RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Ҡеүәтле яңы Рәсәйҙә балаларыбыҙ беҙҙән яҡшыраҡ йәшәһен!»

04.12.2010 «Ҡеүәтле яңы Рәсәйҙә балаларыбыҙ беҙҙән яҡшыраҡ йәшәһен!»

«Ҡеүәтле яңы Рәсәйҙә балаларыбыҙ беҙҙән яҡшыраҡ йәшәһен!»Был – ил етәксеһенең маҡсатлы өсөнсө мөрәжәғәте. Үткән йыл, Медведев, демократия ҡиммәттәренә таянып, иҡтисадты модернизациялау, һәр өлкәлә алға китеш өсөн стимулдар булдырыу, белемле, ижади фекерләй белгән быуын тәрбиәләү, халыҡтың йәшәү сифатын яңы кимәлгә күтәреү, Рәсәйҙең инновацияларҙа уңыштарға өлгәшкән заманса держава икәнен раҫлау тураһында сәйәси стратегияһын бәйән иткәйне.
Быйылғы Мөрәжәғәтнамәлә лә, алдағы йылдарға күҙаллауҙар менән бер рәттән, Рәсәй йәмғиәтенең киҫкен проблемалары ла сағылыш тапты. Иң ҙур урындың балалар темаһына бирелеүе әһәмиәтле. Ил үҙ киләсәгенә битараф түгел. Президент бына нимәләрҙе билдәләне.

Иҡтисад – юғарыға, инфляция – түбәнгә
– Эшһеҙҙәр һаны бөгөн 5 миллион самаһы кеше тәшкил итә, йәғни, көрсөктөң «иң ҡыҙған» мәле менән сағыштырғанда, 2 миллион кешегә кәмегән. Әле беҙ көрсөккә ҡаршы күрелгән көслө сараларҙан һуң көйләнгән бюджет сәйәсәтенә күсәбеҙ. Бюджет ҙур түгел, үҫешкә аяҡ салмаһын өсөн, беҙ уны кәметәсәкбеҙ. Донъяның алдынғы илдәре үҙҙәренә ошо уҡ талаптарҙы ҡуйҙы.
Халыҡтың реаль килеме һуңғы айҙарҙа биш процентҡа артты. Киләһе йылда бюджет хеҙмәткәрҙәренә хеҙмәт хаҡын арттырыу ҡарал­ған. Йыл һайын пенсия күләмен күтәрергә лә сара табабыҙ.
Быйыл иҡтисад үҫеше дүрт процентҡа артты. Киләһе өс йылда инфляцияны йылына дүрт-биш процентҡа кәметергә иҫәп тотабыҙ.
ҡоролоҡтан зыян күргән төбәктәргә 150 миллиард һум самаһы аҡса бүленде. Ауыл кешеһен ауыр хәлдә ҡалдырмаясаҡбыҙ. Социаль һәм етештереү өлкәһендә эшләүсе бәләкәй эшҡыуарлыҡ предприятиеларына социаль страховкалау иғәнәләрен түбәнәйтеү тураһында ҡарар ҡабул иттем.

Модернизацияға – «йәшел ут»
– Беҙ йыл буйына технологияны модернизациялауҙың төп йүнәлештәре буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырыу менән маҡсатлы рәүештә шөғөлләндек.
Беҙҙең маҡсат – 2020 йылға тиклем иҡтисадтың энергоһөҙөмтәлелеген 40 процентҡаса күтәреү. Уға ирешеп була, мин быға тулыһынса ышанам. Ошо предприятиеларҙың сығымдарын кәметеүгә, граждандарҙың шәхси средстволарын экономиялауға (иң мөһиме, коммуналь түләүҙәргә ҡағыла) килтерәсәк.
Беҙҙә юғары технологиялар үҫешендә айырым уңыштар бар. Ватан атом тармағы дауамлы төҙөлөшкә кире ҡайтты. Әле илдә туғыҙ энергоблок төҙөлә, башҡа илдәр менән дә проекттар бойомға ашырыла. Тағы ла – бер тема: суперкомпьютерҙарҙың донъя рейтингына (ул «топ – 500» тип атала) бөгөн 11 Рәсәй системаһы инә. «Ломоносов» ҡеүәтле компьютеры, етештереүсәнлеге 2,5 тапҡырға артып, донъяның иң көслө иҫәпләү машинаһы буласаҡ. Быйыл йыл аҙағына тиклем ГЛОНАСС юлдаш төркөмө тулыһынса формалашып бөтә. Беҙ ағымдағы йылда донъя селтәрен урыҫ теленә «өйрәттек» – «.рф» домен зонаһы асыҡ һәм ул танылыу яулай. Ошоно беҙҙең ҡаҙаныш тип иҫәпләйем.
Ил фармацевтикаһының яңы стратегияһын ғәмәлгә ашырыуға тотондоҡ. Тиҙҙән баҙарҙа Рәсәй продукцияһының өлөшө 20 – 50 процентҡа үҫергә тейеш. Инновация препараттары иһә – 60 процентҡа тиклем.
Киләһе өс йылда әйҙәүсе университеттарҙың сәнәғәт компаниялары менән берлектәге тикшеренеү эшмәкәрлегенә 30 миллиард һум аҡса йүнәлтмәксебеҙ. Тағы ла бер мөһим проект: Мәскәүҙе эре халыҡ-ара финанс үҙәгенә әүерелдереү. Уны бойомға ашырыу федераль структуралар, ҡала хөкүмәте иңендә ята. Был эшкә Рәсәй һәм сит илдәрҙең эре финанс институттары ҡушылды.
Ниһайәт, ишәйәбеҙ, ахыры
– Модернизация, тип һөйләйбеҙ ҙә, ул, әлбиттә, үҙмаҡсат түгел, ул төрлө өлкәлә булған проблемаларҙы хәл итер өсөн ҡорал кеүек кенә. Беҙ йәштәребеҙгә, балаларға ҙур өмөт бағлайбыҙ. Барыһы ла улар өсөн эшләнә. Балаларыбыҙға, ейәндәребеҙгә ниндәй ил ҡалдырасағыбыҙҙан оялырға тейеш түгелбеҙ. Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙең кем ҡулына ҡаласағы ла мөһим. Илдә йәшәүсе 26 миллион бала һәм үҫмер тулы рәүештә үҫергә, сәләмәт һәм бәхетле, илдең лайыҡлы граждандары булыр­ға тейеш. Был – беҙҙең өсөн иң тәү сиратта торған бурыс. Киләһе быуындарҙы хәстәрләү – иң ышаныслы, аҡыллы, игелекле инвестиция ул.
2005 йыл менән сағыштырғанда, Рәсәйҙә тыуым 21 проценттан да күберәккә артҡан. Был – донъяла иң яҡшы күрһәткестәрҙең береһе. Сабыйҙар үлеме 25 процентҡа кәмегән, ғөмүмән, илдә халыҡ һаны арта. Был, әлбиттә, «әсәлек капиталы»ның, «Һаулыҡ» өҫтөнлөклө милли проектының, ғаиләне социаль яҡлауҙың башҡа сараларының да һөҙөмтәһе. Беҙ демография менән ныҡлы шөғөлләнә башланыҡ.
Беренсенән, әсәләр һәм балалар­ҙы сифатлы медицина менән тәьмин итеүҙе күтәрергә кәрәк. Шулай уҡ «Тыуым сертификаты» программаһын, кәм ауырлыҡта тыуған балаларҙы өс йәшкә тиклем дауалау системаһын үҫтереү, түлһеҙлекте дауалауға дәүләт ярҙамын арттырыу ҙа мөһим.
Икенсенән, балалар дауаханаларын технология яғынан яңыртыу, хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияһын күтәреү мотлаҡ. Ғөмүмән, сәләмәтлекте модернизациялауға бүленгән дөйөм сумманың 25 проценты балалар медицинаһына тотонолорға тейеш. Уның ике йылға 100 млрд һумға етеүе мөмкин.
Киләһе йылдан мәктәп балаларын диспансерлаштырыуҙы киңәйтергә ҡушам. Вакциналау, сирҙәрҙе иҫкәртеүгә кәрәкле сығымдар бүленергә тейеш.

Һәр өсөнсө балаға – бушлай ер
– Йәш һәм күп балалы ғаиләләргә ярҙам – бик мөһим мәсьәлә. Иң төп проблемаларҙың береһе – торлаҡ. 2008 йылдан «әсәлек капиталы»н торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙа ҡулланыу закон менән рөхсәт ителде. Бының менән 250 мең самаһы кеше файҙаланды ла инде. Артабан уны даими итеп ҡалдырырға кәрәк.
Эксперттар фекеренсә, күп балалыҡ (өс һәм унан да күберәк) – демография көрсөгөн хәл итеүсе сара. Минеңсә, ишле ғаиләләргә киң кимәлдә яҡшы йәшәү шарттары булдырылырға тейеш. Мәҫәлән, Ульяновск өлкәһендә өсөнсө һәм унан һуңғы бала тыуһа, 100 мең һум аҡса бүләләр, Иваново өлкәһендә йорт төҙөргә бушлай ер участкаһы бирелә. Был практиканы һәр ерҙә ҡулланырға мөмкин. Хөкүмәткә лә Ивановолағыса эшләү тәртибен ҡарарға ҡушам.
Балаларға ярҙам итеү маҡсатында хәйриә саралары ойоштороусыларҙы һалымдан азат итеү мөһим.
ҡайҙа ғына бармайым, балалар баҡсалары, ундағы буш урындар булмау хаҡында һорау бирәләр. Йыл башына бер миллион 684 мең бала баҡсаға йөрөүгә сиратта тора ине. Бала тыуыу менән ул шунда «баҫа». Был юҫыҡта төбәктәр булған балалар баҡсаларын төҙөкләндереү, яңыларын төҙөү өҫтөндә эшләргә бурыслы. Балалар баҡсаларына йөрөмәгән балаларға мәктәптәрҙә махсус мәктәпкә әҙерләү төркөмдәре булдырыу мотлаҡ.
Үкенескә күрә, илебеҙҙә 130 мең бала ғаилә йылыһынан мәхрүм. «Бер кемдеке лә түгел» категорияһына инеүсе балалар Рәсәйҙә, ғөмүмән, булырға тейеш түгел. Опека органдары һәр етемде ғаиләгә урынлаштырыуҙы, тәрбиәгә бала алған ғаиләгә булышлыҡ итеүҙе ойошторорға тейеш. Коррекцион балалар йорттары етди проблема булып ҡала. Беҙҙә балалар йортонан сыҡҡандарға ла социаль адаптация программалары кәрәк. Был урындағы власҡа ла ҡағыла.
2009 йылда Бала хоҡуҡтары вәкиле институты ла юҡҡа ғына булдырылманы. Балаларға ҡарата көс ҡулланыу – бөгөнгөбөҙҙөң ҡурҡыныс проблемаһы. Эске эштәр министрлығы биргән мәғлүмәттәр буйынса, былтыр 100 меңдән ашыу бала һәм үҫмер зыян күргән. Байтаҡ ҡына етем, тулы булмаған ғаиләлә үҫкән бала наркоманлыҡҡа, фәхишәлеккә, криминал­ға йәлеп ителә. Быға ҡағылышы булған вәхшиҙәрҙе ҡаты язаларға кәрәк. Балаларҙы көсләүселәргә былтыр ҡәтғи саралар күрә башланыҡ. Ғөмүмән, бындай типтағы енәйәтселәргә белем һәм тәрбиә биреү учреждениеларына ишекте мәңгелеккә ябырға тейешбеҙ.
Беҙҙә физик мөмкинлектәре сикләнгән, ауыр сирле кешеләргә инфраструктура юҡ тиерлек. Бигерәк тә инвалид бала өсөн был – проблема. Ошо мәсьәләне оноторға ярамай. Сәләмәт булмаһалар ҙа, ҙур спорт һәм ижади ҡаҙаныштары менән беҙҙе һөйөндөрөүселәр етерлек. Паралимпияла ҡатнашыусылар ошо иҫәптә. «Мөмкин булған мөхит» («Доступная среда») тигән яңы дәүләт программаһы инвалид балалар өсөн өҫтөнлөклө булыр, тигән өмөттәбеҙ.

«Беҙҙең яңы мәктәп»
– Йәш быуынды тәрбиәләү мәғариф системаһын модернизациялауға туранан-тура бәйле. «Беҙҙең яңы мәктәп» программаһын бойомға ашырыу барышында башланғыс мәктәп стандарты яңыртылды, урта һәм өлкән звено өсөн дә әҙерләнгән. Беҙҙә уҡытыусыларға квалификация талаптары, аттестация, һөнәри яҡтан ҡайтанан әҙерләү тәртибе барлыҡҡа килде. 2011 йылда педагогтарға илдең иң яҡшы мәктәптәрендә стажировка үтеү, вуздарҙа белемде камиллаштырыу маҡсатынан федераль бюджеттан ике миллиард һумдан ашыу аҡса бүленәсәк. Әммә төбәктәр, муниципалитеттар ҙа булышлыҡ итергә тейеш.
Түбәндәге мөһим мәсьәләләргә иғтибарҙы йәлеп итеү мөһим.
Беренсенән, 2011 йыл дауамында һәр мәктәп өсөн киләсәк мәктәбе проекты төҙөү зарур. Был – тәү сиратта уҡытыусылар, хәҙерге һәм элекке уҡыусылар, ата-әсәләр эше.
Артабан һәләтле балаларға булышлыҡ итеүҙең берҙәм милли системаһын булдырыуҙы тамамлау мөһим. Бала тәрбиәләү мәғарифтың ғына эше түгел, бында мәҙәниәт тә ҙур роль уйнай. Беҙгә балаларға ҡыҙыҡлы, сифатлы фильмдар төшөрөргә кәрәк. Ә инде төп урынды илһөйәрлек тәрбиәләүгә биреү – иң мөһиме. «Үҙеңде тәрбиәләмәй тороп, балаларыңды тәрбиәләү мөмкин түгел», – тигән Лев Толстой. Сәләмәт тормош алып барыу тураһында һөйләгәндә ошо һүҙҙәрҙе онотмаҫҡа ине. Ил халҡының 80 проценты спорт менән шөғөлләнмәй. Был – проблема.
Беҙҙең илдәге тәмәкеселек донъя­ла беренсе урында тора. Алкоголь ҡулланыусылар ҙа йәшәрә бара. Кем бәлиғ булмағандарға алкоголь продукцияһын һата, шуларҙы енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырырға кәрәк. Шул юҫыҡтағы закон проекты әле РФ Дәүләт Думаһында ҡарала.

Власть кешегә яҡыная
– Модернизация аҡыллы иҡтисад булдыра, шул уҡ ваҡытта ул аҡыллы сәйәсәт талап итә. Беҙгә дәүләт идараһы органдары эшмәкәрлегендә, дөйөм хеҙмәтләндереүҙә яңы стандарттар, суд һәм хоҡуҡ һаҡлау системаһының юғары сифатлы булыуы, ауыл һәм ҡала үҫешендә унда йәшәүсе халыҡтың ҡатнашыу формалары кәрәк.
Бының өсөн түбәндәгеләрҙе тәҡдим итәм: беренсенән, дәүләт менән граждандың көндәлек аралашыуында ябайлыҡ, асыҡлыҡ булдырыу мөһим. Властың иң төп бурысы – халыҡтың йәшәү кимәлен яҡшыртыу. Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәтләндереүҙе оптималләштерергә тырышабыҙ. Бөгөн күп төбәктәрҙә өйҙән сыҡмайынса электрон ғаризалар аша төрлө хеҙмәттәргә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Икенсенән, халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеүҙә коммерция булмаған ойошмаларҙы файҙаланырға ла кәрәк. Улар урындарҙағы хәл-торошто яҡшы белә. Өсөнсөнән, төбәктәрҙә инвестиция климатын яҡшыртыу буйынса аңлайышлы программа эшләргә тейеш. Төбәк яҙмышы өсөн уның етәксеһе яуап тота. Уның уңышлы эше күпме инвестиция йәлеп ителеүенә, күпме яңы эш урындары булдырылыуына ҡарап баһалана.
Шуны ла белергә кәрәк: власть органдары завод, фабрика, гәзит хужалары була алмай.

Енәйәт һәм яза
– Үткән йылғы Мөрәжәғәтнамәлә енәйәт ҡануниәтен камиллаштырыу кәрәклеге хаҡында әйткәйнем. Закондар, ҡаты булыу менән бер рәттән, заманса һәм кешелекле лә булыр­ға тейеш. Ауыр булмаған, әһәмиәтһеҙерәк енәйәттәр өсөн язаны иркенән мәхрүм итмәйенсә лә бирергә мөмкин икәнлегенә тағы бер тапҡыр баҫым яһап әйтәм. Был тәүгә закон боҙоусы йәштәр, үҫмерҙәргә ҡағылышлы эштәрҙә актуаль.
Ришүәтселеккә ҡаршы көрәш тә һәр ваҡыт беҙҙең бурыс булып ҡала. Хатта 12 йылғаса иркенән мәхрүм итеү ҙә ришүәтселәрҙе ҡурҡытмай. Шуға ла, күпме аҡса алыуы йә биреүенә ҡарап, яза рәүешендәге штраф шул күләмдә булыуы мөмкин.

Беҙҙең әрме
– Бөгөн беҙҙең алда яңы юғары технологиялы мобиль әрме төҙөү бурысы тора. Ошо маҡсатта 20 триллион һум аҡса тотоноу күҙалланған. Ҙур аҡса, әммә һөҙөмтәһе буласаҡ.
Киләһе йылдан илдең һауа-йыһан оборонаһын нығытыуға, ракета һөжүмен иҫкәртеүгә көслө иғтибар бирәсәкбеҙ. Заманса Рәсәйгә заманса армия, флот, юғары класлы белгесле, яңы ҡораллы заманса ғәскәр кәрәк. Үҙен әрмегә бағышлағандарға ла иғтибар көсәйер, иң тәүҙә торлаҡ тирәләй.

Яңы закондар хаҡында
– Быйыл интернет селтәрендә «Полиция тураһында» закон проекты хаҡында дөйөм фекер алышыуҙар үтте. Был тәүге тәжрибә булды. Хәҙер сиратта – «Мәғариф тураһында» закон проекты. Бындай фекер алышыуҙарҙы киңәйтергә кәрәк, тип иҫәпләйем. Уны тейешле процедуралар менән ойоштороу мөһим.
– Беҙ үрҙә әйтелгәндәрҙе бергәләп тормошҡа ашырырға тейешбеҙ. Һеҙҙең булышлығығыҙҙа тамсы ла шикләнмәйем.
Илде яңыртабыҙ, яңыса йәмғиәт, яңы тормош алдындабыҙ. Үҙебеҙ ҙә яңырабыҙ. Беҙ быны яратҡандарыбыҙ өсөн эшләйбеҙ. Балаларыбыҙ беҙҙән яҡшыраҡ йәшәһен, улар беҙҙән яҡшыраҡ булһын, беҙ эшләп өлгөрмәгәнде эшләһен өсөн.
Шулай булырына ышанам!


БР Президенты Рөстәм Хәмитов РФ Президенты Д. Медведевтың йыл һайын Федераль Йыйылышҡа әҙерләнгән Мөрәжәғәтнамәһендә Рәсәй төбәктәренә, шул иҫәптән Башҡортостанға ҡағылышлы мөһим идеяларын билдәләп үтте.
«Беҙ балаларыбыҙҙың, киләсәк быуындың киләсәге өсөн тырышабыҙ. Шунлыҡтан эшмәкәрлегебеҙҙең төп принциптары – халыҡ власть өсөн түгел, ә власть халыҡ өсөн», – тине һәм ил башлығының төбәктәрҙең инвестициялар йәлеп итеү мөмкинлеген үҫтереү тураһындағы мәсьәләне күтәреп сығыуына иғтибарҙы йүнәлтте. «Һуңғы өс айҙа алып барған эшмәкәрлегебеҙ дөрөҫ йүнәлештә барыуыбыҙҙы күрһәтә», – тине төбәк башлығы.

** *
БР Президенты ил башлығының өсөнсө һәм унан күберәк балаһы тыуған ғаиләләргә бушлай ер участкаларын бүлеп биреү инициативаһын хупланы. «Быш башланғысты хуплайбыҙ һәм яҡын киләсәктә Башҡортостан закондарына үҙгәрештәр индерәсәкбеҙ», – тип белдерҙе ул.

** *
Д. Медведев күтәргән экологик хәл-торошто нормалләштереү бурыстары Башҡортостан өсөн айырым әһәмиәткә эйә, тип белдерҙе республика башлығы. Сөнки Башҡортостанда ҙур-ҙур нефть химияһы һәм химия предприятиелары күп. Төбәктең тәбиғәтен һаҡлау буйынса БР Хөкүмәтендә «түңәрәк өҫтәл» уҙғарыласаҡ. Унда киҫкен торған экологик мәсьәләләрҙе тикшереү өсөн Рәсәйҙең тәбиғәт ресурстары һәм экология министры Юрий Трутнев саҡырыласаҡ.
Алһыу ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә