RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

11.09.2012 Өс һөйләм менән

Өфөлә Швецияның виза үҙәге асылды. Хәҙер төньяҡ илгә виза алыу өсөн ситкә йөрөргә кәрәкмәй. Яңы үҙәк Гоголь урамындағы 53-сө йортта урынлаш­ҡан.

10 сентябрҙән баш ҡалала экологик өмәләр башланды. Өфө урамдарын таҙартыуға ҡаланың барлыҡ ойошма-предприятиелары йәлеп ителә. Уҡыу йорттары студенттары үҙҙәренең уҡыу йорттары алдын таҙарта.

Федераль суд приставтары хеҙмәтенең республикабыҙ буйынса идаралығы хеҙмәткәр­ҙәре үҙҙәренең сайтында йылдар буйына алимент түләмәгән алиментсыларҙың фотоларын ҡуй­ған. Фотогалерея йыл һайын яңыртылып торасаҡ. Бурыстарын түләмәүселәр араһында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар.

Йошкар-Олала Волга буйы федераль округының „Волга буйын ас” туристик ресурстар фестиваль-презентацияһында Башҡортостан туризм өлкәһендә иң яҡшыһы тип табылған. Айырыуса сарала ҡатна­шыусылар­ға Абҙаҡ янында урынлашасаҡ „Динозаврҙар паркы” инвестиция-проекты оҡшаған. Еңеүсе төбәк булараҡ, киләһе йыл сара беҙҙә уҙғарыласаҡ.

Өфө 2013 йылда Баш­ҡортостанда үтәсәк VI ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындарына әҙерләнә. Уйынсыларҙы ҡабул итәсәк Спорт һарайын реконструкциялау һәм тирә-яғын төҙөкләндереү өсөн 500 млн һум аҡса тотонолған. Ноябрҙә Тау саңғыһы мәктәбе һәм паркинг төҙөлөшөн тамамлау планлаштырыла.

14 сентябрҙә көндөҙ сәғәт 12-лә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан „Китап” нәшриәтенең „Башҡорт китабы йорто” магазинында (Октябрь проспекты, 2) яңы уҡыу йылы уңайынан „Автограф көнө” уҙғарыла. Нәшриәттә сыҡҡан яңы уҡыу әсбаптары менән танышыу, авторҙарынан автограф алыу мөмкинлеге бар. Сарала билдәле педагог Фәниә Шөғәйеп ҡыҙы Сынбулатова, мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылар ҡатнашасаҡ.

Августа инфляция күләме 4,4 процент тәшкил иткән. Июль менән сағыштырғанда, уның күләме 0,3 процентҡа үҫкән. Аҙыҡ-түлеккә хаҡ – 6,1 процент­ҡа, хеҙмәт күрһәтеүгә 4,7 процент­ҡа артҡан.

16 районда көнбағыш йыйыу башланды. Уңыш гектарынан 8,1 центнер тәшкил итә. Туймазы районында ул айырыуса юғары.

Бөгөн БР хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, Башҡортостандың кеше хоҡуҡтары буйынса вәкиле Рим ҡәйүмов, БР буйынса Медицина-социаль экспертизаның баш бюроһы етәксеһе урынбаҫары Роза Баҡыева ҡырмыҫҡалы райо­нында халыҡты ҡабул итә. Кешеләр инвалидлыҡ билдәләү, пособиелар түләү, граждандар­ҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса һорауҙары менән мөрәжәғәт итә ала. ҡабул итеү көндөҙгө сәғәт 2-нән 4-кә тиклем ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтендә үтә.

Быйыл республика умартасылары 15 мең тоннаға яҡын бал йыйған. Уның яҡынса өстән бер өлөшө икенсе төбәктәргә һатыуға ебәреләсәк, ҡалғаны үҙебеҙҙә ҡала. Башҡортостандың бал етештереү буйынса әлегә дәғүәселәре юҡ.
З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә