң ҡалдырҙы

Башҡортостан Башлығы в.в.б. Радий Хәбиров күп балалы әсәләргә “Әсәлек даны” миҙалын тапшырҙы.

Тормоштоң ҡәҙерен беләйек, йәшәү йәмен күрәйек!

Встреча Радия Хабирова и гендиректора УГМК Андрея Козицина с жителями Сибая: главное