НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Башҡортостан бөркөтө
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 10-05-2011, 10:59


Яҡташыбыҙ Муса Гәрәевҡа 1945 йылдың 2 майында бер юлы ике Алтын йондоҙ миҙалы һәм Ленин ордены тапшырыла. Бүләкләнеү тураһындағы указдар 1945 йылдың 23 февралендә һәм 19 апрелендә сыға.
Бүләктәрҙе өлкән йәштәге летчик, генерал Т. Т. Хрюкин тапшыра. «Онотма, Муса, был көндө, – тип арҡаһынан һөйә егетте, – бер юлы ике награда башҡа бер кемгә лә бирелгәне юҡ. Шуны онотма!»....

Хәйбулла шайморатовсылары
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 10-05-2011, 10:58


1941 йылдың 17 ноябрендә Башҡортостанда ойошторолған кавалерия дивизияһында хеҙмәт иткән беҙҙең райондың өс яугир-кавалерисы тураһында яҙмаҡсымын.
Ғүмәр Ғибәт улы Нагаев 1916 йылда Турат (хәҙер Иләс) ауылында күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ир ҡорона ингәс, Хәйбулла районының Һамар ауылында ойошторолған тракторсылар әҙерләү курсында ярты йыл уҡып сыға һәм, «Ҡыҙыл юл» колхозына ҡайтып, тракторҙа эшләй башлай. 1937 йылда хәрби хеҙмәткә алынып, Житомир өлкәһенең Обруч ҡалаһында артиллерист булып хеҙмәт итә. 1939 йылдың авгусында Алыҫ Көнсығышта япондарға ҡаршы Халхин-Гол өсөн барған һуғыштарҙа ҡатнаша. Япон милитаристарын ҡыйратҡас, көҙ көнө хәрби хеҙмәттән ҡайта һәм тыуған колхозында эш башлай....

Өнһөҙ шаһиттар
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 10-05-2011, 10:57


йәки Украинанан килтерелгән һыйырҙың башҡорт, урыҫ, ҡаҙаҡ ғаиләләрен аҡлы иткәне
1946 йылдың майы баштарында ҡарап ҡына торған ҡуңыр һыйырыбыҙ, ике айҙай ауырығандан һуң ятып үлгәс, беҙ, биш бала, бөтөнләй аҡһыҙ тороп ҡалдыҡ. Майлаһаң, сабата ла бата, тигәнгә таянып, атайым менән әсәйем, нисек тә булһа аҡса йүнләп, һыйыр һатып алырға булды. Атайымдың атаһы, указлы мулла Ғәбделҡотдостан ҡалған ҙур ғына ҡарағай келәтте, өй башында ҡабыҡ йәшниктә һаҡланған һигеҙ кәтүшкәле граммофонды һатып, һыйырлыҡ аҡса йүнләнеләр. Ҡыҙыл мәсет баҙарына бер нисә тапҡыр барһа ла, оҡшатҡан һыйырын тапмағас, гел буш ҡайтты....

Иҫтәлеккә ҡалды өсмөйөшлө һалдат хаттары
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 10-05-2011, 10:55


Хөсәйен Ғүмәровтың ҡыҙы Флүрә атаһының һалдат сәләмдәре теркәлгән был ҡомартҡыны ҡәҙерләп һаҡлай
Иҫтәлеккә ҡалды өсмөйөшлө һалдат хаттарыУҙған быуаттың тәүге яртыһында Баймаҡ районының Мәмбәт ауылында йәшәгән Хәҙисә һәм Әйүп Ғүмәровтарҙың ике ҡыҙҙары һәм белемгә ынтылған, эшкә дәртле һәм һәләтле өс улы араһынан өлкәне Хәсән – район советы рәйесе, кинйәләре Хәмзә – ВЛКСМ райкомының беренсе секретары вазифаларына күтәрел­һә, уртансылары Хөсәйен партия хеҙмәткәре була....

Ҡамауҙа
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 10-05-2011, 10:53


Әсәйем, өтәләнеп йөрөп, самауыр ҡуйып ебәр­ҙе. Ҡунаҡмын тип тик ултырманы, Хәҙисә апайым, тиҙ генә ҡулын йыуа һалып, уға булыша башланы. Минең иһә үҙ ғәмем.
Тәүҙә шуныһын әйтеп үтәйем. Һуғыш бөтөп, һалдаттар ҡайта башлағайны – бермә-бер еҙнәле малайҙар күбәйҙе. Бәхет шул булалыр инде: уларҙың бәғзеләре атайлы ла ине. Ә минең кеүектәрҙең атаһы ла, еҙнәһе лә юҡ. Тегеләр еҙнәләренән аҡса ала ла: “Бына миңә еҙнәм аҡса бирҙе!” – тип маҡтана. Маҡтанып ҡына ҡалмайҙар, магазиндан шул аҡсаларына өс-дүрт бөртөк кәнфит алалар ҙа (һатыусы шунан артығын бирмәй торғайны) юрый, бының күҙен ҡыҙҙырайым әле, тигәндәй, шуны һинең алдыңда супылдатып имәләр. Әле беҙҙең өйөбөҙгә ингән һалдатты әсәйемдең, кейәү, тип күрешеүе булды – эскә йылы йүгергәндәй итте. Һәм мин шунда уҡ: “Әһә, әсәйемә кейәү булғас, был кеше миңә еҙнә була бит инде. Еҙнә булғас, унан аҡса һорарға була”, – тип, уй төйнәй һалып ҡуйҙым (ошо уйыма бер асыҡлыҡ индереп китәйем....

Донъя яңылыҡтары
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 10-05-2011, 10:32


66-сы Еңеү парады
Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда 66-сы Еңеү парады үтте. Унда 20 мең хәрби һәм 100-ҙән ашыу хәрби техника берәмеге ҡатнашты. Илебеҙ халҡын Бөйөк Еңеү байрамы менән ҡотларға РФ Президенты Дмитрий Медведев та килгәйне.
Ҡыҙыл майҙан өҫтөнән Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәре флагтарын таҡҡан вертолеттар үтеүе байрамға йәм өҫтәне. Кискеһен 30 залптан торған салют булды. Баш ҡалала Еңеү хөрмәтенә салюттар 13 урында ойошторолдо...

Өфөлә «Хәтер аллеяһы» барлыҡҡа килде
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 10-05-2011, 10:29


Еңеү байрамын тантаналы билдәләү алдынан баш ҡалала «Хәтер аллеяһы»на нигеҙ һалынды.
Һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары, министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, ҡаланың почетлы граждандары, йәмәғәт һәм дини ойошмалар вәкилдәре Ватанды һаҡлаусылар иҫтәлегенә исемләп 11 ағас ултыртты. Республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Юлай Ильясов Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Даян Мурзин менән, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фәхретдинов – Өфө ҡала һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы рәйесе Анатолий Анчунов, М. Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университетының Өфө филиалы директоры Василий Бабенко Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Вера Бәширова менән бергәләп ағас ултыртты.
Республиканың һәм Өфө ҡалаһының баш раввины Дан Кричевский ултыртҡан ағастарын холокост ҡорбандары иҫтәлегенә арнаны....

Еңеү тантанаһы – район-ҡалаларҙа
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 10-05-2011, 09:50


Еңеү яҙын 200-ҙән ашыу ветеран ҡаршыланы
Мәләүез районында 66-сы Еңеү яҙын 200-ҙән ашыу ветеран ҡаршылай.
Уларҙың иң йәше инде 84-те үткән. Шуға күрә быйыл районда һуғыш ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре, һуғышта һәләк булыусыларҙың ғаиләләре менән йорттарында осрашыуҙар ойоштороуға ҙур иғтибар бирелде. Медицина хеҙмәткәрҙәре һуғыш ветерандары һәм инвалидтарына комплекслы медицина күҙәтеүе үткәрҙе, «Тимур командалары» ветерандарҙың йорт-ихаталарын тәртипкә килтерҙе, киң мәғлүмәт саралары Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың ҡаһарманлыҡтарына арналған материалдар, телетапшырыуҙар әҙерләне. Белем биреү һәм мәҙәниәт учреждениеларында Бөйөк Еңеүгә арналған саралар үтте. 9 майҙа иһә Мәләүез ҡалаһында Ватанды һаҡлап һәләк булыусыларға арналған мемориал янында театрлаштырылған тамаша һәм байрам концерты үтте....

«Хыялдарым тормошҡа ашты»
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 7-05-2011, 11:42


«Хыялдарым тормошҡа ашты»Был ғәжәйеп кешеләр – Хизбулла олатай һәм Сания инәй менән үткән көҙ осрашып таныштым. Икеһе бер-береһенән күҙен алмай, янынан үтеп барғанда ла арҡаларынан ҡағышып, серле йылмайышып ҡына ултырған был икәү, әйтерһең, еңгәләре бикләп ҡалдырған өйҙән яңы ғына килеп сыҡҡан йәш кәләш менән кейәү балаҡай – күҙ ҡыҙмалы күренеш. Йәшлек хистәрен 90 йәшкәсә түкмәй-сәсмәй алып килтереп еткереү һәр кемгә лә тәтемәй шул. Үҙҙәре хаҡында һөйләгәндә лә, Хизбулла олатай – кәләше хаҡында, кәләш иһә үҙенең хәләле хаҡында һөйләүен белде....

Ҡайғыбыҙҙы эскә йотоп йәшәнек һәм йәшәйбеҙ
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 7-05-2011, 11:37


Атайҙары ҡайтмағандарҙың балалары обелискыны ҡарап илай
Ошо көндәрҙә, Еңеү байрамы алдынан, һуғыштан ҡайтҡан еңеүселәр­ҙе, тыл ветерандарын саҡырып ҡунаҡ иттеләр, күкрәктәренә миҙалдар таҡтылар, ҡыуандыр­ҙылар, йырланылар, бейенеләр, иланылар. Килә алмағандарына өйҙәренә йөрөнөләр. Ә беҙ, тыл ветерандары категорияһына инә алмай ҡалғандар, 73 – 75 йәштәр араһындағы ололарбыҙ. Күҙе­беҙҙә – быяла, ҡолағыбыҙҙа – аппарат. Күбебеҙ инвалид, үлеп бөтөп барабыҙ. Беҙҙе бит әсәй­ҙәр ауыр һуғыш ваҡытында 7 – 8 йәштән бер эштән дә ҡалдырманы: бесән, башаҡ йыйҙыҡ, иген утаныҡ, аслы-туҡлы йөрөп, уҡыуыбыҙҙы ла ҡалдырманыҡ. Бер көн прогул яһаһаң, атай өсөн килгән 4 һумлыҡ пособиены ла бирмәнеләр. Беҙҙең дә ҡайғыбыҙ ауыр, олоғайған һайын ул арта ғына. Атайым, уның ағаһы, ҡустыһы һуғышҡа китеп, өсәүһенең береһе лә әйләнеп ҡайтманы. Улар, Камалетдиновтар, ил өсөн ҡанын ҡойҙо, йәнен бирҙе....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM