RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Төнгө уйланыуҙар-һыҙланыуҙар

19.05.2017 Төнгө уйланыуҙар-һыҙланыуҙар

Ҡараңғы төн. Сәғәт берҙе һуҡты,
Бар тереклек – әүен илендә.
Тик ниңәлер йоҡо фәрештәһе
Онотто бит миңә килергә.
Ике тулды. Тынғыһыҙ уйҙар
Йөҙә барлыҡ Ер шары буйлап.
Йөрәк ҡылын сирткән уйҙарымды
Яҙҙым, шиғри юлдарға туплап.
Был донъяға килгән һәр әҙәмдең
Хоҡуғы бар тыныс тормошҡа!
Әммә ниңә бик күп кешенең
Ғүмер юлы әйләнә тамуҡҡа?
Һорау тыуҙы миндә. Ниңә
Кеше яҙмышы менән уйнайҙар?
Донъя йәмен күреп өлгөрмәгән
Бала ғүмерен утҡа ялғайҙар?
Кемгә кәрәк ул? Кемдәр һуң
улар?
Ҡанға сарсаған йәнһеҙ
әҙәмдәрме?
Нимә етмәй уларға, ни етмәй?
Ниңә ерҙе рәнйетәләр икән?
Ниңә күктә уттар сәсрәй?
Күҙ йәштәрен һыуҙай эсәләр бит,
Күпме йөрәк туҡтай тибеүҙән,
Күпме кескәй бала етем ҡала,
Йөрәк әрней шуны күреүҙән.
Яуап бындай: минең һүҙем барҙы
Тере аждаһалар турында,
Кешелекте тыныслыҡтан мәхрүм
иткән
Яуыз террорсылар хаҡында.
Әммә, ҡыҙғанысҡа күрә, бик күп
йәштәр
Аңлап етмәй тыныслыҡ ҡәҙерен.
Һис тә иртәгәһен уйламайҙар,
Ҡайғырталар бөгөн, хәҙерен.
Беҙгә күбәләктең ҡанат
ҡағыуындай
Ҡыҫҡа ғына ғүмер бирелә,
Шул ваҡытта кеше күңеленә
Инеп маташа шайтан, бире лә.
Бик күп йәштәр ғүмерен өҙә,
Шайтан уйынына алданып.
Алкоголь, наркотик минән
дуҫлыҡ ҡора,
Йәшәү мәғәнәһен шуларҙа
табып.
Әсә йөрәген һис тә уйламайҙар,
Ата һүҙен һанға һуҡмайҙар,
Киләсәктәрен дә
ҡайғыртмайҙар...
Ни булыр һуң үтһә йыл, айҙар?
Сәғәт инде дүртте һуғып үтте.
Мин тултырам ҡағыҙ биттәрен,
Һәр бер юлға һыя күңелемдә
булған
Бар уйҙарым, барлыҡ хистәрем.
Йәштәргә ышанып тапшырылған
Беҙҙең илдең тыныслығы ла.
Тыуған яғыбыҙҙың аяҙ күге
Әрме егеттәре ҡулында.
Әммә ҡайһы бер ныҡ, һау
егеттәр,
Башын һалып бахыр ауырыуға,
Әрме сафтарынан ҡасып ҡала.
Егеттәр, ә кем һаҡлар ерҙе?
Ә кем яҡлар ҡатын-ҡыҙҙы?
Нисек оялмайһың һин, егет
кеше?
Һинең әҙерәк намыҫың бармы?
Өс минуттан сәғәт биш тула.
Мин яҙам, юям, тағы ла яҙам,
Туған халҡым хаҡында
яҙмайынса
Күңелемә тынғылыҡ тапмам.
Ҡыҙғаныс, әммә ысынбарлыҡ:
Күптәр башҡортлоҡтан ояла.
Әгәр хәлдәр былай дауам итһә,
Халҡыбыҙ данынан ни ҡала?
Аҡмулла, Рәми, Салауат
рухтарын
Рәнйетәбеҙ, телде онотоп,
Мәҙәниәтебеҙҙе һанға һуҡмай,
Заман заңдарына алданып...
Алты тулды. Ә был
проблемаларҙан
Сығыу ысулдары бармы икән?
Яуап ябай: һуң, әлбиттә, бар,
Барыһы тора беҙҙән – кешенән.
Донъя яҡтырыр ине, әгәр һәр бер
кеше
Ябай ғына изгелек ҡылһа ла,
Хәленән килгәнсә икенсегә
Ярҙам ҡулын ғына һуҙһа ла.
Илһөйәрлек тойғоһон уятайыҡ
Һәр әҙәмдә – ҡартта, балала.
Ветерандарыбыҙҙы онотмайыҡ,
Арабыҙҙан киткән булһа ла...
Йондоҙ атылыуындай ҡыҫҡа
ғүмерҙәрҙе
Насар ғәҙәткә сарыф итмәйек,
Яҡшы эштәр ҡыла башлар өсөн
Яңы аҙна башын көтмәйек!
...Ҡояш ҡалҡа. Һыҙылып таң ата.
Ваҡыт яҙмама нөктә ҡуйырға.
Мине онотҡан йоҡо фәрештәһе
Саҡ килде бит минең яныма.

Лилиә Алтынбаева,
Темәс урта мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы.
Баймаҡ районы.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Йәшәү - бәхет

20.05.2019 - Йәмғиәт Йәшәү - бәхет


Ололар тәрбиәһе балаға тамыр бирә

Эш һөйгәнде ил һөйөр

15.05.2019 - Йәмғиәт Эш һөйгәнде ил һөйөр


Беҙ барыһын да булдырасаҡбыҙ!

Ауылдар мәңге йәшәһен!

13.05.2019 - Йәмғиәт Ауылдар мәңге йәшәһен!


Кеше исемен  күтәреп йәшә,  замандаш!

Телебеҙ  яҡлауға мохтаж

04.05.2019 - Йәмғиәт Телебеҙ яҡлауға мохтаж


Һеҙ «цифр»ға тоташтығыҙмы?

Эргәһендә ҡурҡыныс булһа ла, матур

Тыуған төйәк бер генә

23.04.2019 - Йәмғиәт Тыуған төйәк бер генә


Тел ҡәҙере, ҡөҙрәте бөтмәһен!

Олатайым әйткәнен үтәрбеҙ!