НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Хәйриә эшмәкәрлеге һәм асарбаҡтарға ярҙам мәсьәләһе ҡаралды

Хәйриә эшмәкәрлеге һәм асарбаҡтарға ярҙам мәсьәләһе ҡаралды


Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хәйриә эшмәкәрлеге буйынса Республика советы ултырышын үткәрҙе. Ошонда уҡ “Башҡортостанда хәйриәлек” (“Благотвори­тель­ность в Республике Баш­кор­тостан”) порталы менән дә таныштылар.
“Башҡортостанда хәйриәлек” порталы “Асыҡ республика” проектына ярашлы төҙөлә, уның маҡсаты – мәрхәмәтлек эшен ойоштороусыларҙы туплау, ярҙамға мохтаждарға булышлыҡ итеү, микрохәйриәлекте дәртләндереү. Киләһе йылда эш башлаясаҡ сайт өсөн БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы яуаплы. Ултырышта өйһөҙҙәргә ярҙам итеү тураһындағы мәсьәлә лә ҡаралды. Баш­ҡортостан Республика­һында кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Рим Ҡәйүмов белдереүенсә, бөгөн төбәктә алты меңгә яҡын асарбаҡ бар. Уларға дәүләт органдары, дини ойошмалар ярҙам итә- итеүен, әммә был ғына етмәй. Республикала Салауат ҡала­һында, Өфөнөң Киров, Калинин райондарында йорт­һоҙҙар өсөн приюттар эшләй. Тап ошо юҫыҡта, йәғни приюттарҙа урындарҙы арттырыу ярайһы ярҙам булыр ине, тигән һығымтаға килде ултырышта ҡатнашыусылар. Тиҙҙән Өфөнөң төньяғында шул маҡсатта төҙөлөш башланасаҡ. Баш ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов әйтеүенсә, урын әҙерләнгән.

Сығыу ваҡыты 18-10-2013, 15:23 | Ҡаранылар: 506
|
  • Башҡортостан Хөкүмәте йыл эшмәкәрлеге тураһында һөйләйәсәк
  • Башҡортостан Президенты Хакимиәтендә – яңы етәксе урынбаҫары
  • Ни сәсһәң, шуны урырһың
  • «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит»
  • Юл һалыуҙы махсус лаборатория күҙәтә
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • Рәзиләгә кейәү эҙләү
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай



  • Радио Юлдаш FM