RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Кисә Хәйбулла районының Һамар ауылы биләмәһендә икеләтә байрам булды

15.12.2018 Кисә Хәйбулла районының Һамар ауылы биләмәһендә икеләтә байрам булды

"Һамарҙа күптән көтөлгән күпер төҙөлөп бөтөп тантаналы шарттарҙа тапшырылды. Быҙаулыҡ ауылында күп функциялы ауыл клубы асылды.

Мәҙәни учреждение районда асылған заманса клубтарҙың алтынсыһы булып тора, уларҙың дүртәүһе быйыл асылды.

Ҙур күләмле капиталь ремонт эштәре башҡарылып, заманса ҡорамалдар менән яңыртылғас, мәҙәниәт усағы танымаҫлыҫ булып үҙгәрҙе.

Хәҙер Быҙаулыҡта балалар һәм өлкәндәргә буш ваҡыттарын файҙалы уҙғарыу өсөн мөмкинлек бар. Клубта мәҙәни түңәрәктәрҙән тыш, теннис менән шөғөлләнергә була, шахмат-шашкаға ла урын табылған, балалар өсөн йыһазландырылған уйын бүлмәһе лә бар.

Күпергә килгәндә, ауыл халҡы уны бик көттө. Һамарҙы икегә бүлеп аҡҡан Таналыҡ йылғаһы яҙғыһын күп мәшәҡәттәр тыуҙыра ине. Уның аша һалынған бәләкәй күпер һыу аҫтында ҡалып, Лидия Сәйфуллина урамы халҡы оло ерҙән айырылып ҡала ине.

Ниһайәт Һамар ауылының бер быуат дауамында, ауыл барлыҡҡа килгәне бирле көткән хыялы тормошҡа ашты", - тип хәбәр итте беҙгә Сәлимә Байгилдина-Ғафарова.



Автор: А.Ишназаров
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән





Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Общественники анализируют экологическую обстановку в Сибае

Каринэ Хәбирова «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалында булды

Сибайҙың һауаһында нимә бар?

Смог в Сибае: что происходит, чем опасно и что делать? Главное

Башҡортостанда сүп-сар реформаһы: нисек, ҡайҙа, ҡасан?

В режиме «Повышенная готовность»: от жителей Сибая продолжают поступать жалобы на воздух

Ысын тылсымсылар – беҙҙең арала!

Ниндәй үҙгәрештәр көтәбеҙ?

«Йәшлек» гәзитенең 2018 йылғы лауреаттары

И.о. министра ЖКХ Башкирии проинспектировал работу регоператоров по сбору мусора

Яңы йыл менән!

01.01.2019 - Йәмғиәт Яңы йыл менән!


Хөрмәтле төркөмдәштәр!

31.12.2018 - Йәмғиәт Хөрмәтле төркөмдәштәр!