RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » “Әсәлек капиталы”ның күләме йыл һайын ҡарала

31.08.2010 “Әсәлек капиталы”ның күләме йыл һайын ҡарала

Бөгөн беҙҙең республикала “әсәлек капиталы”на дәүләт сертификаты алыу­сылар һаны 85 меңдән ашыу. Пенсия фондынан хәбәр итеүҙәренсә, 1 сентябргә “әсәлек капита­лы”ның суммаһы 343378,80 һум тәшкил итә.
Әле бер тапҡыр бирелә торған түләү­ҙе алыр өсөн республика ҡала һәм райондарынан 5110 кеше ғариза яҙған. Әйткәндәй, уны сертификаты булған һәр кем, шул иҫәптән былтыр үҙ кәрәгенә 12 000 һум аҡса алыусылар ҙа яҙырға мөмкин. Ғаризалар ике айҙан да һуңға ҡалмай ҡаралып, аҡса күрһәтелгән иҫәпкә күсерелергә тейеш.
Рәсәй Пенсия фондының БР буйынса идаралығы етәксеһе Фоат Хантимеров һүҙҙәренсә, 8150 ғаилә капиталды торлаҡ алыуға йә төҙөүгә алынған кредитты ҡаплауға тотонған. Ошо маҡсатҡа 2 миллиард 218 миллион һум аҡса бүленгән. Бынан тыш, меңдән ашыу ғариза балаһына өс йәш тулған ата-әсәнән торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға һәм баланың уҡыуына түләү өсөн ҡабул ителгән.
“Әсәлек капиталы”, инфляция үҫеше темпын иҫәпкә алып, йыл һайын ҡабаттан ҡарала һәм федераль закон тарафынан билдәләнә.

Рәсәй Пенсия фондының БР буйынса идаралығы.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Өҫтәлгән комментарийҙар




Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡый хаҡы арзан булырға тейеш

Кисә Хәйбулла районының Һамар ауылы биләмәһендә икеләтә байрам булды

“Инцидент” аша мөрәжәғәттәргә яуап тиҙ табыла

Киләһе йылда йорт бесәйҙәре һәм эттәре тамғаланасаҡ

Онкодиспансер яңы ҡоролмаға эйә булды

Ошо көндәрҙә Сибайҙа экологик хәл ҡырҡа киҫкенләште

Гөлнур Ҡыуатова өсөн тауыш бирәйек!

“Торатау” геопаркына рәхим итегеҙ!

Владимир Путин Сибай ҡалаһында йәшәүсе 15 йәшлек үҫмерҙең хыялын тормошҡа ашырасаҡ

Өфө ҡалаһы башлығы Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты

Аэропорт кемдең исемен йөрөтөр?

Һәр кем үҙ бурысына яуаплы ҡараһын!