RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

09.11.2010 Өс һөйләм менән

Башҡортостан делегацияһы IV Рәсәй – Япония инвестиция форумында ҡатнашыу өсөн Японияға китте. Делегация составында БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов, иҡтисади үҫеш министры Владимир Балабанов, БР Президенты кәңәшсеһе, Башҡортостандың Япониялағы рәсми вәкиле Ришат Муллагилдин бар. Форум барышында Башҡортостандың инвестиция потенциалының исем туйы, Япония компаниялары менән һөйләшеүҙәр үткәреү күҙаллана.

Өфөнөң «Тиҙ ярҙам» медицина хеҙмәте ҡала халҡы менән эшләүҙең яңы формаларын булдыра. Күптән түгел «ҡыҙыу линия»ға – 235-94-94 телефонына шылтыратыу, баш табиптың интернет аша ҡабул итеү мөмкинлеге асылды. Станцияла шулай уҡ медиктарҙың эше тураһында халыҡтан телефон аша һорау алыуҙар ҙа үткәрелә.

11 ноябрҙә Стәрлетамаҡта «Баш­ҡор­тостан Республикаһында эшҡыуарлыҡ көндәре» исеме аҫтында асыҡ форум башлана. Өс көнлөк сара программаһында конференциялар, күргәҙмәләр, «түңәрәк өҫтәл»дәр ҡарал­ған. Бынан тыш, мода фестивале, Бөтә Рәсәй «ҡатын-ҡыҙ йыл директоры» конкурсының төбәк этабы, БР эшҡыуарҙарының киңәйтелгән күсмә ултырышы ла үтәсәк.

Бәләбәйҙә «Йәш ғаилә – 2010» конкурсы үтте. Унда Вәлиевтар, Насретдиновтар, Петровтар ғаиләләре сәхнә һәләте, спорт мөмкинлектәре, аш-һыу оҫталығы буйынса көс һынашты. Насретдиновтар еңеү яулаһа, ҡалған ике ғаилә иң татыу һәм иң ижади титулдарын бүлеште.

Республиканың баш ҡалаһы үҫе­ше йәмәғәт фонды сираттағы «Баш ҡала ҡаҙанышы» конкурсын иғлан итте. Үҙ эштәре менән Өфө үҫешенә йоғонто яһаусыларға булышлыҡ итеү маҡсатында 2006 йылда барлыҡҡа килгән сарала барлығы 250-нән ашыу кеше ҡатнашып, 60-ы лауреат булған. Еңеүселәр «Эш кешеһе» наградаһын һәм тәҡдим иткән проектын тормошҡа ашырыу өсөн сертификат ала.

Октябрьскийҙа Республика йы­лы­на арналған «Халыҡ ижады шишмәләре» исемле бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы уҙҙы. Унда халыҡ ижадын һаҡлау, фольклор ансамблдәрен ойоштороу мәсьәләләре буйынса Санкт-Петербург, Өфө, Силәбе, Учалы, Салауат ҡалаларының мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең докладтары тыңланды. Сараны үткәреү урыны итеп Октябрьский юҡҡа ғына һайланмаған – бында билдәле хор коллективтары эшләй.

Белорет районында ҡотҡарыусыларҙың бишалыш буйынса 8-се асыҡ республика ярыштары үтте. Дүрт көн буйы хеҙмәткәрҙәр тәбиғәттә ҡотҡарыу технологиялары – төнгө урманда юлды табыу, бәләгә тарыған кешене күперҙән, боҙ өҫтөнән, һыуҙан «сығарыу» буйынса оҫталыҡта ярышты. Был этапта белореттар еңеү яуланы, киләһе һынауҙар Өфө янында үтәсәк һәм техноген мөхиттә ҡотҡарыуға бәйле буласаҡ.

Башҡортостандан Сәғүд Ғә­рәбста­нына хажға һуңғы төркөм 6 ноябрҙә юлға сыҡты. Изге урындарға барыусыларҙың иң йәшенә – 12, өлкәненә – 80 йәш. Республиканан Мәккә, Мәҙинәгә тиклем быйылғы хаҡтар 75 – 145 мең һум самаһы тәшкил итә.

n «Ветхий завет»тың беренсе китабы («Бытие») тәү тапҡыр башҡортсаға тәржемә ителгән. Рәсәй Библия йәмғиәте инициативаһы менән баш­ланған проектты составына Менәүәрә Ислахова, Әлфиә Аҡбутина, Гөлсирә Ғиззәтуллина ингән авторҙар коллективы бойомға ашырған. Китап 500 дана менән Санкт-Петербургта Америка Библия йәмғиәте аҡсаһына сығарыл­ған.

А. ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә