RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Һәр кем үҙ бурысына яуаплы ҡараһын!

30.11.2018 Һәр кем үҙ бурысына яуаплы ҡараһын!

Йәйҙән алып Рәсәйҙең бер нисә төбәгендә “Инцидент менеджмент” тип аталған яңы система ғәмәлгә ашырыла башланы. Ул “Бәйләнештә”, Фейсбукта, Инс­таграммда, Твиттерҙа һәм “Синыф­таштар” кеүек социаль селтәр­ҙәрҙәге мәғлүмәттәрҙе анализлап, халыҡты борсоған көнүҙәк проблемаларҙы асыҡлап, урындағы властарҙың шул мәсьәләләрҙе нисек хәл итеүен тикшереүгә ҡоролған.
Беҙҙең республикабыҙҙа ла ул система тәүге аҙымдарын яһай: “Инцидент” кешеләрҙең мөрәжәғәттәрен, ялыуҙарын күҙәтеп, йыйып, уларҙы хәл итеү өсөн урындағы үҙидара органдарына йүнәлтә. Әлбиттә, ысынлап хәл итер өсөн, ә ғәҙәттәгесә формаль яуап ҡайтарһындар өсөн түгел. Урындағы үҙидара органдары халыҡҡа йөҙө менән боролоп, юл, төҙөкләндереү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм башҡа тармаҡтарҙа йыйылған пробле­малар­ҙы хәл итергә тейеш тә бит инде. Юғиһә, был йәһәттән күптәр үҙҙәренең ҡала-район етәкселәренә мөрәжәғәт итеүҙән төңөлөп, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа ғына ҙур өмөттәр бағлай. Һәм уның социаль селтәрҙәге диуарын мөрәжәғәттәр менән тултыра.

Бөтә өмөт – Башлыкта
Ишембай ҡалаһынан Гөлнара Килдебаева ла, йорт янындағы аллеяны кәртәләүҙәрен һорап, ҡала хакимиәтенә бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итеүҙән фәтүә булмағас, Радий Фәрит улының “Бәйлә­нештә”ге диуарына яҙырға мәжбүр була.
– Юлды ҡыҫҡартып, машиналар аллея аша йөрөй, шул иҫәптән йөк машиналары ла. Асфальтта соҡор барлыҡҡа килде. Йәйәү­леләргә лә, айырыуса уҡыусы балаларға, машиналар хәүеф тыуҙыра. Ишембай хакимиәтенә хат яҙғас, уны бер кабинеттан икенсеһенә тапшырып йөрөттөләр. Шунан шылтыратырға, тинеләр. Ҡат-ҡат шылтыратҡайным, трубканы алманылар. Мәктәп уҡыусыларына һәм балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренә ярҙам итеп, юлдың ошо өлөшөн рәтләүҙәрен һәм кәртә ҡуйыуҙарын һорап, Радий Фәрит улының диуарына яҙғайным, бер нисә көндән халыҡтың мөрәжәғәттәре буйынса республика Башлығы ҡарамағындағы эш төркөмө етәксеһенән яуап килде. Елена Прочаковскаяның хәбәр итеүенсә, Ишембай ҡалаһы хакимиәте башлығы, Ленин прос­пекты буйындағы участканы тикшереп, 9 ноябргә уны кәртәләйәсәкбеҙ, тип яуаплаған. Шулай уҡ соҡор­ҙарҙы ла ямарға вәғәҙә иткән. Ысынлап та, тәүҙә ваҡытлыса кәртә ҡуйҙылар, бөгөн, 29 ноябрҙә, уны даимиға алыштырҙылар. Тик ҡар яуғас, соҡор ямалмай ҡалды. Әммә мин ярты юлда туҡтамаясаҡмын, яҙын эште еренә еткереүҙәрен талап итәсәкмен. Киләһе йыл балаларым мәктәпкә уҡырға бара, шуға ла мәктәп эргәһендәге юлға “ятҡан полицейский” һалыуҙары ла минең өсөн бик мөһим. Юғиһә, водителдәр машиналарын шәп ҡыуып йөрөй. Тиҙлекте кәметһендәр өсөн мотлаҡ билдә лә кәрәк. Хакимиәттән, февраль аҙағына тиклем ҡуябыҙ, тинеләр. Ҡарарбыҙ, һүҙҙәрендә торорҙармы-юҡмы...

Ҡолһариндарҙың мөрәжәғәте буйынса эш башланды
«Беҙҙең ғаиләлә балиғ булмаған алты бала тәрбиәләнә. Ҡайным менән ҡәйнәм дә беҙҙең менән тора. Ҡәйнәмдең күҙе күрмәй, ул II төркөм инвалиды. 33,8 квадрат метрлыҡ йортобоҙҙоң ни бары 21,2 квадрат метры йәшәүгә яраҡлы. 2014 йылда йорт һатып алыу һәм төҙөү сертификатына сиратҡа торҙоҡ. Тик уның ҡасан буласағы билдәһеҙ», – тип яҙа Йылайыр районының Юлдыбай ауылынан Айнур Ҡолһарин.
– Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү – БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты ҡарамағында. Яңы йылдан һуң комитеттың Дәүләт ҡаҙна учреждениеһы ойоштороласаҡ һәм ҡала-райондарҙа уның филиалдары эшләйәсәк. Һәм ошо филиалдар торлаҡ шарттарын яҡшыртырға мохтаж булыусыларҙың исемлектәрен төҙөп, сертификаттар­ҙы бүләсәк. Ҡолһариндарҙың мөрәжәғәте буйынса эш башланды, – тип яуап бирә А. Ҡолһаринға БР Башлығы Хакимиәтенең эшсе төркөмө белгесе Никита Теренин.

Торлаҡ мәсьәләһе – күп­тәр­ҙең ауыртҡан ере
Торлаҡ мәсьәләһе – күп­тәр­ҙең ауыртҡан ере. БР Башлығы Хакимиәте был хаҡта бик күп мөрәжәғәт ҡабул итә. Лена Ибраһи­мо­ваның: «Ни өсөн быйыл йәш ғаиләләр­ҙе торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса сертификаттар тапшырыу кисектерелде?» – тигән һорауына түбәндәге яуап алынды.
– Социаль түләмгә дәғүә итеүсе йәш ғаиләләрҙең исемлеген төҙөү һәм раҫлау, 2018 йылдың 1 ғинуарынан алып «2015 – 2020 йылдарҙа «Торлаҡ» федераль маҡсатлы программаһы»ның «Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү» подпрограммаһы ваҡытынан алда туҡтатылыу сәбәпле, кисектерелде. Бөгөн БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты норматив документтарға үҙгәрештәр индерә. Быйыл социаль түләм алырға тейешле ғаиләләргә йыл аҙағына тиклем таныҡлыҡтар тапшырыу күҙаллана, – тип яуаплай БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты вәкиле Анастасия Сабликова.

Мәктәп ремонтланасаҡ6
Күмертау ҡалаһы янындағы Пятки ҡасабаһында йәшәүсе Евгения Лаптева балалары белем алған мәктәптең авария хәлендә булыуына борсолоуын белдергән. «Икенсе ҡатты ябырға мәжбүр булдылар. Ата-әсәләр балаларын ҡала мәктәптәренә йөрөтә башланы. Ә үҙебеҙҙең белем усағында бына тигән уҡытыусылар бар, мәктәбебеҙ ябылмаһын ине!» – әсә, уҡыу учреждениеһы бинаһының төҙөк булмауы арҡаһында, балаһын ҡалаға йөрөтөргә тура киләсәк, тип борсола.
Бөгөн был мәсьәлә Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығы контроленә алынған. Ҡасаба мәктәбенә капиталь ремонт яһаласаҡ, бының өсөн документтар әҙерләү эше башланған. Ремонт эштәре барышында уҡыусы­лар­ҙы Күмертау ҡалаһының 6-сы мәктәбенә автобус йөрөтәсәк.
Һәр етәксенең үҙ бурыстарына яуап­лы ҡарауын мәжбүр иткән системаның ырамлы аҙымдар менән тормошобоҙҙо яҡшыртырына күңелдә ышаныс бөрөләнә. Ҡырау ғына һуҡмаһын инде.

Б. ШӘРИПОВА,
Л. ХӘЛИТОВА.



Автор: Л.Хәлитова, Б.Шәрипова
Фото: ridus.ru




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Кисә Хәйбулла районының Һамар ауылы биләмәһендә икеләтә байрам булды

“Инцидент” аша мөрәжәғәттәргә яуап тиҙ табыла

Киләһе йылда йорт бесәйҙәре һәм эттәре тамғаланасаҡ

Онкодиспансер яңы ҡоролмаға эйә булды

Ошо көндәрҙә Сибайҙа экологик хәл ҡырҡа киҫкенләште

Гөлнур Ҡыуатова өсөн тауыш бирәйек!

“Торатау” геопаркына рәхим итегеҙ!

Владимир Путин Сибай ҡалаһында йәшәүсе 15 йәшлек үҫмерҙең хыялын тормошҡа ашырасаҡ

Өфө ҡалаһы башлығы Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты

Аэропорт кемдең исемен йөрөтөр?

Уфа получит 39 единиц новой снегоуборочной техники

Түбә руднигында эшләгән башҡорттар