НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Һуғыш йылдарындағы ауыр бала саҡ онотолмаясаҡ
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 7-05-2011, 11:36


Һуғыш йылдарындағы ауыр бала саҡ онотолмаясаҡКөтмәгәндә илебеҙгә, шул иҫәптән Башҡортос­тандағы бәләкәй Иҫән ауылына ла ҙур ҡайғы килде: ҡаты һәм ҡанлы һуғыш башланды. Фронтҡа китеүселәр тәүге көндәрҙә, дошманды үҙ илендә тар-мар итеп, тиҙ арала еңеү менән ҡайтасаҡтарын белдерҙе. Ләкин көн дә меңәрләгән ауыл, ҡала, һалдаттарҙың күпләп ҡырылыуы тураһында һуғыш яландарынан ҡайғылы хәбәрҙәр килеп торҙо.
Ошо йылдарҙа беҙҙең ғаиләнән дүрт ағайым һуғышҡа китте һәм ҡарт атайымды ла хеҙмәт фронтына алдылар. Ләкин колхоз һәм ауыл советы рәйесенең һорауы буйынса бер нисә аҙнанан һуң Белорет ҡалаһынан ҡайтарҙылар....

Миәкәләр ҡаһарман улдарын онотмай
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 7-05-2011, 11:32


Майор Аҫылгәрәй Нафиҡов, ике тапҡыр яраланғас та атыша-атыша, батырҙарса һәләк була
Миәкәләр ҡаһарман улдарын  онотмайСатый мәктәбе уҡытыусылары һәм уҡыусылары ауылдаштарының Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы фиҙакәр хеҙмәтен тулыраҡ өйрәнергә тырыша. Бында патриотик тәрбиә буйынса күп кенә саралар үткәрелә....

Ҡәҙерле байрам
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 7-05-2011, 11:29


91 йәшлек яугир Мөҙәрис Бүләков сираттағы Еңеү яҙын ҡаршылауына сикһеҙ шат
Ҡәҙерле байрамБөйөк Ватан һуғышы ветераны Мөҙәрис Юныс улы Бүләков тураһында яҙыу күптәнге хыялым ине. Уны тор­мош­ҡа ашырам тип, каникулдың бер көнөндә Мәләүез яҡтарына юлландым....

Булманы башҡорт ҡайҙарҙа…
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 7-05-2011, 11:27


Салауат районының Лаҡлы ауылы егете һаҙый Мөхәмәтдинов Еңеү көнөн Германияла ҡаршылай
Булманы башҡорт ҡайҙарҙа…Һуғыш ветерандары Һаҙый олатай менән Зәйтүнә инәйҙәрҙең йорто Лаҡлы ауылының иң осонда, тауға терәлеп тигәндәй ултырған. Улар беҙҙе бик йылы ҡаршы алды, түргә саҡырҙы.
Һаҙый Харис улы, һуғыш йылдарын хәтеренә төшөрөп, бик ғазаплы кисерештәргә күмелде. Үлек тулы һуғыш яландарын яңынан күҙ алдына килтереп, күҙҙәренән бер туҡтауһыҙ йәш аҡты....

Ауылдаштарым еңеүҙе яҡынайтыу өсөн көсөн йәлләмәне
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 7-05-2011, 11:26


Мин Күгәрсен районының Ҡасҡын ауылында тыуғанмын. Бала саҡ йылдарым шунда үтеп, Бөйөк Ватан һуғышының башын, Еңеү көнөн дә тыуған еремдә ҡаршыланым.
1941 йылдың июнь айы бөгөнгөләй хәтерҙә. Иҫкә төшһә, йөрәк һуға, ҡулдар ҡалтырай башлай. Миңә 10 йәш ине. Ул көндө тау аръяғындағы баҫыуҙа әбейҙәр һәм балалар иген утайбыҙ. Бригадир килеп, немец фашистарының илебеҙгә ҡаршы һуғыш башлауын хәбәр итте.
Әбейҙәр белгән доғаларын уҡый, беҙ, балалар, илайбыҙ....

Беҙҙең үтенес ишетелерме?
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 7-05-2011, 11:23


йәки Бала сағы урланған һуғыш осоро балаларын кем хәстәрләр?
Һуғыш осоро балалары… Бөгөнгө йәшәү рәүешебеҙҙең тамырҙары нәҡ ана шул барлыҡ ауырлыҡты кисергән һуғыш осоро балаларына барып тоташа.
Ветерандарҙың 2010 йылдың октябрендә Мәскәүҙә үткән съезында һуғыш осо­ро балаларына иғтибарҙы арттырыу, дәүләт тарафынан ярҙамды көсәйтеү тураһында һүҙ барғайны. Ошо уңай­ҙан ил етәкселәренә мөрәжәғәт тә ҡабул ителде. Ғәҙәттәгесә, ул ҡағыҙҙа ғына ҡалмаҡсы, ахыры.
Һуғыш осоро балаларына дәүләт кимәлендә ярҙам ойоштороу мәсьәләһендә район советына үҙебеҙ һайлап ҡуйған депутаттарыбыҙҙың да тос ҡына һүҙҙәре ярап ҡалыр ине. Район кимәлендә генә лә, исма­һам, ветерандарға иғтибар көсәйһә икән....

Ҡамауҙа
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 7-05-2011, 11:21


Бер үҙәккә еткәйнек – кеше кү-үп. Беҙҙекеләр. Ҡайҙан килеп был хәтлем булып ойошҡандарҙыр? Барып ҡарап торҙом. Үҙәк тә үҙәк. Тегендә дошмандың оборонаһы. Ныҡ нығытыл­ған. Инде төн ҡараңғыһы. Теге лейтенантыбыҙ, плащ-палаткаһын бөркәнеп кенә, фонарик менән картаһын йәнә ҡараны ла:
– Иптәштәр, – тине, – бында бик ҙур ауыл. Булһа, бынан саҡрым йә саҡрым ярым булыр. Әгәр ошо юл менән китһәк – эләгәбеҙ. Унда – котел. Немецтар шул котелда беҙҙе ҡурып ашарға әҙер генә тора, – тине. – Бына был яҡта таллыҡ: йәйгеһен унда эт үткеһеҙ һаҙлыҡ, ҡыш көнө эт үткеһеҙ көрт. Шул яҡтан китмәһәк, булмай. Кем башлай?
– Мин, – тине берәү....

Ҡамауҙа
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 30-04-2011, 17:21


Аҫыл ирҙең даны үҙенән алда йөрөр. Халҡыбыҙҙың был аҡыллы һүҙҙәренең ни тиклем хаҡ икәненә күп тапҡыр үҙ тәжрибәмдә ышанырға һәм уларға инанырға насип булды миңә. Баймаҡ районының Ғөбәйдулла (Ҡуштүбә) ауылында тыуып үҫеп, аҙаҡ республикабыҙҙың тәүге баш ҡалаһы Темәстә төпләнгән Миндеғол ағай Арыҫланов менән дә шулай булды. Үҙе менән танышҡанға тиклем байтаҡ йылдар элек үк уның генерал Миңлеғәле Шайморатов командалыҡ иткән 16-cы башҡорт гвардия кавалерия дивизияһы ветераны, заманында Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителеп тә, ниндәйҙер һылтаумы, сәбәпме арҡаһында уны ала алмауы хаҡында хәбәрҙар инем. Әммә беҙгә тәүләп осрашыу бары 2000 йылда ғына, икенсеһе 2008 йылда насип булды. Ике быуат сигендәге шул ике осрашыу ваҡытында ул мине үҙенең яу хәтирәләре менән кинәндергәйне. Әле шунан бер өҙөк тәҡдим итмәксемен....

Исемдәребеҙҙе күреп ҡыуандыҡ
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 30-04-2011, 17:05


“Тыл батырҙары” китабының ун алтынсы томында 1941 – 1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышы осоронда тылда фиҙакәрлек күрһәткән ауыл эшсәндәренең исемлектәре бирелгән. Шул иҫәптән Хәйбулла районының Иҫәнгилде ауылынан да Бөйөк Ватан һуғышы осоронда эшләгән байтаҡ хеҙмәт кешеһенең тулы исем-фамилияһы индерелгән. Бөгөн дә ҙур булмаған ауылда әҙме-күпме элекке тыл эшсәндәре йәшәй....

Эҙләү дауам итәсәк
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 9-04-2011, 10:52


Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостанда тыуған 127 меңдән ашыу яугир хәбәрһеҙ юғалған, 100 меңдән ашыу кешенең ҡайҙа ерләнгәне лә билдәһеҙ – улар яу яланында ятып ҡалған....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM