RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Буҫтыбайҙың ейәндәре

12.09.2014 Буҫтыбайҙың ейәндәре

Буҫтыбайҙың ейәндәреБуҫтыбайҙың ейәндәреМинең әсәйем Гөлбикә Саҙретдин ҡыҙы Сәлихова 1934 йылда Күгәрсен районының Буҫтыбай ауылында тыу­ған. Уның ҡыҙ фамилияһы – Теүәлбаева. Был фамилия әсәйемдең тыуған ауылына исем биреүсе Буҫтыбайҙың Теүәлбай тигән улының исеменә барып тоташа. 1816 йылғы VII халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, ауылда Аланбай (54 йәш) һәм Теүәлбай (45 йәш) Буҫты­баевтар йәшәгән. Аланбайҙың Ҡаҙнаш (46 йәш) исемле ҡатыны менән Нуралибай (20 йәш) һәм Кәлимулла (18 йәш) тигән ике улы булған. Йорт йөҙбашы (юртовой сотник) Теүәлбай, ҡатыны Нурсолтан (34 йәш) менән Мөхәмәтҡолой (9 йәш), Мөхәмәтғәле (3 йәш) исемле улдар тәрбиәләгән. Уларҙың шулай уҡ Хәлит Ғабдуллин (54 йәш) исемле ике туған ҡәр­ҙәштәре булған. Уның ҡатыны – Ҡоласәс (51 йәш). Бай­тирәк исемле улдары (26 йәш) Гөлбәғиҙә (23 йәш) исемле ҡыҙға өйләнгән.

Ул ваҡытта ауыл 10-сы башҡорт кантонының 19-сы йортона ҡарай. Ауылда 134 ир-егет һәм 80 ҡатын-ҡыҙ йәшәй. Юғарыла телгә алын­ған халыҡ иҫәбе материалдарына нигеҙләнеп, XVIII быуаттың тәүге яртыһында (яҡынса 1740 йылда) тыуған, тип әйтергә мөмкин.

Саҙретдин ҡартатайымдың фа­милияһы Теүәлбаев булһа ла, уның нәҫеле Аланбай Буҫты­баевтың улы Кәлимулланан килә. Был турала 1850 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һәм метрика теркәү материалдары дәлилләй. XIX быуат уртаһындағы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Кәлимулла 1844 йылда 59 йәшендә вафат була. Уның ҡатыны Мәлихә (46 йәш) һәм Нәбиулла (18 йәш), Әсәҙулла (17 йәш), Зәйнул­ла (14 йәш) исемле улдары ҡала. Әсәҙулла Кә­лимуллин Ғәбиҙә Ихсановаға (18 йәш) өйләнгән була. 1844 йылда вафат булған Нурали Аланбаевтың Гөлбостан (14 йәш), Гөлөстан (9 йәш) исемле ҡыҙҙары теркәлгән.
Теүәлбай Буҫтыбаев 1836 йылда үлә. 1850 йылда Ураҡбикә Яны­ҡаева (56 йәш) исемле ҡатыны иҫән була әле. Мөхәмәтҡолой Теүәлбаев исемле улы һәм Бибигөлъямал исемле килененең Малыбай (1835 йылда үлгән), Әсфәндиәр (9 йәш) тигән улдары, Хәбибъямал (6 йәш), Вафиямал (3 йәш) исемле ҡыҙҙары тыуа. Фариза Ниғмәтул­линаны кәләш итеп алған Теүәл­байҙың икенсе улы Мөхәмәтғәлиҙең Ғәйшә (15 йәш), Хәҙисә (4 йәш) тигән ҡыҙҙары булыуы билдәле.

Метрика яҙыуҙарына ҡарағанда, Ғәбиҙә һәм Әсәҙулла Кәлимул­линдарҙың 1852 йылдың 6 апрелендә минең Саҙретдин ҡартатайымдың атаһы булған Зәйнә­ғәбдин исемле улдары донъяға килгән. Шулай уҡ уларҙың 1853 йылдың 21 декабрендә Тажетдин, 1876 йылда Мөхәмәтхафиз исемле улдары тыуа. Мәлихә менән Кәлимулла Аланбаевтарҙың Зәй­нулла (1853 йылда тыуған) исемле тағы бер балаһы булған. Үкенескә күрә, бөтә метрика яҙмалары ла архивтарҙа һаҡланмаған. Икен­сенән, табылған бөтә мате­риалдар­ҙы ла бер мәҡәләлә генә ҡулланып булмай. Бөгөнгә тиклем килеп еткән документтар күрһәтеүенсә, Зәйнәғәбдин Йомабикә исемле ҡыҙҙы кәләш итеп алған. 1889 йылдың 20 сентябрендә улар­ҙың Сәйфетдин тигән улдары тыуған. Ҡартатайымдың һөйләүе буйынса, ул 1900 йылда донъяға килә. 1920 йылғы йорт иҫәбен алыу карточкаһында Буҫ­тыбайҙа йәшәүсе 70 йәшлек Зәйнәғәбдин Әсәҙулла улы Теүәл­баев теркәлгән. Уның ҡатынына 50 йәш була. Бер улы (35 йәш), ике килене (30, 25 йәштә), өс ҡыҙ (12, 8, 5 йәштә) улар менән бергә йәшәй, тип яҙыл­ған. Уларҙан тыш, әлеге ваҡытта бер йыл инде армияла хеҙмәт итә, тип 35 һәм 20 йәшлек ике улы барлығы белдерелгән. Хеҙмәттә булыусы улдарының береһе – Саҙретдин ҡартатайым. Ул граждандар һуғышы йылдарында хеҙмәткә алына, сигенгән армия сафында Ҡытайға тиклем барып етә. Ҡытай яғына сыҡҡас, армия таралып бөтә. Ул яҡташтары менән үҙҙәрен аҫрар өсөн эш табып эшләргә тейеш була. Районы­быҙҙың Сәлих ауылынан Ғилмет­дин Әхтәмов та улар менән бергә йөрөп ҡайта. Уның һөйләүе буйынса, бер ваҡыт улар мейес сығарырға яллана. Мейестең нисек ҡоролоуын улар мейесте һүткәндә өйрәнгән. Һалып бөтһәләр, төтәй икән. Һүтеп, яңынан һалырға тура килә. Күпмелер ваҡыт үткәс, тыуған яҡҡа ҡайтырға сығалар. Зайсан күле тирәһендә сикте үткәс, улар­ҙы ҡулға алалар. Һаҡ аҫтында булғандарында ашханала картуф әрсейҙәр. Бер ваҡыт Ҡытай яғынан аҡтар һөжүм итә башлай. Ҡыҙылдарҙың етерлек ғәскәре булмағас, улар ҡартатайымдарға Ҡыҙыл армия сафында һуғышырға тәҡдим итә. Шулай итеп, аҡтарҙы ҡыйратыуҙа улар ҙа ҡатнаша. Ҡартатайымдар тағы күпмелер ваҡыт хеҙмәт иткәндән һуң тыуған илдәренә әйләнеп ҡайтҡан.

1983 йылда, ҡартатайым вафат булғас, Ғилметдин Әхтәмов менән осрашырға барҙым. Ул миңә үҙҙәренең мажараларын аңлатты. Башҡортостанда Ишембай ра­йоны­ның Маҡар ауылы тирәһендәге һуғышта ҡатнашыуҙары, республикабыҙҙың көньяғынан Урал аръяғынан төньяҡҡа барыуҙары, Ҡы­ҙыл йылғаһы буйында ҙур һуғышта ҡатнашыуҙары, Ҡустанай ҡалаһы аша Ҡаҙағстандың көньяҡ-көнсығыш яғына сигенеүҙәре ту­раһында һөйләне. Мәҫәлән, 1920 йылдың февралендә улар Уржар тигән ауыл янында тау араһында була. Тау баштарында, тирә-яҡта ҡар ятҡан, ә аҫта сәскәләр атып ултырған. Сит илдә йөрөгәндә, Саҙретдин ҡартатайым тиф менән ауырып киткән. Шул заманда уларҙың төркөмө тауҙан шәп итеп ағып килгән Сарысу исемле йылға аша һал менән сыҡҡан. Көслө ағын һалдарын ауҙар­ған. Ҡаты ауырыған ҡартатайым түңкәрелгән бричка аҫтында тороп ҡалған. Уны оҙаҡ ҡына эҙләгәндәр. Иҫен юғалтҡан хәлдә тап­ҡандар. Иптәштәре уны ташламайынса үҙҙәре менән алып киткән. Бына ошо ваҡиғанан һуң ул оҙаҡламай шәбәйгән. Ул һуңынан да: «Минең ауырыуымды Сарысу алып кит­те»,– ти торғайны. Ғ. Әхтәмов шулай уҡ уларҙың Феликс Дзержинский ҡул ҡуйған документтары булыуы тураһында һөйләне. Ул: «Минең документым һаҡланманы, ҡартатайың һаҡсыл кеше ине, уныҡы һаҡланғандыр ул», – тигәйне. Үкенескә күрә, ҡартатайымдан да ундай документ беҙгә ҡалманы.

1920 йылғы йорт иҫәбе картаһында Зәйнәғәбдин Теүәлбаев­тың бер аты, һыйыры, быҙауы, ике һарығы, кәзәһе, ике тауығы, ике санаһы, ар­баһы, төрәнле һуҡаһы, тимер ат тырмаһы, ике салғыһы,өс урағы булыуы яҙылған. Уның ғаиләһе ике дисәтинә бойҙай, 0,67 дисәтинә тары, 5 бот картуф, 20 фунт киндер сәскән. 1,33 дисәтинә ҡулланылмаған ерен йәмғиәт фондына кире ҡайтарған.

Саҙретдин ҡартатайым тыуған ауылына ҡайтмаҫ борон уның ата-әсәһе, күп кенә туғаны вафат була. Ҡайтыуына тыуған йорто урынында эре ҡый үләндәре үҫеп ултыра. Ике туғаны Әбдел­ғәлим Теүәлбаев ҡартатайымды үҙенең өйөнә йәшәргә ала. Күпмелер ваҡыт үткәс, ул өйләнә, атай йорто урынына өй һалып, йәшәй башлай. Ауылдың 1926 йылғы йорт хужалары исемлегендә Саҙретдин ҡартатайым үҙ йортонда йәшәүсе тип күрһәтелә. Уның менән бергә ғаилә ағзалары – өс ҡатын-ҡыҙ йә­шәүе лә билдәләнгән. Әсәйем­дең һөйләүе буйынса, улар­ҙың бе­реһе – өләсәйем Байрамбикә, икен­сеһе – ҡәйнәһе Заһиҙә, өсөнсөһө беренсе балалары – Һылыу­бикә инәйем (1926 йылғы) булыуын беләм.

1920 йылда Буҫтыбай ауылында Әсфәндиәрҙең улдары Әхмәҙиә, Мө­хә­мәҙиә, Әбдел­ғәлим һәм Яйыҡ­бай Ғәли улы Теүәлбаевтар йәшәй. Уларҙың икеһенең, йәғни Мөхәмәҙиә (43 йәш) менән Әбделғәлимдең (25 йәш) профессия графаһында «итексе» тип күрһәтелгән. Ысынлап та, улар бик оҫта итексе булған.
XIX быуаттың тәүге яртыһында һәм урталарында Буҫтыбай ауылында отставкалағы зауряд-хорунжий Әҙелмырҙа Байназаров (58 йәш), зауряд-есаул Мөхәмәт­шәриф Ишҡужин (1849 йылда үлгән) һәм зауряд-есаул Ғәйнулла Уңғаровтың (1847 йылда үлгән) ғаиләләре йәшәгән.
1850 йылда ауылда 262 ир-егет һәм 266 ҡатын-ҡыҙ ғүмер иткән.

Ҡартатайым үҙҙәренең араларының исемен «зәйет» тип әйтә торғайны. Араның бындай исеме XVIII быуатта йәшәгән кеше исеменән барлыҡҡа килгән, тип фараз итергә нигеҙ бар. Мәҫәлән, 1816 йылда Буҫтыбайҙа 76 йәшлек Ҡасҡын Зәйетов йәшәгән. Тимәк, Зәйет үҙе тағы ла боронораҡ тыуған.
Буҫтыбайҙы халыҡ араһында Ишбирҙе тип тә атайҙар. Уның был исеме Ишбирҙе тигән кешенең исеменән барлыҡҡа килгән булһа кәрәк. 1816 йылда ауылда уның улы Ейәнсура Ишбирҙин (52 йәш) һәм ейәндәре Яхъя (15 йәш) менән Ғабдрахман (12 йәш) йәшәй. Һунынан Ейәнсуриндарҙың (Зиан­чурин) нәҫеле артҡан. ХХ бы­уат башында был ырыуҙың вәкиле Ғәҙелша Ейәнсурин республикабыҙҙың төрлө юғары вазифаларында, шул иҫәптән халыҡ комиссары (нарком) булып та эшләй. Ул минең Вазифа исемле ҡартәсәйемдең туғаны. Атайым иҫән саҡта уның йыш ҡына Бикеш ауылына һуғылып, юл ыңғайында сәй эсеп китеүе, тәү тапҡыр еңел машинала йөрөүе тураһында һөйләй торғайны. 1937 йылда Ғ. Ейәнсурин репрессияға эләгә, күп йылдар үткәс, уны аҡлай­ҙар. Шуның өсөн булһа кәрәк беҙ бәләкәй саҡта уның тура­һында аҙ һөйләй торғайнылар. Ҡартәсәйемдең ғаиләһе буйынса Буҫтыбай ауылының метрика яҙыу­ҙарында әлегә аныҡ ҡына мәғлүмәттәр таба алманым. Шуның өсөн Вазифа ҡартәсәйем менән Ғәҙелша Ейәнсуриндың нисек туған булыу­ҙарын әйтеүе ауыр. Ғ. Ейән­суринды ҡартатайым Саҙрет­дин да яҡшы белгән. Әлеге көндә Башҡортостан Республи­каһы Үҙәк дәүләт ижтимағи ойошмалар архивы директоры урынбаҫары Рифҡәт Вәлишин архивтың ғилми йыйынтығында, республиканың «Башҡортостан» һәм райондың «Хеҙмәткә дан» гәзиттәрендә һәм «Күгәрсен районы: Дәүерҙәр һәм яҙмыштар» йыйынтығында Ғә­ҙелша Ейәнсуриндың документтарға таянып әҙерләнгән тәфсилле биографияһын баҫып сығарҙы.

Саҙретдин ҡартатайымдың һәм Вазифа ҡартәсәйемдең ғаиләләре бер-береһенә яҡын йәшәгән. Шу­ның өсөн улар, беҙ бергә уйнап үҫтек, тигән.
Буҫтыбайҙа йәшәгән танылған шәхестәрҙең береһе тип Сәйет­ҡол ауылында тыуған Шә­миғол Бәҙретдин улы Бикбаевты атарға мөмкин. Уны халыҡ араһында Шәмиғол хәлфә тип беләләр. 1920 йылғы йорт иҫәбе материалдарында ул, Буҫтыбайға күсеп килеп йәшәй, тип теркәлгән. Документҡа йорт хужаһы (55 йәш), ҡатыны (40 йәш) һәм улы (5 йәш) яҙылған. Шул йылда Шәмиғол Бикбаевтың ғаиләһе ике дисәтинә бойҙай, 0,67 дисәтинә тары һәм 0,30 дисәтинә картуф сәскән. Уға айырым бер мәҡәлә арнарға мөмкин.

Ҡартатайым Саҙретдин тура­һындағы һөйләгәндәргә шуны ла өҫтәргә теләйем: ул Бөйөк Ватан һуғышына ҡатнаша. Еңеүҙе Поль­шала ҡаршылай. Ҡайтҡас, колхозда эшләүен дауам итә. Бай­рам­бикә өләсәйем менән Һылыубикә, Миңлетдин, Гөлбикә, Гөлсөм, Гөлшат исемле биш бала үҫтерә. Әлеге ваҡытта Башҡор­тостан һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә улар­ҙың йөҙҙән ашыу ейән-ейәнсәре, бүлә-бүләсәһе йәшәй. Улар Теүәлбаев, Сәлихҡолов, Сәлихов, Салауатов һәм Аҡкөбәков һәм бик күп башҡа фамилия аҫтында уңышлы эшләп йөрөй. Уларҙың барыһы ла – Буҫтыбайҙың ейәндәре.

Әхәт СӘЛИХОВ,
тарих фәндәре кандидаты.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә