RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Онотолмаҫ ваҡиға

09.11.2018 Онотолмаҫ ваҡиға

Онотолмаҫ ваҡиға
1958 йыл. Август айы. Силәбе өлкәһе Арғаяш районының «Урал» колхозында уңыш йыйып алыуҙың һуңғы көндәре. Кис Яратҡол ауылы клубында кино бара. Мин ул ваҡытта клуб мөдире булып эшләй инем. Колхозда комсомол ойошмаһы секретарымын. Комсомол егет Байтимер Латипов, бөгөн төндә яланда ятҡан урылған игенде урларға бурҙар килергә тейеш, тип хәбәр итте. Беҙ, комсомолдар, тиҙ генә залда ултырған колхоз рәйесе Абдулла Хәким улы Ҡәйүмовты иҫкәрттек. Шулай уҡ комсомол, водитель Нурлағзам Сөләймәнов, Зөфәр Солтанов, Рифҡәт Сөләймәнов, Зиннәтулла Әхмәтйәнов, Рәжәп Аҙаугилдин, Рифғәт Әсәҙуллин тиҙ генә колхоздың «Газ – 51» машинаһына тейәлеп, тау итеп өйөлгән (200 тоннаға яҡын) иген ятҡан урынға юл тоттоҡ. Унда минең атайымды ҡарауылға ҡуйғайнылар. Барып еткәс тә ашлыҡты алыҫтан уратып алдыҡ. Ә колхоз рәйесе Абдулла Хәким улын, ҙур кәүҙәле булыуы һәм аяғы ауыртыуы сәбәпле, өйөлгән ашлыҡҡа яҡыныраҡ ҡалдырҙыҡ. Беҙҙең ҡулда дүрт мылтыҡ бар ине. Бер сәғәткә яҡын көткәндән һуң, төнгө сәғәт 1-ҙә ат арбаһы тауышы ишетелде. Бурҙар (өс кеше) килеп етеү менән ҡапсыҡтарға бойҙай тултыра башланы. Колхоз рәйесенең был хәлгә түҙемлеге бөттө, ул бурҙарға: «Хватит, нагребли!» – тип ҡысҡыр­ҙы, ә минең янда ятҡан Рәжәп Аҙаугилдин: «Полундра!» – тип ҡысҡырҙы ла, мылтыҡтан атып ебәрҙе. Бер-бер артлы төрлө яҡта ата башланылар. Бурҙар урмандағы ҡыуаҡтар араһына ҡасып йәшенде, ә беҙ машинаның фарҙарын яҡтыртып, бурҙарҙы эҙләнек, ләкин таба алманыҡ. Икенсе көндө миңә Арғаяшҡа барырға тура килде. Унан ҡайт­ҡанда машина кузовында бер кеше менән һөйләшеп киттек. Ул бурҙарҙың береһе булып сыҡты. Шул тиклем ҡурҡҡан икән. Бигерәк тә мылтыҡ атыуҙан. Етмәһә, ҡыуаҡ буйында ҡасып ятҡанда аяғын саҡ машина тапамаған. Ул ысын күңелдән, урлашырға мәңге бармайым, тине. Әлбиттә, мин үҙемдең кем икәнемде әйтмәнем.
Бурҙарҙы тота алмаһаҡ та, был хәл комсомол ойошмаһының берҙәмлеген күрһәтте.

Ташбулат ЛАТИПОВ,
хеҙмәт ветераны.
Өфө районы, Нижегородка ауылы.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Кисә Хәйбулла районының Һамар ауылы биләмәһендә икеләтә байрам булды

“Инцидент” аша мөрәжәғәттәргә яуап тиҙ табыла

Киләһе йылда йорт бесәйҙәре һәм эттәре тамғаланасаҡ

Онкодиспансер яңы ҡоролмаға эйә булды

Ошо көндәрҙә Сибайҙа экологик хәл ҡырҡа киҫкенләште

Гөлнур Ҡыуатова өсөн тауыш бирәйек!

“Торатау” геопаркына рәхим итегеҙ!

Владимир Путин Сибай ҡалаһында йәшәүсе 15 йәшлек үҫмерҙең хыялын тормошҡа ашырасаҡ

Өфө ҡалаһы башлығы Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты

Аэропорт кемдең исемен йөрөтөр?

Һәр кем үҙ бурысына яуаплы ҡараһын!

Уфа получит 39 единиц новой снегоуборочной техники