RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Дәүләт етемдәрҙе ярҙамһыҙ ҡалдырмай

05.03.2013 Дәүләт етемдәрҙе ярҙамһыҙ ҡалдырмай

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ошо көндәрҙә байтаҡ етем балаға фатир асҡыстары тапшырҙы. Өй туйлаусыларҙы сәләмләп, ул властар­ҙың ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың тормошон еңеләйтеү өсөн барыһын да эшләүен билдәләне.
Һәр кеше өсөн торлаҡ төп маҡсат булып тора. Республика һуңғы ике йылда интернат учреждениеларын, балалар йорттарын тамамлаусыларға ярҙам күрһәтеү йәһәтенән әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Былтыр республикала 600-ҙән ашыу йәш кеше фатирлы булды.
Осрашыу барышында етемдәр Президент менән аралашып, үҙ һорауҙарын бирҙе. Мәҫәлән, Өфөнөң 5-се балалар спорт мәктәбенең саңғы ярышы буйынса тренер-уҡытыусыһы Максим Йосопов М. Ға­фури исемендәге паркта ҡасан саңғы үҙәге төҙөләсәге хаҡында ла ҡыҙыҡһынды.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, 2013 – 2014 йылғы спорт миҙгеленә Өфө стадионында эштәр тамамланырға тейеш. Трасса әҙер, инфраструктура булдырырға кәрәк. балалар баҡсаларына сиратты кәметеү тураһында ла һүҙ булды. Президент һүҙҙәренсә, һуңғы ике йыл эсендә мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында 10 меңдән ашыу урын булдырылған. Йыл һайын был маҡсатҡа ҙур аҡса йүнәлтелә. Былтыр 4,5 миллиард һумға яҡын сумма бүленгән.
– Беҙҙең маҡсат – 2016 йылға балалар баҡсаларына сиратты тулыһынса бөтөрөү, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Дим районында 14 етем балаға берәр, икешәр бүлмәле фатир асҡыстары тапшырылды. Йорттар дәүләт заказы буйынса төҙөлгән. Өфөнөң ҡала советы депутаттары йыһаздар менән ярҙам иткән. Әйткәндәй, депутаттар 2007 йылдан бирле етемдәргә ярҙам итә – уртаса унлаған фатирға мебель ала.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә