НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Утлы һуғыш аша ҡайтты олатайҙар даны
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 15-01-2011, 10:38


Ҡартатайым, һуғыш ветераны Ғиззәтулла тураһында яҙып үткем килә. Үкенескә күрә, ул беҙҙең арала юҡ инде. 88 йәшкә тиклем Әлшәй районының Себенле ауылында Гөлшәмсиә өләсәйем менән татыу ғүмер иттеләр. Алты бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Уның һөйләгәндәрен бөгөнгөләй хәтерләйем. һуғыш йылдарын кисә генә булып үткән кеүек иҫкә ала торғайны. Бына нисегерәк булған ул йылдар:...

Мәңгелек хәтер тантанаһы
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 15-01-2011, 10:37


Яңы Ҡараныш – боронғо Ҡотлоғужанан айырылып сыҡҡан ауыл. Бер-береһенә арҡа терәп йәнәшә һуҙылған дилбегә оҙонлоғо ике урамы ла Егән йылғаһына барып терәлә. Улар ыҡсым, йорттар төҙөк. Оло юлдан ситтә ятыуы сәбәпле, төпкөл ауылдан иҫәпләнә. Хрущев заманында, киләсәкһеҙ һаналып, электр утынан мәхрүм ителгәйне. Имеш, яңынан төп ауылға күсереп ултыртып, халыҡты тағы ла яҡтыраҡ мәҙәниәткә ирештерҙеләр....

Яу юлы
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 15-01-2011, 10:36


Учалы районының Яңы Байрамғол ауылынан һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Бәхтейәр Кейекбаев үҙенең ауылдашы Мофассал Шаһиев хаҡында район гәзитендә ике тапҡыр мәҡәлә баҫтыра. Шуның менән хушһынмайынса, Бәхтейәр бабай, йәш быуын фашизмдың ҡара йөҙөн, этлектәрен онотмаһын, тигән ниәттә махсус дәфтәр башлай, уны «Яу юлы» тип атай. Матур, тигеҙ, ваҡ хәрефтәр менән яҙылған ошо дәфтәрҙе беҙгә Гөләйшә Әхмәткирәева килтер­ҙе: «Быйыл, Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығында, «Йәшлек» гәзите уҡыусылары совет һалдаттарының, тылдағыларҙың фиҙакәр батырлыҡтарын иҫкә төшөргәндә, беҙҙең атайҙарҙың да исеме ситтә ятып ҡалмаһын». Аманатҡа хыянат ҡылмай, инде мәрхүм Бәхтейәр Кейекбаевтың яҙмаһын уҡыусыларыбыҙға тәҡдим итәбеҙ. Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаған, барыһы ла иҫтә......

Бәхет йондоҙо тыуғанда
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 30-10-2010, 01:42


Яуҙа күптәрҙе һоҡландырырлыҡ батырлыҡтар ҡылып, ғорур күкрәген орден һәм миҙалдар менән биҙәп, тыуған ауылы Кәпәй-Ҡыбауға (Бүздәк районы) ҡайтҡан Хәтмулла Солтанов, тыныс хеҙмәттә батырлыҡтарын дауам итеп, Соци­алистик Хеҙмәт Геройы исеменә, Октябрь революцияһы, «Почет билдәһе» ордендарына, әллә күпме миҙалға лайыҡ була....

Ғүмере – үҙе бер тарих
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 30-10-2010, 01:41


Олатайым 1901 йылдың 27 июнендә Һөләймән ауылында тыуған. Уға ете ай булғанда атаһы 33 йәшендә генә үлеп китә. Әсәһе итәгендә унан башҡа ике бала һәм ярҙам­ға мохтаж өләсәһе ҡала. Кеше бар нәмәне лә хәтерендә тота алмай, әммә аслыҡ уның хәтерендә юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдыра....

Олатайымдың күргәндәре гәзит битенә һыймаҫ
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 23-10-2010, 09:56


Олатайым – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәббәс Аҫылгәрәй улы Аҫылгәрәев 1903 йылдың 5 апрелендә Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй ауылында тыуа. Революцияға тиклем һәм унан һуң да, колхоз ойошторолғансы, иген игәләр, күп итеп мал аҫрайҙар. Хәлле йәшәйҙәр. Ул беренселәрҙән булып «Сынташ» колхозына, дүрт атын, ике һыйырын, ат-һабанын биреп, инә. Колхозда ярышып эшләйҙәр, бригада менән бригада ярышҡанда олатайымдың звеноһы гел алда була. Бесәнгә төшөп, тыныс ҡына эшләп йөрөгәндә һуғыш башлана....

Ҡорос йөрәкле Зарипов
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 5-10-2010, 10:34


Һүҙгә һаран донесениелар, ғәҙәттә, бай мәғлүмәтле була. Бына улар.
«1943 йылдың 5 июлендә Прохоровка ауылы янында башлан­ған һуғышта, – тип яҙыла 430-сы гаубица-артиллерия полкы тарихында, – расчет командиры сержант Зарипов дошмандың һөжүмен 12 тапҡыр кире ҡаҡты. 40 танк һөжүмгә килгәндә орудиеның накаты зарар күрҙе. Шуға ҡарамаҫтан, Зарипов снаряд артынан снаряд ебәреүен дауам итте һәм бер танкыны туҡтатты. Унан – икенсеһен. Башҡалары ситкә боролоп ҡотолдо. Ләкин бер аҙҙан тағы ике танк һәм десант килеүе күренде. Яҡын килгәнен көтөп, Зарипов расчеты уларҙы ла туҡтатты»....

Улар беҙҙең бәхет өсөн көрәшкән
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 28-09-2010, 15:28


Улар беҙҙең бәхет өсөн көрәшкән1941 – 1945... Эйе, был йылдар кешелектең хәтерендә мәңгелеккә урын алған. Йылдар, быуаттар үтер, әммә миллионлап кеше ҡорбан булған һуғыш, ауыр ғазаптар менән яуланған Еңеү онотолмаҫ. Беҙ был ғәрәсәтте кисермәнек, тик нәфис фильмдарҙан күреп, китаптан ғына уҡып беләбеҙ. Һуғыш афәте бер көнлөк сабыйҙы ла, түшәктә ятҡан ҡарт-ҡороно ла аямаған. Ил дошманына ҡаршы олоһо ла, кесеһе лә берҙәм күтәрелгән. Фронттағылар илбаҫар­ҙар менән алышҡанда, тылдағылар ҙа ҡул ҡаушырып ултырмаған. Ғөмүмән, һәр бер кеше оло Еңеүҙе яулар өсөн бар көсөн һалған....

Атай-әсәй рухы беҙҙә
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 28-09-2010, 15:25


Борон-борондан берәй ят кеше менән осрашҡанда: «Ҡайһы ырыуҙанһың, ниндәй һыуҙы эсәһең, атың-затың кем?» – тип һорашҡандар. Был бик һәйбәт тәрбиә ысулы булып торған. Кешегә шәжәрәһен иҫкә төшөрөргә, сығышын онотмаҫҡа ярҙам иткән.
...

Кем һин, агитатор егет?
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 11-09-2010, 11:12


Миңә Азов диңгеҙе ярындағы «Азов» санаторийында дауаланырға насип булғайны. Шунда Брянск ҡалаһынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Петр Гаврилович Чудаков менән һөйләшеп ултырырға тура килде. Ул, Башҡортостан Республикаһынан икәнемде белгәс, үҙенең Бөйөк Ватан һуғышында башынан үткәндәре, 1185-се уҡсылар полкында хеҙмәт итеүе тураһында һөйләне....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM