RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

Йәмғиәт Өс һөйләм менән

Стәрлетамаҡта физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлә. Был маҡсатҡа «2006 – 2015 йыл­дарға Рәсәй Федерацияһында физкультура һәм спортты үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһы буйынса металл конструкциялар, төп панелдәр һәм ҡыйыҡ ябыу материалдары һатып алыуға 30 миллион һум, шулай уҡ Башҡортостан ҡаҙнаһынан 60 миллион һум аҡса бүленгән. Физкультура-һауыҡтырыу комплексын сафҡа индереү киләһе йылға планлаштырыла.

Өфөнөң «Информреклама» нәшриәтендә Башҡортостан ҡалалары – Стәрлетамаҡ һәм Туймазы күренештәре менән открыткалар серияһы донъя күрҙе. Һәр комплектта 16-шар открытка. Уның артында һүрәтләнгән объекттар хаҡында мәғлүмәт кенә түгел, фото авторҙарының фамилиялары ла бирелгән.

«Әл-Әзһәр» халыҡ-ара Ис­лам университетында (Мысыр) белем алған беҙҙең республика студенттары тыуған илендә йәйге практика үтергә ҡайтты. Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты йүнәлтмәһе буйынса улар республика райондарына барып, урындағы имамдар эшендә ярҙам итә башланы. Йәйге практика үткәндән һуң студенттар БР мосолмандары Диниә назаратына тулы отчет бирергә тейеш.

Педагогтарҙың республика кәңәшмәһе алдынан «Башин­форм» агентлығы сайтында мәғарифтың көнүҙәк мәсьәләләренә арналған фекер алышыу майҙансығы асыл­ғайны. Виртуаль педсовет ябай интернет файҙаланыусыларына үҙе тураһында белдерергә, бөгөнгө мәктәптең проблемалары хаҡында һөйләргә мөмкинлек бирә. «Педсовет – 2010» дискуссия май­ҙансығы «Башинформ» сайтында 2010 йылдың 30 авгусына ҡәҙәр эшләйәсәк.

24 августа Өфөлә Башҡор­тос­тан менән Свердловск өлкәһе эшҡыуарҙарының ике яҡлы бизнес-форумы үтәсәк. Сверд­ловск өлкәһе вәкилдәре Өфөлә сәнәғәт етештереүселәре менән осрашасаҡ. БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы республиканың күршеләр менән хеҙмәттәшлекте яйға һалырға теләгән эшҡыуарҙарын бизнес-форумда ҡатнашырға саҡыра.

20 августа Ҡаҙан ҡалаһының үҙәк автовокзалынан Магни­тогорскиға тәүге автобус юлға сығасаҡ. Яңы автобус маршруты Чистополь, Әлмәт, Бөгөлмә, Баулы, Октябрьский, Өфө, Архангел, Белорет аша үтәсәк. Конди­ционерлы уңайлы автобус Ҡаҙандан йомала көндөҙгө сәғәт 3-тә ҡуҙғала, маршрут оҙонлоғо – 980 саҡрым, юлда барыу ваҡыты –19 сәғәт 30 минут.

Р. ЙӘНСУРИНА әҙерләне.





Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


Вернуться назад